«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Ҡыҙым өсөн Ҡыш бабай



04.12.2012 Ҡыҙым өсөн Ҡыш бабай

Айгүзәл ҡыҙыма өс йәш ине. Беҙ йәшәгән ауылда балалар баҡсаһы булмағанлыҡтан, ул өйҙә генә ултырырға мәжбүр. Ара-тирә үҙем менән мәктәпкә алып барған көндәремдә ҡыҙым уҡыусыларҙан күп нәмә белеп, күреп ҡайта. Шулай бер көндө байрамға мәж килеп әҙерләнеп йөрөгән балаларҙан Яңы йыл етерен, ҡыш бабай килерен белеп ҡайтты. Килешле генә итеп шиғырҙарын да ятланы, тыпырлатып бейеп тә ебәрә. ҡыҫҡаһы, дүрт күҙ менән ҡыш бабайҙы көтә.
Тышта уйнаған ҡарлы бурандар менән ярышып, ҡыштың ҡыҫҡа көндәре бер-бер артлы елеп үтте. Мәктәп байрамдары ла артта ҡалды. ҡыҙыбыҙҙың ышанып көтөүен күреп, атаһы менән «ҡыш бабайҙың бүләген» шыршы аҫтына һалырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Бына Яңы йыл көнө лә килеп етте, беҙ байрам табыны әҙерләйбеҙ. Айгүзәлгә лә күңел­һеҙ түгел – әсәһенә эйәреп, күрше ҡыҙы Маша ингән. Уларҙа ла шул уҡ хәл икән, көн дә ҡыш бабайҙы көтәләр.
Беҙҙең аралашыуҙы тыштағы тауыштар бүлде. Кемдер ишек шаҡыны. Өйгә ҡыш бабай үҙе ки­леп инмәһенме! Ысын­лап та, үҙе! ҡашығаяҡ араһында буталған өлкәндәр ҙә, сыр-сыу килеп уйнаған ҡыҙҙар ҙа, ҡыш бабай­ҙың оҙон аҡ һаҡалын, матур кейемен, тоғон күреп, албырғап ҡалдыҡ. Ул бик алсаҡ: Айгүзәл исемле ҡыҙыҡайҙың ошонда йәшәүен, үҙен бик көтөүен белгән! ҡыҙымдың был минуттарҙа шатлығы эсенә һыймай ине. Ул барлыҡ һөнәрҙәрен күрһәтте, бүләктәргә ихлас ҡыуанды.
ҡыш бабайҙы оҙатырға тип соланға сығыу менән, Мансур ҡустымды ҡосаҡлап алдым, арҡаһынан тупылдатып һөйҙөм. 300 саҡрымдан ашыу ара үтеп, бәләкәс туғанына ла, беҙгә лә ҡыуаныс бүләк иткәне өсөн уға ысын күңелдән рәхмәтле инем. Бабай кейемдәрен сисеп, ҙур спорт сумкаһына һалғас, Мансур ағаһы өйгә инде – шатлыҡҡа шатлыҡ өҫтәлде. Бына шулай, уйламаған-көтмәгәндә килеп тыуған был тамаша беҙҙең күңелдәрҙә әле булһа ла иҫ киткес яҡты, мөғжизәле бер мәл булып һаҡлана.

Гөлнара ӘМИНЕВА.
Өфө районы,
Бурцев ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға