12.02.2013 Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр!
Мин, Гүзәл Аҙнағолова, йәмле Ейәнсура яҡтарының бар гүзәллеген үҙемә йыйғанмын төҫлө. Көлөүемдә − сылтырап аҡҡан шишмәләр сыңы, ә телемдә – талдарына ҡунып һайрар һандуғастар моңо, бөркөттәрҙең саялығы – рухлы булыуымда! Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт-рус бүлегендә дүртенсе курста уҡыйым. Теләгем − үҙ халҡыма кәрәкле кеше булыу.
Фәниә ЮЛАНОВА әҙерләне.