12.03.2013 «Йәш саҡты моңайып үткәрмәйек, файҙалы эштәр менән биҙәйек»
Башҡортостаныбыҙҙың көньяғында урынлашҡан Салауат ҡалаһынан Алина Байрамғолова булам. Тыуған ҡаламда урта мәктәпте тамамлағас, яңы үрҙәргә ынтылып, маҡсаттар ҡуйып, БДПУ-ға уҡырға килдем. Фамилиям үҙе үк ҡунаҡсыл, алсаҡ икәнемде әйтеп торғандай. Бер ваҡытта ла ҡайғырып, моңайып ултырмайым. "Хәрәкәттә − бәрәкәт" тигәндәр. Киске йүгереүҙәргә сығам, бик теләп бейеү, бәйләм серҙәренә төшөнәм.