09.04.2013 «Хыялым – тормошта үҙ урынымды табыу»
Ап-аҡ ҡышты тағы ла нурға, моңға сорнап, 1993 йылдың 6 мартында йәмле Әлшәй яҡтарында бер сабый донъяға ауаз һала. Ата-әсәһе уны яратып, Илүзә тип исем ҡуша. Ана шул сабый Дим һыуҙарын эсеп,тыуған тәбиғәтендә рухланып үҫеп буй етә. Алсаҡ күңелле, йөҙөнән йылылыҡ, наҙ бөркөлөп торған Ҡыпсаҡ-Асҡар һылыуы Илүзә Кирәева менән мине баш ҡалабыҙ Өфө осраштырҙы. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 3-сө курсында белем алған өлгөр ҡыҙ йыр-моңға ғашиҡ, халҡыбыҙҙың мәшһүр бейеүҙәрен яратып башҡара. Университеттағы «Йәнгүзәл» фольклор, «Шоңҡар» әҙәби ижад түңәрәктәрендә лә әүҙем шөғөлләнә ул. «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында бейеү ансамблендә лә бейеп тә, уҡыуында ла һынатмай Илүзә. Афарин! Хатта водитель кенәгәһенә эйә булып, республикабыҙ юлдарында «тимер ат»ында елдереп йөрөй. Ә матурлыҡ серҙәренә Линара Таһирова етәкләгән «Һылыуҡай» студияһында төшөнгән. Хыялы – уҡыуын яҡшы тамамлап, тормошта үҙ урынын табыу.
Ф. ЮЛАНОВА.