08.02.2013 Ҡарындаш
Эй ярата ла инде Зөлхизә ауылда эңер төшөүен. Көндөҙ йәйге эҫелектән һил торған урамдар шау-шыу менән тула. Эштәренән айырылып, йәш хужабикә ҡайҙалыр аҙашып ҡалған малҡайын саҡыра. Уға яуап итеп һарыҡ бәрәсенең баҡырыуы ҡушыла, көнө буйы һыу буйында ҡыҙынған малайҙар киске һалҡынға ҡыуанып, йәнләнеп уйнай, әбейҙәр өй артында сөкөрләшә, көтөүҙән быҙауҙарына ашығып һәүкәштәр ҡайта. Ауылдың иң йәнләнгән мәле йәйге селләлә эңер төшөүелер ул.
ҡала ҡыҙы булһа ла, Зөлхизә ҡәйнәләренә ашҡынып ҡайта. Ул өйрәткән бар эштәрҙе ауыл кешеһеләй еренә еткереп башҡарып ҡуя. ҡәйнәһе быға ҡыуана ғына. Хоҙай үҙенә ҡыҙ бала бирмәгәнгә күрә килендән уңды Маһира. Бик йыш ҡайтмаһалар ҙа, киленен маҡтап бөтә алмай ул. Шулай булмай ни – үҙе һылыу, үҙе мөләйем, ҡунаҡҡа килдем тип, ҡул ҡаушырып ултырмай, әйткәнде лә көтмәйенсә ҡәйнәһенең алдынан алып эшләп ташлай. Етмәһә, үҙе әртис бит. Улын да ярата. Икеһе ҡушлап килһә, күлдәге пар аҡҡоштармы ни! Һоҡланмаған кеше юҡтыр.
Бына бит Маһираны әле лә бер ни эшләтмәй, икәүләп йөрөп малды йыйып, һыйыр һауып, эште бөтөрҙөләр. Ә Маһира уларға һиҙҙермәй генә күҙәтә-күҙәтә сәй әҙерләй. Йәштәр эште бөтөүгә сәй әҙер булды. Өсәүләшеп баҡсалағы тирәк төбөндәге өҫтәлдә табын ҡороп ебәрҙеләр ҙә сөкөрләшеп тәмләп сәй эсә башланылар.
– Беҙ йәшерәк саҡта атайың менән эңер төшөү менән балыҡҡа бара торғайныҡ. Ул ваҡытта балыҡ та күп булғанмылыр инде, атайың рәхәтләнеп тота торғайны. Ә мин яр буйында ул тотҡан балыҡтарҙы биҙрәгә йыйып йөрөйөм. Унан икәүләшеп Һаҡмарҙа таҙалап алып ҡайтабыҙ ҙа иртәнге ашҡа ҡурылған балыҡтарҙы ашай-ашай, икәүләшеп көлөшә-көлөшә тәмләп сәй эсә торғайныҡ. Хәҙер әллә балығы юҡ, әллә йәштәре дәртһеҙ – Һаҡмар буйында балыҡ тотҡан кешене лә күрмәҫһең, – Маһира бер аҙ уйланып ултырҙы ла, ҡапыл нимәлер иҫенә төшкәндәй, улына ҡалҡып ҡараны. – Әллә бөгөн кис килен менән һин дә Һаҡмар буйына барып киләһегеҙме? Балыҡ һөйләгәс, шуны ашағым килде лә киттесе.
Арыҫлан һораулы ҡарашын Зөлхизәгә төбәне. Тегеһе ризалыҡ менән баш ҡаҡҡас, дәртләнеп китте:
– Атай мәрхүмдең ҡыуалын әҙерлә, әсәй!
Әсәһе ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы ла өҫтәл артынан торҙо. Арыҫлан әсәһе артынан эйәрҙе. Улар һөйләшә-һөйләшә балыҡҡа әҙерләнгән арала Зөлхизә өҫтәлде йыйыштырып та ҡуйҙы.
Маһира ҡапҡа тышына уҡ сығып оҙатып ҡуйҙы йәштәрҙе. Эй, матурҙар ҙа инде үҙҙәре, тип һоҡланып ҡалды балаларының юлына ҡарап.
Арыҫлан дәртләнеп балыҡ ҡармаҡларға кереште. Үҙе, ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр һөйләп, кәләшен көлдөрә. Зөлхизә, шундай итеп илерткес рәхәтлеккә кинәнеп, яр буйында иренең шаяртыуҙарын тыңлай...
Сеү, тағы ла теге йөрәк өшөткөс тауыш ишетелде түгелме? Зөлхизә тын ҡалды. Эйе, ул яңылышмаған: баяғы тауыш уның бар тәнен ҡалтыратып, өшөтөп алып китте. ошо тауышты ишеткән һайын Зөлхизәнең күҙенә йәш эркелә, бөтә булмышын яулап алған һорауҙар тағы ла мейеһен сүкей башлай. Яуапһыҙ һорауҙарға нисә йыл инде сиселеш таба алмай аҙаплана ул.
Баяғы тауыш, Зөлхизәне ҡайҙалыр саҡырғандай, баш осонда ғына яңғыраны ла яңғыраны.
– Саҡ, Саҡ, Саҡ...
Хәҙер Зөлхизәнең уйын бары ошо тауыш ҡына биләп алды. Ул хатта Арыҫланды ла ишетмәй ине. Кем кемде саҡыра икән: Саҡ Суҡтымы, әллә Суҡ Саҡтымы?..
Был бәйеттең тарихын Зөлхизә сәнғәт институтының икенсе курсында уҡып йөрөгәндә студенттар менән фольклор йыйыу экспедицияһына барғанда ишетте. Күҙҙәре насар ғына күргән инәй, әҫәрләнеп, бәйеттең тарихын һөйләп, йырлап ебәргәйне, Зөлхизә иланы ла ҡуйҙы. Әйтерһең дә, үҙенең яҙмышы тураһында ине был бәйет. Уның да бит бер туған ағаһы бар ине, хәҙер ул ағаһының исемен генә хәтерләй. Рамаҙан ине ул. Әле ҡайҙа йөрөй, ни эшләй – Зөлхизә күҙ алдына ла килтерә алмай. Уның күңелен тик бер теләк кенә биләгән: табырға ине ағаһын, ниндәй хәлдә генә булһа ла уны күргеһе килә.
Балалар йортона алып килгәс, Зөлхизә менән Рамаҙанды тәүҙә табип апайҙар тикшереп сыҡты: береһе тыңлап ҡараны, икенсеһе ҡыҙҙың сәстәренең араһын тикшереп сыҡты, йәнәһе лә, “хайуандары” юҡмы икән. Шунан уларҙы йыуындырып, бындағы махсус кейемдәргә кейендергәс, ашарға бирҙеләр. Эй, тәмле тойолғайны ундағы аш дүрт йәшлек Зөлхизәгә. Ә ҡыршауай ағаһы аштан баш тартып маташты. Йәнәһе, ул егет булған, үҙ көсө менән табыр ҙа ашар. Һеңлеһен дә ҡарарға көсөнән килә, уға бит һигеҙ йәш тулған! Ағаһының шулай киреләнеүен күргән Зөлхизә лә икмәккә үрелгән ҡулдарын тиҙ генә тартып алды. Ағайҙыҡы – закон, тигәнгә күнеккән ул. Шулай ҙа балалыҡ еңде инде, өҫтәлдәге хуш еҫ бөрккән тәмле бутҡаға үрелмәй булдыра алманы. Рамаҙан бер ҡапты, икенсегә ҡалағын ялап ҡуйҙы. Тәрилкәләге бутҡа һә тигәнсе юҡ булды. Ағаһының тәмләп ашағанын күргән ҡыҙыҡай ҙа, был кире уйламаҫ борон тигән һымаҡ, ҡабаланып бутҡаһын ашап ҡуйҙы.
Бына шулай башланды уларҙың яңы тормошо. Ә арттағыһы – иҫерек атаһының әсәләрен ыҙалатыуы, ошоға түҙемлеге ҡалмаған әсәйҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы, үкһеҙ етем булып урамда йөрөүҙәре – бик тиҙ онотолдо.
Эй сабый аҡылы... Барыһын да тиҙ генә уйынан юйып, бөтә кешене лә ғәфү итергә һәләтле сабый аҡылы... Ниңә кешелә ғүмерлеккә ошо сифаттар һаҡланмай икән?
Балалар был йортта ла үҙ кешеләр булып китте. Йыр-моңға әүәҫ Зөлхизә бер саранан да ситтә ҡалманы. Ә Рамаҙан көслө рухлы булыуы менән айырылып торҙо. Ул малайҙар араһында бик тиҙ үҙ урынын тапты.
Бер көндө балалар йортона бер сибек кенә апай менән мыҡты кәүҙәле ағай килде. Улар Зөлхизә янына килде. Теге апайҙың, эйелеп ҡыҙҙың башынан һыйпап: “Мин һинең әсәйең”, – тип шыбырлауы булды, Рамаҙан үсегеп йүгереп сығып китте. Әсәһен иҫләр-иҫләмәҫ кенә ҡалған Зөлхизә, был апайҙың йәшкәҙәгән күҙҙәрен күреп, ҡосағына атылды:
– Илама, әсәй, мин бит бында, беҙ башҡа бер ергә лә китмәйбеҙ, тик һин илама, әсәй, йәме.
“Әсәй” һүҙен шул тиклем әйткеһе килә торғайны Зөлхизәнең. Ошо һүҙ оло йәштәге апай менән ҡыҙ баланы бер епкә бәйләне лә ҡуйҙы.
Тик Рамаҙандың улар менән бармаясағын белгәс, Зөлхизә иларға тотондо. Уны ағаһы менән йыш күрештерәсәктәрен әйтеп йыуаттылар. Ошоға күнеп, Зөлхизә былар менән китергә булды.
Ошо китеүҙән Зөлхизә ағаһын күрә алманы. Тик уны оҙатырға сығыуҙан баш тартҡан ағаһының тәҙрә аша баҡҡан ике күҙендәге нәфрәт уты Зөлхизәнең йөрәген, ул саҡтағылай, һаман өтә. Ағаһынан ҡурҡып өйрәнгән ҡыҙыҡай был кешеләр менән киткәндә уның ҡараштарынан үҙен һатлыҡ йән итеп тойҙо. Зөлхизә, хәҙер ҙурайып, аҡыл ингәс, һаман уйлана: ағаһы уны күрә алманымы икән, әллә теге кешеләрҙеме?
Зөлхизә матур ғаиләгә эләкте. Гөлнур апай (Зөлхизә, Рамаҙандың утлы ҡараштарынан һуң, уға башҡа “әсәй” тип әйтә алманы) ҡыҙға матур тәрбиә бирҙе. Уны музыка мәктәбендә уҡыттылар. Ришат ағай ҙа ипле генә кеше булды. Ул йыш ҡына командировкала йөрөнө. Шуға күрә Зөлхизә Гөлнур апай менән күберәк икәү генә йәшәне. ҡыҙыҡай уларға рәхмәтле, тик бер генә нәмәне аңлай ҙа, ғәфү ҙә итә алмай: ни өсөн улар уны ағаһынан айырҙы икән? Рамаҙандың утлы ҡараштары йылдар үткән һайын йышыраҡ төшөнә инә башланы Зөлхизәнең. Ул күңелен борсоған һорауҙарын Гөлнур апайға бирә алманы. Сирле генә сибек апай Зөлхизәне кейәүгә биреп, оҙатҡас, түшәккә ятты. Ауырыу кешене борсомайым, тип һуҙа килгән Зөлхизә тәки яуап ала алманы. Гөлнур апай яҡты донъя менән хушлашҡас, фатирҙарын Зөлхизәгә ҡалдырып, Ришат ағай ҙа сит илгә йәшәргә китте. Шулай итеп, ҡыҙға сер асылмай ҡалды.
Зөлхизә институтты тамамлағансы уҡ танылыу яуланы. Уның моңло тауышын тамашасылар үҙ итте. Тора-бара үҙенең концерттарына билеттар тиҙ генә һатылып бөтөүенә шаһит булған йырсы ҡатын тағы ла тырышыбыраҡ эшенә кереште.
Ире Арыҫлан театрҙа актер булғанға, Зөлхизәгә ярҙам итергә тырышты. Уның тамашаларын тағы ла сағыуыраҡ итер өсөн төрлө яҡлап биҙәне. Улар икәүләп кенә бер-ике сәғәтлек концерттар менән ауылдар, райондар буйлап йөрөгән саҡтар ҙа аҙ булманы. Ауыл халҡы бындай тамашаға бигерәк тә һыуһағайны.
Әле лә бына улар Арыҫландың тыуған яҡтарына гастролгә килде. Бөгөн килеп, иренең әсәһендә бер төн генә йоҡлап китергә ҡарар иттеләр. Ә иртәгә – тағы юлға.
Уйының ошо урынында теге үҙәк өҙгөс тауыштың алыҫлаша барыуын тойҙо Зөлхизә. Һаман таба алмай бисара ҡарындашын, нисә йыл бер-береһен эҙләй икән улар? Саҡ Суҡтымы, Суҡ Саҡтымы? Яуапһыҙ һорауҙар...
* * *
Нисә көн эсеүҙән шешмәкләгән йөҙөнә көҙгөнән ҡарап, Рамаҙан уйға батҡан. Барырғамы, юҡмы? Ул барһа, нимәне үҙгәртә ала? Бары тик Зөлхизәнең күңелен генә яралаясаҡ. Һеңлеһенең шулай ҙур кеше булып китеүенә Рамаҙан ҡыуана ғына. Ул әллә ҡасан уҡ, Зөлхизәнең исемен гәзит биттәрендә күргәндән үк уҡтала, тик ошо ҡиәфәттә байғош булып уның алдына барып баҫырға ғына ояла. ”Үҙең тәртипкә өйрәтә инең, ниндәй хәлгә төштөң, бахыр!” – тип әйтер кеүек һеңлеһе. Бына бөгөн Зөлхизә үҙе килә. Кисә иҫереп контора алдында ирҙәр менән өймәкләшкән арала клуб мөдиренең матур сағыу афиша элеп тороуын күргәс, Рамаҙан, мыҫҡыллы йылмая-йылмая, шешәләштәрен көлдөрәм тип, афишаны ҡылана-ҡылана уҡый башланы. ҡапыл башына тимер таяҡ менән һуҡтылармы ни! Унда Зөлхизәнең исеме яҙылғайны. Хатта йырлап торған фотоһы ла төшөрөлгән. Бәй, ниндәй сибәр ул. ҡапыл шымып ҡалған Рамаҙандан ирҙәр көлә башланы. Ха-ха-ха, сибәркәйгә ғашиҡ булған, имеш.
Рамаҙан бөгөн ҡырынды, йыуынды. ҡатынына һиҙҙермәй генә кисен клубҡа барырға йыйына башланы. Бының айығыуына өмөтөн өҙгән бисәһе аптырашта ҡалды. Ни булды һуң бөгөн иренә? Хәйерлегә булһын инде.
Кис яҡынлашҡан һайын йөрәге дарҫлап тибә Рамаҙандың. Нимә эшләргә? ҡарындашының янына барырғамы, юҡмы? Әллә уны өйөнә алып ҡайтырғамы? Байғош хәлендә ҡалмаҫмы ул Зөлхизәнең күҙ алдында? Ошо уйҙар мейеһен сүкей ине ирҙең.
Рамаҙан ҡоро ғына итеп ҡатынына:
– Йыйын, бөгөн концертҡа барабыҙ, – тип әйтеп ҡуйҙы.
– Ниндәй кәнсирт ти, һиңә күңел асһаң була. Яңы айныҡҡанһың, кәнсирт, имеш, унда инергә аҡсаң бармы, ярлы гөрбиян? – тип аҡырҙы һынһыҙ булып һимергән Гөлсөм. Рамаҙан уйға батты...
Теге ваҡытта балалар йортон, уларҙың районында ябып, ҡалаға күсерҙеләр. Рамаҙан шунда ун һигеҙ йәшен тултырып, әрмелә йөрөп ҡайтты ла аптырап ҡалды. Уның барыр ере юҡ ине. Ауылда инәһе булырға тейеш, бәлки, әлегә шунда йәшәп торормон, тип тыуған яҡтарына ҡайтты. Тик уның төбәп килгән инәһе лә гүр эйәһе булған икән. Рамаҙанды һыйындырырлыҡ кеше ауылда ла табылманы. Шулай ҙа ауылда уны таныған кешеләр булды. Үҙҙәренең өй нигеҙен күргәндән һуң, күршеләренә инде. Күршеһендә йәшәгән Ғәли бабай үлеп ҡалған икән. Уның өйөндә иренән айырылып ҡайтҡан Гөлсөм йәшәй ине. Гөлсөмдөң ике балаһы Рамаҙан килеп инеү менән уға, атай, тип килеп аҫылынғас, егет тәүҙә баҙап ҡалды. Унан инде, етемкәйҙәрҙе ымһындырмайым, тип атай ролен уйнай башланы. Үҙенән күпкә өлкән Гөлсөм йортонда ир-ат ҡулы етешмәй ине. Тора-бара бер-береһенә эҫенешеп тә киткәндәй булдылар. Шулай һәүетемсә генә йәшәп киткән һымаҡтар ине, тик бер көндө Рамаҙанды уттан алып һыуға һалдылармы ни! Ул үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр ғашиҡ булды. Тик һөйгәне менән ҡауышырға насип булмаған икән. Ул яратҡан ҡыҙҙы ата-әсәһе егеткә яҡын да ебәрмәне. Йәнәһе, ул бисәле ир. ҡыҙҙы ситкә уҡырға ебәрҙеләр, бер аҙҙан ул кейәүгә лә сығып китте. Шунан башлап Рамаҙан ҡатынына ла, донъяһына ла ҡул һелтәне. Уртаҡ балалары ла булманы. Ир шешә төбөнә тәгәрәй башланы. Гөлсөм дә көндән-көн уҫаллана барҙы, Рамаҙанды тупһанан уҡ сәүек эттәй ҡаршы ала. Шулай итеп, бар өмөт-хыялдары селпәрәмә килгән Рамаҙан ошо хәлгә ҡалды. ҡасандыр табырға хыялланған ҡарындашын да онотто ир.
Бер көндө Гөлсөм уның алдына матур биҙәкле журнал ташланы:
– Бына Зөлхизәңде ҡара, ҡандай ҙур кеше булып киткән, ә һин тоҡом ҡыуып, атаңа оҡшап, шешә ҡосаҡлап ятаһың! Зөлхизәне лә яҡшы кешеләр алып тәрбиәләмәһә, һинең ише булыр ине, сусҡалар, – тип аҡырҙы, бөйөрҙәренә таянып.
Рамаҙан, шешмәкләнгән күҙҙәрен саҡ асып, журналды ҡулына алды. Унда затлы кейем кейгән һомғол буйлы һеңлеһенең йырлап торған фотоһы баҫылғайны. Ирҙең тамағына төйөр тығылды. Зөлхизә өсөн ҡыуана ине. Өләсәһе һәр ваҡыт ҡыҙыҡайҙы: “Моңло бала бәхетһеҙ була, моңланма”, – тип шелтәләй торғайны, юҡ бит, ана ла баһа ниндәй матур булып киткән Зөлхизә! Рамаҙан һеңлеһе өсөн берсә ҡыуанды, берсә үҙенең ошо хәлгә ҡалыуы өсөн ата-әсәһенә, тәрбиәселәренә нәфрәт менән һүгенде. Күңелен аңлай алмаҫлыҡ тойғо биләне.
Бына бөгөн Зөлхизәнең концерты. Рамаҙан барырға, уны күрергә хыяллана ла, тик шул уҡ ваҡытта ҡурҡа ла ине.
Кис етте. Гөлсөм дә, концертта үҙенең бикәсе буласағын белгәс, ҡаршылашмай ғына барҙы.
Концерт иҫ китмәле матур ине. Зөлхизәнең һылыулығынан, моңло тауышынан емерелеп барған иҫке ауыл клубы йәнләнеп киткәндәй тойолдо.
Уның һәр яңы образы тамашасыларҙың йөрәк түренә үтеп инеп, күҙҙәрен сылатты. Бигерәк тә Арыҫлан менән бергә йырлаған “Саҡ менән Суҡ” бәйете Рамаҙандың күңелен урғытты. Ошо бәйет яңғырағанда, ул Зөлхизәнең аяҡ остарына ятып иларға әҙер ине. Тыйылды ир кеше. Уны яҙмыш бик ҡаты һыуыҡтары менән туңдырғайны.
Бына концерт та тамамланды. Ауыл халҡы ҡайтырға ыңғайланы. Һәр кем үҙенең тәьҫораттары менән бүлешә ине.
Гөлсөм ҡайтырға ыңғайлаған Рамаҙанды ишектән йолҡоп алды.
– Нимә, һеңлеңде лә күрмәй ҡайтаһыңмы, йолҡош?
Рамаҙан әйләнеп ҡарағайны, Зөлхизәнең йәшкәҙәгән күҙҙәре менән осрашты.
– Ағай, ағаҡайым! – Зөлхизә уның ҡосағына атылды.
Әрһеҙ Гөлсөм бара һалып Зөлхизәгә ағаһының бында булыуын әйткән икән. Көтөлмәгән осрашыуҙан Рамаҙан баҙап ҡалды. ҡапыл нимә эшләргә лә белмәне. Ул берсә ҡосағындағы ҡарындашының сәсенән һыйпарға ынтылды, берсә тамағына килеп тығылған төйөрҙө йоторға теләп тешләнде.
Зөлхизә, ағаһының ҡымшанмай ҡарап торғанына аптырап, күҙҙәренә баҡты. Бәй, ул күҙҙәрҙә теге ваҡыттағы нәфрәт уты һаман да һүнмәгән бит. ҡурҡыуынан Зөлхизә телһеҙ ҡалды. Яҙмыш тарафынан иҙелгән ағаһының таушалған йөҙө һырҙар менән ҡапланған, әле йәш булыуына ҡарамаҫтан, бөҙрә ҡара сәстәрен ҡырау һуға башлаған. Бары күҙҙәрендәге һаман да утлы ҡараш Зөлхизәнең йөрәген өтә. Ул нәфрәт яҙмышҡамы, әллә бер үҙен ташлап китеп, хәҙер бәхетле йәшәгән Зөлхизәгәме икәнен ҡарындашы аңлай алманы.
Рамаҙан өнһөҙ генә һеңлеһен ситкә этте лә ашығып китеп барҙы. ҡараңғылыҡҡа инеп юғалғас, ир баҫыу ситенә сүгәләп иланы ла иланы.
Мәңге осраша алмай йөрөгән Саҡ менән Суҡ ише улар ҙа ҡарындашы менән бик алыҫ ине. Өмөтө өҙөлгән, рухы һынған эскесе ир менән ожмах йортондағы хур ҡыҙылай бәхетле ҡошсоҡ араһында ниндәй уртаҡлыҡ булһын инде? Рамаҙан һеңлеһенең данын төшөрөп, оялмай ошо ҡиәфәттә уның янында нисек торһон?
Зөлхизә ағаһының өнһөҙ китеп барыуына ҡаушап ҡалды. Рамаҙанды яман һүҙҙәр менән әрләгән еңгәһенән ерәнеп, үҙен ситтә көтөп торған Арыҫланға йүгерҙе.
Нисә йыл көткән осрашыу ошолай булыр тип башына ла килтермәгәйне. Машина ҡуҙғалып киткәс кенә ул буҫлығып иларға тотондо.
Әсә фатихаһын ала алмаған мәхрүм йәндәр ише ҡалды уларҙың йөрәге. Береһе төндә “Суҡ” тип өҙгөләнһә, икенсеһе таңда “Саҡ” тип ярһыны. Яҙмыш урманында аҙашҡан бер туғандар башҡа бер ваҡытта ла осраша алмай, бер-береһен һағынып, икеһе ике донъяла йәшәне лә йәшәне.
Гөлнара БУРАНҒОЛОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.