«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Еңеүселәребеҙ – күп балалы әсәләр



26.02.2013 Еңеүселәребеҙ – күп балалы әсәләр

Еңеүселәребеҙ – күп балалы әсәләр
800-ләп кеше ҡатнашҡан “Йәшлек”-фараз” конкурсында бер ауылдан икешәр еңеүсе булыр тип күҙ алдына ла килтермәгәйнек. Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан Сәриә менән Зөлфиә Ишморатовалар ауылдаш ҡына түгел, хатта килендәштәр ҙә булып сыҡты.
– Бүләктәрҙе алырға тип кенә түгел, Матбуғат йортон да, үҙебеҙ яратып уҡыған “Йәшлек” гәзите редакцияһын да күрәйек тип килдек, − тип килеп инде улар.
„Комсомолға ингәндән алып „Ленинсы”ны яҙҙыра башлағайныҡ, шунан алып был йәштәр гәзитенән айырыл­ғаныбыҙ юҡ. „Тормош юлдары ҡатмарлы” рубрикаһы аҫтында сыҡҡан мәҡәләләр, фәһемле хикәйәләрегеҙ, иң мөһиме − халыҡҡа яҡын булыуығыҙ оҡшай”, − тип гәзит хаҡындағы фекер­ҙәре менән уртаҡлаша Зөлфиә. Ул тормош иптәше Шамил Шаһимырҙан улы менән биш бала тәрбиәләй икән. Ишморатовтар күпләп мал аҫрай, эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнә, ауылда пилорама алып ултыртып, унда ағас та эшкәртә.
„Ауылда совхоз тарҡалғас, иптәшем менән кәңәшләшеп, ауылда магазин асырға булдыҡ. Ауылдаш­тарыбыҙҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәбеҙ. Төрлө байрамдарҙа ла бағыу­сы булараҡ ярҙам итәбеҙ”, − ти ул.
Уның килендәше Сәриә Ишмо­ратова ла күп балалы әсә, тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләй­ҙәр. Өлкәндәренә 15 йәш булһа, иң бәләкәйҙәренә әле өс кенә йәш. „Мин балалар тәрбиәләп өйҙә ултырам, ә тормош иптәшем водитель булып эшләй. Иш янына ҡуш булһын тип, хужалығыбыҙҙа күпләп мал тотабыҙ, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ, ҡорт ҡарайбыҙ”, − ти ул, үҙҙәре менән таныштырып.
− „Йәшлек”-фараз”ға һандарҙы ҡыҙым Нураниә яҙып ебәрҙе. Тәүге тапҡыр ҡатнаштыҡ һәм бына бит, бүләк тә оттоҡ, − ти ул.
Еңеүселәребеҙ – күп балалы әсәләр
Апайҙарҙы редакция менән таныштырғансы конкурстың бағыусыһы булған „Хазина-тур” туристик операторы етәксеһе Камил Сиражетдинов та килеп етте. Бөрйәндәрҙең тәмле күстәнәстәре − сәк-сәк, хуш еҫле сәскә балы менән өҫтәл артында тәмләп сәй эскәс, төп еңеүсе – ҡазан ҡалаһына путевка менән бүләкләнгән Мәсетле районының Тайыш ауылынан Памир ҡәҙербирҙинға шылтыраттыҡ. Үкенескә күрә, Памир олатай килә алмауын, үҙенең бүләген − путевканы, улы аласағын әйтте. „Еңеүегеҙ менән ҡотлайым. Бүләгегеҙҙең мәнфәғәтен күрергә яҙһын”, − тине, олатайҙы ҡотлап, Камил Әлим улы. Өс көнгә тәғәйләнгән путевка буйынса ял итеүсе автобус менән Татарстандың баш ҡалаһына барып, иҫтәлекле урындарҙа йөрөп, аквапаркта булып ҡайта ала. Йәшәү ҙә, туҡланыу ҙа был ял итеү юлламаһына индерелгән.
− Маҡсатыбыҙ − урындағы туризмды үҫтереү. Беҙҙең Башҡортостан тәбиғәте лә бит сит илдекенән ҡалышмай. Матурлыҡты күрә, баһалай ғына белмәйбеҙ. Путевкаларҙың хаҡы бик ҡиммәт түгел, һәр кемдең мөмкинлегенән килә. Рәхәтләнеп автобуста Рәсәй, Башҡортостан буйлап йөрөп ҡайтырға була, − тип үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныш­тыр­ҙы бағыусыбыҙ. „Хазина-тур” әҙер­ләгән икенсе бүләк беҙҙең тиражды П. ҡәҙербирҙиндан саҡ ҡына ҡалышып фаразлаған Зөлфиә Ишморато­ва­ға тапшырылды. Микро­тулҡынлы мейес күмәк бала тәрбиәләгән ғаиләгә бигерәк тә ярап ҡалғандыр.
Сәриә Ишморатоваға „Йәшлек”тән автомобиль йыуыу ҡорамалын баш мөхәррир Артур Дәүләтбәков тапшыр­ҙы һәм еңеүселәргә артабан да гәзит менән дуҫ булыуҙарын теләне.
Даланлы ла, заман ауыр, тип күп бала табып тәрбиәләүҙән бер ҙә ҡурҡып тормаған уңған килендәштәр бер һүҙҙән үҙҙәрен шулай бүләктәр менән дәртләндергәне өсөн конкурс­ты ойоштороусыларға рәхмәт әйтергә лә онотманы. „Йәшлек”тең бүләктәрен рәхәтләнеп файҙаланыр­ға һәм ул-ҡыҙҙарығыҙҙы гәзитебеҙ рухында матур итеп тәрбиәләргә яҙһын.

З. ЙӘҺҮҘИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға