«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Аҡыллы һыйыр



18.12.2012 Аҡыллы һыйыр

1998 йыл. 31 декабрҙә алыҫтан ҡунаҡҡа туғандарым, иптәштәр килде. Яңы йылды ҡаршыланыҡ. Төнгө сәғәт икенсе яртыла, өҫтәл артында ултырып ялҡҡас, уйындар уйнай башланыҡ. Бер “фантик”ҡа яза итеп һыйырҙы ҡосаҡларға ҡушылғайны. Ишек алдына сыҡҡас, эт саҡырған һымаҡ һыҙғырып, һыйырҙы саҡырҙым. Һарайҙың арғы мөйөшөндә дөбөр-шатыр тауыш сыҡты ла, ҡапҡаһы асыҡ ине, һыйыр йүгереп беҙҙең алдыбыҙға килеп баҫты. Барыһы ла аптырап китте. Яза үтәргә тейешле кеше һыйырҙы ҡосаҡланы. Беҙ саф һауа һулағансы, малҡай һарайға кире инеп китте. Аптыраған ҡунаҡтар, көлә-көлә, "трюк"ты яңынан башҡарып ҡарауҙы һораны. Мин ҡыҙыҡ өсөн тағы ла бер тапҡыр эт саҡырған һымаҡ һыҙғырҙым. Ятып өлгөргән һыйыр һикереп торҙо ла сабып килеп етте. Беҙ көлөшә-көлөшә Яңы йыл табынына инеп киттек. Өйҙән тиҙ генә биҙрә менән “ашлы һыу” алып сыҡтым. Мин электән һәр ваҡыт, шуны һыйырға алып сыҡҡас, уны этте саҡырған һымаҡ һыҙғырып саҡыра инем. Шулай һыйырҙа шартлы рефлекс булдырғанмын инде. Ләкин ул турала ҡунаҡтарға әйтеп торманым, был “хәрби сер” булып ҡалды…

Горчицаға балыҡ шәп ҡаба

2007 йыл. 31 декабр­ҙә төш ваҡытында күршене осраттым. Ул: “Төнө буйы өҫтәл артында телевизорға текәлеп ултырасаҡбыҙ. Әйҙә, лутсы кискә тиклем балыҡҡа сығып киләйек”, – тип әйтеп һалды. Мин ризалаштым. Сәғәт ике-өстәрҙә беҙ күл буйында инек. Беҙҙән алда ғына ҡала балыҡсылары, мәкеләр уйып, емләп, балыҡ ҡаптырып ҡайтып китте. Беҙ әҙер урынға барып ултырҙыҡ. Балыҡ ене тик беҙгә генә ҡағылмаған икән: бер сәғәттән күрше ауылдан бер егет эргәбеҙгә килеп ултырҙы. Ул яңы мәкеләр уйҙы. Был ваҡытта минең аяҡ аҫтымда балыҡ тулып киткәйне, ҡармаҡты төшөрөп кенә өлгөр. Ә ситтәрәк ултырған яңы танышым Римгә балыҡ ҡапмай тиерлек. Шуға ла ул ваҡыты-ваҡыты менән минең яҡҡа күҙ һала. Әйтергә кәрәк, селәүсен һауытым һынып сыҡҡас, горчицаның пластмасса һауытына мотыль (ҡыҙыл ҡорт) һалғайным. Римде ҡыҙыҡ итергә булдым. Шулай, ҡармаҡҡа емде ҡуйғанда горчица һауытына күрһәтеп: “Мотылде горчицаға манып алам. Еҫенә, тәменә балыҡ һәйбәт ҡаба”, – тип әйтеп һалдым. Шунан шымып ҡалып, балыҡ артынан балыҡ тартып сығарҙым. Егерме минуттай түҙемлеге етте бының. Шунан тороп, минең янға һауыт тотоп килеп етте: “ҡайҙа, миңә лә әҙерәк горчица һалып бир әле!”. Миңә, һауыттағы ҡорттарҙы күрһәтеп: “Горчица яңы ғына бөттө, тик ҡорттар ҡалды”, – тип әйтергә тура килде…

Фәнүр ШАҺИЕВ.
Учалы районы,
Иҫке Байрамғол ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға