«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Светлана БИКҠУЖИНА: «Инешкә етер өсөн ағымға ҡаршы йөҙөргә кәрәк!»



19.10.2010 Светлана БИКҠУЖИНА: «Инешкә етер өсөн ағымға ҡаршы йөҙөргә кәрәк!»

Светлана БИКҠУЖИНА: «Инешкә етер өсөн ағымға ҡаршы йөҙөргә кәрәк!»Мөләйемлеге, алсаҡлығы менән күптәрҙең иғтибарын йәлеп итеүсе был һылыу ҡуйы урмандары, мәғрур тауҙары менән дан тотҡан Шәғәли Шаһман төйәгенән Светлана Бикҡужина була. Бәләкәйҙән табип булырға хыялланған ҡыҙ Белореттың 13-сө мәктәбенә барғас, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай, матбуғат биттәрендә сығыш яһай, ижади бәйгеләрҙә көсөн һынай. Остазы Сәриә Мөхәммәт ҡыҙы ҡаһарманова уятҡан әҙәбиәтебеҙгә һөйөү, милли рух тойғоһо уны Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килә. Тап журналист һөнәре аша милләтебеҙҙең артабанғы үҫешенә, киләсәк быуынды рухи яҡтан тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә алырмын, тип иҫәпләй Светлана.
Бөгөн ул – 3-сө курс студенткаһы. Киләсәктә телевидениела диктор йә хәбәрсе булып эшләргә теләй. Әлегә иһә шиғри юлдарға йән өрә, мәҡәләләр яҙа. Ҙур теләк менән халыҡ әкиәттәрен өйрәнеүе һәм фантазияға бай булыуы бик һирәктәргә генә хас әкиәт стилендә ижад итергә ярҙам итә. Рус мәктәбен тамамлап, университеттың рус бүлегендә белем алһа ла, Светлана башҡорт телендә яҙышыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Йәш ҡәләм эйәһен балаларҙың ата-әсәйгә ҡарата иғтибарһыҙлығы, йәштәр проблемалары борсой. Йәмғиәттә көндән-көн киңерәк тарала барған һүгенеү күренеше айырыуса уйға һала. «Башҡорт йәштәре ошоноң кеүек аламалыҡтарҙан алыҫ булһа ине. Бигерәк тә нәфис зат вәкилдәре үҙҙәрен тәрбиәле тоторға, һәр ваҡыт күркәм, матур булырға тейеш»,– ти ул.
Республика йәштәр һабантуйы сиктәрендә уҙғарылған «Һомай» гүзәллек бәйгеһенең лауреаты булып өлгөргән һылыу үҙе иһә гелән камиллыҡҡа ынтыла. Былтыр «Һылыуҡай» студияһында ла шөғөлләнгән. Буш ваҡытында тау саңғыһы, хореография менән мауыға. Уҡыусы сағында уҡ биатлон, бейеү буйынса район һәм республика ярыштарында призлы урындар яулай. Туризмға ла битараф түгел: ил гиҙергә, тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата. Ғәрәп телен өйрәнеп, Мәккәгә барып ҡайтыу теләге менән янып йәшәй. ҡышын ғаилә менән саңғы, сана шыуыуҙы, йәйен балыҡ ҡармаҡлауҙы, тауҙар артылыуҙы үҙ итә. Кесе йәштән тәбиғәткә мөкиббән ғашиҡ сибәркәйҙең тормош девизы ла ер-һыуға бәйле – «Инешкә барып етер өсөн ағымға ҡаршы йөҙөргә кәрәк!»

Миләүшә ҡАСИМОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға