08.01.2013 Еңеүселәребеҙгә матурлыҡ та, уңғанлыҡ та хас
«Йәшлек» гүзәле – 2012» конкурсы тамам
Йыл башынан иғлан ителгән «Йәшлек» гүзәле» бәйгеһе үтә ҡыҙыу бармаһа ла, бына тигән сибәркәйҙәрҙән хаттар алдыҡ. Улар араһында «Һылыуҡай» республика конкурсында ҡатнашыусылар ҙа бар ине. ҡыҙҙар, үпкәләштән булмаһын, республика матурлыҡ бәйгеләрендә быға тиклем ҡатнашмаусыларға өҫтөнлөк бирелде. Тағы ла уҙған йылдарҙа гүзәлкәйҙәрҙе редакцияның тик ир-егеттәре генә һайлаһа, быйыл бындай хоҡуҡҡа ҡатын-ҡыҙ заттары ла эйә булды.
Һылыуҡайҙар беҙгә буранлап торған декабрҙең һуңғы көндәрендә килде. ҡояштай яҡты, наҙлы, һөйкөмлө йөҙҙәрҙән редакциябыҙ яҡтырып, йылынып киткәндәй тойолдо. Һәр ҡайһыһы әйтеп аңлата алмаҫлыҡ сихрилеге, үҙенсәлеге менән үҙенә тартты, шул уҡ ваҡытта арабыҙҙа кемде еңеүсе итеү бәхәсен дә тыуҙырҙы.
Үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алғас (тормош девизы, маҡсаты, яратҡан шөғөлө, хыялы һ.б.), бигерәк шәп ҡыҙҙарҙы һайлағаныбыҙға төшөндөк.
Сәмирә ӘМИНЕВА
Ишембай районының Яңы Әптек ауылынан. «Беҙ ғаиләлә ике бала үҫтек, мин һеңлемә бар яҡлап өлгөлө апай булырға тырышам. Маҡсатым − юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлау. Киләсәктә лайыҡлы кеше булып, әсәйем һәм туғандарым минең менән ғорурланһын тип хыялланам».
Сәмирә – ғәрәп исеме, бәхет, сибәрлек, ҡыуаныс, йылмайыу тигән мәғәнәгә эйә, шулай ҙа иң таралғаны – әңгәмәләшеүсе. Сәмирә Әминева ошо һыҙаттарҙың барыһын да үҙенә туплаған аҡыллы, тыныс ҡыҙ булып сыҡты. Уртаҡ фекергә килеүебеҙсә, Сәмирәне «Йәшлек» гүзәле» конкурсында еңеүсе тип баһаланыҡ.
Әлиә ТАЙМАСОВА
Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлап, «Башнефть – Новойл» нефть эшкәртеү заводында лаборант булып хеҙмәт юлын башлаған. Сығышы менән Хәйбулла районынан. Һөнәрем бик оҡшай, яратҡан эшемдә алдынғы белгес булыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанмын, ти ул. Студент сағынан уҡ ваҡытын бушҡа уҙғарырға яратмаған, һәр ергә өлгөргән Әлиә киләсәктә донъя буйлап сәйәхәт итергә пландар ҡора. Гүзәлкәйҙең иң беренсе күрергә теләгән иле – Италия. Беҙ уға бер тауыштан «Иң серле һылыуҡай» номинацияһын бирергә булдыҡ.
Роза Йәғәфәрова
ҡыпсаҡ ырыуы ҡыҙы, Бөрйән районынан. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының туризм һәм ҡунаҡхана бизнесы факультетында белем ала. Уның бер һирпелеп ҡарауынан уҡ илһөйәр, телһөйәр, булдыҡлы ҡыҙ икәне һиҙелеп тора. Роза Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә үҙенең тос өлөшөн индерергә хыяллана. Ул тәбиғәт ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн беҙҙең халыҡты ысын туристарса ял итергә өйрәтмәксе. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә сәйәхәт итеүгә шарттар тыуҙырып, милли үҙенсәлектәребеҙҙе килгән ҡунаҡтарға ойошторорға теләгән ҡыҙҙың был хаҡта һөйләгәндә күҙҙәре осҡонланып китә.
Йәйгеһен Бөрйән ҡыҙы туризм буйынса тәжрибә туплау һәм бер аҙ аҡса эшләү маҡсаты менән Скандинавия илдәренә юлланырға иҫәп тота.
Ғүмеренең һәр минутының ҡәҙерен белергә ынтылған Роза Йәғәфәрова алсаҡлығы, яһалма ҡыланмауы менән әсир итә, уның йөҙө лә, уйҙары ла яҡты һәм асыҡ. Ысын башҡорт ҡыҙҙары тап ошолай була – ҡыйыу ҙа, изге күңелле лә, ябай ҙа, итәғәтле лә. Роза – «Башҡорт һылыуҡайы» номинацияһы еңеүсеһе.
Ә бына «Интернет – «Йәшлек» гүзәле» номинацияһын кемгә биреүҙе интернетты яратыусылар һайланы. Иң күп тауыш йыйып, Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы 1-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Айгүзәл Мансурова еңеү яуланы. Айгүзәл – күп балалы ғаиләлә тәүге бала, ата-әсәһенең ышаныслы терәге. Кескәй туғандарын да ҡараша, тәмле итеп аш-һыу әҙерләй, оҫта итеп һүрәт төшөрә. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшеүсе Айгүзәлгә мәктәп үҙидаралығының вице-президенты вазифаһын ышанып тапшырғандар. Алсаҡ, мөләйем ҡыҙға барлыҡ тиҫтерҙәре тартылып тора – дуҫтары бик күп. Айгүзәл спортта ла алдынғы, мәктәптең йыйылма волейбол командаһы капитаны. Бар яҡлап һәләтле гүзәлкәй әлегә киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға хәл итмәһә лә, үҫкәс, иң тәүҙә ата-әсәһенә ярҙам итергә тигән ныҡлы маҡсат ҡуйған.
Эльмира Харрасова
Учалы районының Мәҫкәү ауылынан. Башҡорт дәүләт педагогия университетының 3-сө курсында белем алыусы тырыш ҡыҙ яҡшы уҡый, «Мисс Башҡортостан» матурлыҡ студияһында шөғөлләнә. «Был студияла шөғөлләнеү үҙ-үҙемә ышаныс өҫтәне, үҙемде кеше алдында тоторға, сығыш яһарға өйрәндем, яңы таныштар таптым», – тип һөйләй ул. Тыйнаҡ, тал сыбығылай һығылмалы гүзәлде «Иң һөйкөмлө һылыуҡай» номинацияһында еңеүсе тип иғлан итәбеҙ.