27.11.2012 «Йәшәү маҡсатым – ҡаршылыҡтарға бирешмәйенсә, ғорур алға атлау!»
ҡыҙҙар − ерҙең биҙәге, тигән боронғолар. Ысынлап та, бер сылтырап көлөүең, яҡшы һүҙҙәр әйтеп йән дауалауың күпме кешегә йәшәү өсөн дәрт, көс өҫтәй. ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ҡасабаһынан Гөлсәриә Байымова булам. Үҙем шаулап килгән яҙҙарҙа донъяға килгәнгәме, саф күңелле,тормошҡа ғашиҡ кешемен. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында бишенсе курста уҡыйым. Олуғ шәхестәр, профессорҙар менән бер аудиторияла ултырып, күҙмә-күҙ ҡарап фекер алышыу биш йыл уҡыу дәүеремдә күп нәмәгә өйрәтте. Минең тормош девизым – ҡаршылыҡтарға бирешмәйенсә, ғорур алға атларға!
Фәниә ЮЛАНОВА әҙерләне.