15.01.2013 «Теләгем – үҙем һайлаған һөнәрҙә иң яҡшыһы булыу»
Мин Өфө ҡыҙы Әлфиә Боҫҡонова булам. Башҡорт дәүләт университетында юрист һөнәрен үҙләштерәм. Саҡ ҡына буш ваҡытым булдымы, ҡулыма гитарамды алам, йырларға, бейергә яратам. Ваҡыт аҡҡан һыуға тиң, шуға ла һәр минутымды әрәм итмәй, рухи яҡтан үҫешергә, үҙемә өр-яңы асыштар яһап, минең өсөн өҙөлөп торған туғандарымдың терәк-таянысы булырға тырышам. Теләгем − үҙем һайлаған һөнәрҙә иң яҡшыһы булыу!