«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Үткәндәргә үкенмәйенсә, бөгөнгө менән йәшәйек»



11.12.2012 «Үткәндәргә үкенмәйенсә, бөгөнгө менән йәшәйек»

«Үткәндәргә үкенмәйенсә, бөгөнгө менән йәшәйек» Илебеҙгә күренекле шәхестәр тәрбиәләгән йәмле Әселекәй буйҙарынан Ләйсән Илбаева булам. Тырышҡан − ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Ейәнсура районының Абзан урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлап, Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға индем. Атайымдан теүәл фәндәргә һөйөү күсһә, әсәйемдән ҡул эштәре серҙәренә төшөнәм. Минең өсөн бәйләм бәйләү − үҙе бер сихри донъя. Шахмат уйынын бәләкәй­ҙән яратып уйнайым, төрлө ярыштарҙа ятып ҡалғансы, атып ҡалыуҙы хуп күрәм. Еңел атлетика, волейбол, баскетбол секцияларында әүҙем шөғөлләнәм. Башҡорт яҙыусыларынан Мостай Кәримдең, Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен уҡып, күңел донъямды байытырға тырышам. Халҡым, республикам өсөн кәрәкле кеше булыуҙан да артыҡ бәхет кәрәкмәй миңә. Тормош девизым: «Үткәндәргә үкенмәйенсә, бөгөнгө менән йәшә».

Фәниә Юланова әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға