22.02.2013 «Гәзит уҡырға, cаф һауала йөрөргә яратам», –
ти «Йәшлек»-фараз» конкурсы еңеүсеһе Памир ҡәҙербирҙин
«Йәшлек»-фараз» конкурсында еңеүселәр күп булды, әммә быйылғы кеүек тә дөп-дөрөҫ итеп фаразлаған кеше булмағандыр. Мәсетле районының Тайыш ауылында йәшәүсе 73 йәшлек Памир ҡәҙербирҙиндың күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, 14162 тип фаразлаған һандары «нөктәһе, өтөрөнә» тиклем тура килгән дә ҡуйған! Шулай ҙа була икән тип, үҙебеҙ ҙә ғәжәпләнеп ҡуйҙыҡ хатта. Бының берәй ғилләһе барҙыр, гәзит уҡыусыбыҙ ни өсөн тап ошо һандарҙы яҙырға булды икән?
– Бармаҡ менән һауаға тоҫҡау булды инде ул, йылдан-йыл хаҡтар ҡиммәтләнә, быйыл, моғайын, былтырғы һанға етеңкерәмәҫ тинем дә, тоттом да шул һандарҙы яҙғайным. Еңеремә лә ышанманым. Һуңынан редакциянан шылтыратҡас, бик ҡыуандым, әлбиттә. Көтөлмәгән шатлыҡ булды. Бығаса бер ҙә отошло уйындарҙа уйнағаным да, еңгәнем дә юҡ ине, лотереяларға ла ышанып бармайым, – ти Памир Аллабирҙе улы үҙенең еңеүенең сере хаҡында.
Бына шулай, уйламағанда, көтмәгәндә «Йәшлек»-фараз» конкурсының төп бүләген – «Хазина» туристик агентлығының путевкаһын от әле!
– Гәзитте «Ленинсы» сағынан уҡ алдырам, яратып уҡыйым. Бигерәк тә хикәйәләрҙе көтөп алам, конкурсҡа килгән әҫәрҙәрҙең береһен дә ҡалдырмай уҡып сыҡтым. Шулай уҡ спорт яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынам, көйәрмән булараҡ, хоккей тураһындағы хәбәрҙәрҙе иң беренсе сиратта ҡарап сығам. «Ғәләмәт донъя» ҡыҙыҡлы, көләмәстәр ҙә кәйефте күтәреп ебәрә, – тип һүҙен дауам итә еңеүсебеҙ. Төп бүләктең гәзитебеҙҙе оҙаҡ йылдар алдырыусы тап ошондай тоғро дуҫыбыҙға эләгеүенә беҙ ҙә бик ҡыуандыҡ.
Памир Аллабирҙе улы колхозда 40 йылдан ашыу малсы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше Мөшәрифә Бәҙретдин ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Әлеге көндә балалары барыһы ла үҙ аллы донъя көтә. Хәҙер инде 13 ейән-ейәнсәргә олатай менән өләсәй ҙә улар.
– Ауыл тормошон яратам. Тыныс, саф һауа. Буш ваҡытта китап, гәзит уҡырға әүәҫмен. «Йәшлек»тән тыш, район гәзитен һәм «ЗОЖ»ды алдырам. Балаларыбыҙҙың ҡайтҡанын көтөп, ҡош-ҡорт, бер аҙ мал аҫрап йәшәйбеҙ, – ти Памир Аллабирҙе улы үҙенең бөгөнгө көнитмеше хаҡында.
С. ЛОТФУЛЛИНА.
Х. СӨНӘҒӘТУЛЛИН фотоһы.