01.02.2013 Башҡорт ҡыҙҙары бәйгегә сыға
Ошо көндәрҙә “Һылыуҡай” республика телевизион конкурсында ҡатнашасаҡ сибәркәйҙәрҙең исеме билдәле булды. Бәйгелә республиканан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә барлығы 60 башҡорт ҡыҙы ҡатнашырға теләк белдергән. Ике турҙан торған һайлап алыу һынауҙарынан һуң 13 һылыуҡай гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған. 26 мартта үтәсәк төп матурлыҡ конкурсында Ләйсән Әминева, Лилиә Сабитова, Гүзәл ҡарабашева (Өфө ҡалаһы), Динә Әхмәтсәүиева (Нефтекама), Зилиә Әбелғатина (Миәкә районы), Регина Әһелова, Юлиә Рәхмәтуллина (Әбйәлил районы), Айгөл Вәлиева (Мәсетле районы), Әнүзә Ғиззәтуллина (Бөрйән районы), Гүзәл Һунаршина (Ырымбур өлкәһе), Нурсилә Фәхретдинова (Баймаҡ районы), Эльвира Йәләева (Сибай ҡалаһы) һәм Розалия ҡыҙрасова (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) «Һылыуҡай − 2013» тажын яулау өсөн төрлө һынауҙар аша үтәсәк.
Конкурсты ойоштороусылар − БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы һәм “А-Медиа” нәшриәт йорто.
Л. ТАШБУЛАТОВА.