«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » “Һылыуҡай – 2013” – Бөрйән ҡыҙы



12.03.2013 “Һылыуҡай – 2013” – Бөрйән ҡыҙы

“Һылыуҡай – 2013” – Бөрйән ҡыҙы
Өфөбөҙҙә ҡалын-ҡа­лын көрттәр һалып ҡар яуа, күңелдәрҙе ойотоп буран ҡотора, ә шулай ҙа, һиҙәһегеҙме, яҙ һулышы тойола?! Күңел­дәрҙең иләҫ-ми­ләҫ килгән сағы, һәр кем матурлыҡҡа, илаһилыҡҡа тартыла. Юҡҡа ғына тә­би­ғәттең ошондай күркәм мәлендә “Һы­лыуҡай – 2013” республика гүзәллек бәйгеһе уҙ­ғарылмай­ҙыр. Егерме беренсе тап­ҡыр үткән сарала Өфө, Стәрлетамаҡ, Си­бай ҡалаларынан, Әб­йәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Дүртөйлө, Мәсетле, Миәкә райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән ун ике ҡыҙ ҡатнашты.
ҡыҙҙар төрлө һынауҙарҙа тәбиғи һөйкөмлөгөн генә түгел, күңел матурлығын һәм аҡыл тәрәнлеген дә сағылдырҙы. “Һылыуҡай – 2013” исеменә Бөрйән ҡыҙы Әнүзә Ғиззәтуллина лайыҡ тип табылды. Гран-при яулаусы 19 йәшлек ҡыҙ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих һәм хоҡуҡи белем биреү факультетында уҡый. Әнүзәнең хыялы – юрист булыу, шулай уҡ үҙен телевидениела һынап ҡарарға ниәтләй.
Беренсе урынды Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы студенты Динә Әхмәтйәсәүиева алды. Финалға сыҡҡан ҡыҙҙар ҡиммәтле приздар менән бүләкләнде. Ә еңеүсегә бәйгенең төп атрибуты – таж кейҙерелде, ноутбук, биҙәүестәр һәм сертификаттар тапшырылды.

Г. ЙОСОПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға