«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Нисек тәмәке тартыуҙы ташланым?



25.12.2012 Нисек тәмәке тартыуҙы ташланым?

1999 йыл, декабрь аҙа­ғы. Ғинуар ба­шын­да ҡатыным бала табырға тейеш. 1 ғинуарға ғына тура килмәһә ярар ине, тип йөрөйөм. Яңы йыл төнөндә акушерҙар ҙа иҫерек булыр кеүек тойолдо. Тағы ла нисек булһа ла киләһе йылы тәмәке ташларға ҡарар иттем. 30 декабрь кисен ҡорама ауылының клубында ойошторолған бал-маскарадҡа барҙым. ҡатырға ҡумтанан эшләнгән робот костюмында ике сәғәт буйы тирләп-бешеп сәхнәлә йөрөнөм. Береһе лә танымаһын тип, шул сәхнә кейемендә ҡайтып киттем. Әйтергә кәрәк, ул көндө утыҙ градус һыуыҡ булды. Мин ун минутлыҡ юлды йүгерә-атлай ҡайттым. Өйгә ингәндә кейемем арҡама йәбешкәйне, уны тиҙ генә алмаштыр­ҙым. Һыуыт­ҡыста Яңы йылға тип ултыртып ҡуйылған “ярты”лар ҙа бар ине. Эс­те йылытырға йә иһә ыуынырға башҡа ла килмәне. Иртәгеһен уян­ғанда үпкәмә һыуыҡ тейгәйне. 1 ғи­нуарҙы тәмәке тарта алмайынса ҡаршы алдым. Аллаға шөкөр, 2000 йылдың 4 ғинуарында Фәриҙә ҡыҙым тыуҙы. Тын алыуы ҡыйын булһа ла, дауаханаға бармайынса 20 көн ауырып үткәр­ҙем. Шулай тәмәке тартыуҙы ташланым.
Хәҙер: “Нисек тартыуҙы ташланың?” – тип һораһалар, мин: “Бик еңел ул. Үпкәгә тын алмаҫтай итеп һыуыҡ тейҙерергә кәрәк. Аҙаҡ үҙенән-үҙе ташлана ул”, – тип яуап­лайым…

Фәнүр ШАҺИЕВ.
Учалы районы,
Иҫке Байрамғол ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға