18.12.2012 “Ҡыш бабайҙың салбары һинеке һымаҡ”
Йәш саҡта кеше дыуамал ғына түгел, дәртле лә була бит. Инде ауылға күсеп ҡайтҡанбыҙ, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Улыбыҙ Ринат инде ярата һеңлеһен, килгән кешеләрҙе ҡарап ҡына тора – бәпесте алып китеп бармаһындар, тип ҡурҡа. Үҙе ғәләмәт телдәр, әллә күпме шиғыр белә. Яңы йыл етеп килә. Иптәшем ҡыш бабай булып кейенеп, балаларға байрам яһарға булды. Тышҡа сыҡҡан кеше булып, кейенеп, бүләк-күстәнәс һалынған тоғон йөкмәп килеп инде "ҡыш бабайыбыҙ". Улымдың ҡыуаныуы! Арығансы шиғыр һөйләп, йырлап-бейеп, бүләктәр алып, ҡыуанып тороп ҡалды. Ул ҡыуанғанға үҙебеҙ ҙә ҡыуанабыҙ.
"ҡыш бабай" сығып, әҙерәк торғас, тыштан атаһы килеп инде. "Атай, ҡайҙа йөрөйһөң? Беҙгә ҡыш бабай килеп китте! Мин шиғыр һөйләнем, йырланым. Әллә ҡайҙан Әлсимәне лә белә. Уға ла бүләк алып килгән. Һинеке һымаҡ ҡына салбар кейеп алған!" Шул арала ҡыш бабай тураһында тулы мәғлүмәт алып ҡалған. Халыҡ белеп әйткән инде: "Уллы өйҙә уғры ятмаҫ", – тип.
Тәслимә РӘХИМОВА.
Баймаҡ районы,
Ниғәмәт ауылы.