«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Милләтебеҙҙең киләсәген тәрбиәләүселәр



02.04.2013 Милләтебеҙҙең киләсәген тәрбиәләүселәр

Милләтебеҙҙең киләсәген тәрбиәләүселәр
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара һөнәри конкурсы быйыл 18-се тапҡыр үтте. Унда Башҡортостандан, тарихи башҡорт ерҙәре булған Рәсәй төбәктәренән 55 уҡытыусы һынау тотто. Сара урыны итеп Стәрлетамаҡ ҡалаһының күп профилле педагогия колледжы һайланғайны. Уҡытыусылар дүрт көн буйы түбәндәге ярыш төрҙәре аша үтте: “Визитка” (үҙең менән таныштырыу), ”Инновацион тәжрибә” (эш барышында ҡулланған методик алымдар), ”Оҫталыҡ класы” (зал менән эш), ”Публикаға лекция” (был ярыш 55 кешенән 30-ы һайлап алынғас булды), ”Әңгәмә-бәхәс”. Ә дәресте конкурсанттар февралдә үк Өфө мәктәптәрендә биргәйне.
Әлеге ваҡытта журналистикала эшләһәм дә, уҡытыусы-педагог эше менән уғата яҡындан танышмын: әсәйем башланғыс кластарҙа уҡытып, хаҡлы ялға сыҡты, өс апайым – педагог, үҙемдең дә бер нисә йыл мәктәптә эшләү тәжрибәм бар. Шуға ла мәғариф өлкәһендәге һәр яңылыҡ менән танышып торорға, яҡшыһына ҡыуанырға, яманына борсолорға тура килә. Һөнәри конкурстың уҙғарылыуы, һис шикһеҙ, милли мәғарифтың уңышлы яҡтарының береһе тиергә мөмкиндер. Ошо 17 йылда (тәүге конкурс 1996 йылда уҙған) ярышта ҡатнашыусылар, уны баһалаусылар һәм тамаша ҡылыусылар ниндәй генә эш алымы менән танышманы ла, тәжрибә тупламаны. Был конкурста бөтәһе 800-гә яҡын педагог ҡатнашҡан.
Һөнәри ярыштың 15-сеһендә миңә һынауҙар барышын яҡынданыраҡ күҙәтергә насип булғайны – унда Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһында эшләүсе апайым Гөлшат Зиннур ҡыҙы ҡолмөхәмәтова ҡатнашты һәм “Аналитик фекерләү өсөн” номинацияһында еңеү яуланы. Йәнә бер йылдан ул ”Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы” грантына лайыҡ булды. Ә был юлы конкурста шул уҡ Салауат ҡалаһының 23-сө мәктәбендә уҡытҡан апайым Резида Зиннур ҡыҙы Килсенбаева һынау тотто.
Апайымдарҙың әҙерләнеүенең бер өлөшөн генә күреп ҡалып, конкурстың уғата яуаплы ла булыуына, иҫ киткес ҙур көс талап итеүенә инандым. Ул инновацион алымдар, ул фәнни эштәр, яңылыҡлы дәрес эшкәртмәләре, ул кластан тыш саралар – барыһы ла уҡыусыларҙың күңеленә юл һалыусы, уларҙы белемле, зиһенле булырға, уйлай-фекерләй белергә өйрәтеүсе эшмәкәрлек.
Шуныһын да билдәләмәү мөмкин түгел: был ике апайым да – үткән быуаттың 90-сы йылдары башындағы йәмәғәт хәрәкәттәрендә әүҙем ҡатнашыусылар, ҡала буйлап башҡорт ғаиләләренә йөрөп, буласаҡ 25-се башҡорт гимназияһы өсөн берәм-бөртөкләп уҡыусылар йыйыусылар, әлеге уҡыу йортоноң абруйлы мәктәп булып китеүенә ҙур өлөш индереүселәр. Уҡытыусының һөнәренә, халҡына ғашиҡлығы ошондай эштәрҙә күренәлер, моғайын.
Милләтебеҙҙең киләсәген тәрбиәләүселәр
Быйыл ярышта ҡатнашыусы һәр уҡытыу­сы еңеүсе исеменә лайыҡ, тигән һүҙ яңғыраны конкурсты тантаналы ябыу кисәһендә. Сара Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайында үтте.
− Быйылғы конкурсанттарҙың һәр береһенең дәресе ҡабатланмаҫ булыуы менән айырылып торҙо, − тине БР мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева. – Һынауҙарҙы һәр педагог үҙенә күрә башҡасараҡ, үҙенсәлекле сығыштары менән үтте. Заман башҡа − заң башҡа, тигәндәй, бөгөнгө заман талаптарына тура килтереп дәрес биреүҙәре, яңы алымдар ҡулланыуҙары, иң мөһиме, балаларҙы ихлас яратыуҙары һоҡландырҙы. Уҡытыусыларыбыҙ телебеҙгә генә түгел, йолаларыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға иғтибарлы. Был – бик яҡшы күренеш.
Сәхнәгә үҙ һөнәренең оҫтаһы, энергиялы, дәртле, мөләйем 55 уҡытыусы сыҡҡас та тамашасылар уларҙы алҡыштарға күмде. Улар араһында өс кенә ир-егет тә булды. Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән килеүсе Луиза ҡасҡынова менән Асия Шәйҙуллина айырым билдәләнде. Бер уҡытыусы ла саранан бүләкһеҙ ҡайтманы. “Сәсән телле уҡытыусы”, “Һөнәремә тоғро ҡалам”, “Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы һәм үҫтереүсе”, “Иң яҡшы инновацион тәжрибә” һәм тағы ла педагогтың оҫталығын дәлилләүсе номинациялар үҙ еңеүселәрен тапты. Бағыусылар ҙа ҙур теләк менән үҙ бүләктәрен тотоп килгәйне.
Беҙҙең “Йәшлек” гәзите редакцияһы ла өс уҡытыусыға “Шөһрәтнамә” һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Бына улар − Өфө ҡалаһының 64-се гимназияһынан йәш педагог Алиса Хәмиҙуллина, Благовар районының Языков мәктәбенән Әнисә Исхаҡова, Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылының 2-се дөйөм белем биреү мәктәбенән Нурия Шәйҙуллина.
− Конкурс сара ғына булып ҡалманы, ул рухиәт байрамына әүерелде, матур педагогик идеялар, профессиональ оҫталыҡ ваҡиғаһы булды, − тине Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты директоры Рәмил Мәжитов финалға сығыусыларҙы иғлан итерҙән алда. Һәм сәхнә түренә 55 уҡытыусы араһынан “иң-иң” тип һайлап алыныусылар күтәрелде. Улар − Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Фәриҙә Миһранова, Салауат ҡалаһының 23-сө мәктәбенән Резида Килсенбаева, Стәрлетамаҡтағы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназиянан Зөлфиә Баязғолова, Өфө ҡалаһының 3-сө гимназияһынан Фәнгизә Нафиҡова һәм Сибайҙан 1-се мәктәп уҡытыусыһы Илүзә Насирова.
Лауреаттар араһында апайым Резида Зиннур ҡыҙының да булыуы сикһеҙ ғорурландырҙы. Уның тырышлығына, оҫталығына, һәләтенә лайыҡлы баһа ине был.
Гран-приға иһә Зөлфиә Баязғолова лайыҡ булды.
− Был конкурсты үткәреп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының абруйын күтәргәндәре, уларға киләсәктә илһамланып эшләргә көс-дәрт биргәндәре өсөн ойоштороусыларға рәхмәт, − тине абсолют еңеүсе.
Ысынлап та, тап шулай. Уҡытыусының абруйы төшә, тигән һүҙ буш хәбәр ул. Ошондай педагогтар барҙа, нисек был һөнәргә ҡул һелтәмәк кәрәк!

Замир ХАРРАСОВ, Күгәрсен районының Теләүембәт мәктәбе уҡытыусыһы:
− Конкурстан бик ҡәнәғәтмен. Әлбиттә, эш еңеүҙә генә түгел. Башҡа уҡытыусылар менән танышып, аралашып, фекер алышып ҡайтыу ҙа бик һәйбәт. Әлеге сара тап шундай урын булды ла.
Дәресте Өфөлә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатында биргәйнем. Ундағы рухлы, күҙҙәре янып торған уҡыусылар менән эшләүе бик күңелле булды. Уңыштарымда уларҙың да өлөшө булғандыр. Һәм уҡытыусыларға яҡшы, тәртипле, тырыш уҡыусылар теләйем.

Резида КИЛСЕНБАЕВА, конкурс лауреаты, Салауат ҡалаһының 23-сө мәктәбе:
− Конкурсҡа ҡалабыҙҙың бәҫен төшөрмәҫкә, намы­ҫын лайыҡлы яҡларға тигән ниәт менән килдем. Миңә бигерәк тә әҙерләнеү процесы оҡшаны, сөнки эҙләнәһең, ниҙелер иҫкә төшөрәһең, яңылыҡтар асаһың, янаһың. Уҡытыусы уҡыуҙан туҡтаһа, уҡытыусы булыу­ҙан да туҡтай, тигән бер әйтем бар. Даими рәүештә камиллашырға тырышам. Был еңеүемде Күгәрсен районының Бикес ауылында йәшәүсе атай-әсәйем Зиннур Ишемғолов менән Сәйҙә Хәсәноваға арнайым. Улар – минең остаздарым. Әсәйем – тәүге уҡытыусым, атайым – әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүсе.

Зөлфиә ХӘСӘНОВА, Салауат ҡалаһының методик үҙәге методисы:
− Конкурс бик юғары кимәлдә үткәрелде. Бында, һис шикһеҙ, республиканың иң көслө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йыйылды. Конкурс барған урын ҙур тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына булып торҙо, шулай уҡ башҡорт теле байрамына әүерелде. Ул кәрәк, сөнки уҡытыу­сы өсөн үҙенең эш алымдарын башҡаларға күрһәтеү, баһаларын алыу, бүтәндәрҙән өйрәнеү ҙә мөһим.

Алиса ХӘМИҘУЛЛИНА, Өфө ҡалаһының 64-се гимназияһы уҡытыусыһы:
− Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән бишенсе йыл уҡытам. Әлеге конкурс минең өсөн ҙур аҙым булды, бер баҫҡысҡа күтәрелеү, тип тә иҫәпләйем. Өлкән, тәжрибәле коллегаларымдан бик күп файҙалы мәғлүмәт алдым. Мине ҡатнашырға дәртләндереүсе, ярҙам итеүсе атай-әсәйемә, туғандарыма, хеҙмәттәштәремә, методистарға рәхмәтлемен.


Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға