«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Дуҫтарҙы һынатыу юҡ



13.11.2012 Дуҫтарҙы һынатыу юҡ

Дуҫтарҙы һынатыу юҡ
«Йәшлек»-фараз» конкурсында инструменттар йыйылмаһы отҡан Гөлназ һәм Зөлфир Баһауетдиновтар гәзитебеҙҙе «Ленинсы» сағынан уҡ алдырып уҡый
Йонсоу ауыр болоттар тауҙарҙың өҫтөн ҡыра яҙып, түбән генә йөҙгәндә, былай ҙа көйһөҙ көн йөҙө тамам боҙолғанда Әбйәлил райо­нының Хәмит ауылына барып төштөк – «Йәшлек»-фараз»да инструменттар йыйылмаһы отҡан сираттағы еңеүсебеҙ тап ошо ауылдан ине. Көн торошона иҫебеҙ китмәне, сөнки үҙебеҙҙе ниндәйҙер кимәлдә шатлыҡ өләшеүсе тылсымсылар кеүек күрәбеҙ, шуға кәйефебеҙ ҙә күтәренке. Кешеләрҙән юлда һорай-һорай, бер йорт янына килеп туҡтаныҡ. ҡапҡаны барып этһәк, ул эстән бикле! Берәй яҡҡа сығып киттеләрме, тип күрше йортҡа һуғыл­һаҡ, унда кеше йәшәмәгәне асыҡланды. Әллә адресты яңылыш өйрәтеп ебәрҙеләрме, тип аптырап, өсөнсө өйгә барҙыҡ. Уның да тәҙрәләрендә селтәр-ҡорғандары булмағас, һаҡ ҡына ихата эсенә үтеп, тауыш бирҙем, шул саҡ йәйге аш йортонан хужабикә күренде:
– Бында үтегеҙ!
Баҡтиһәң, Гөлназ һәм Зөлфир Баһауетдиновтар өйҙәрендә ре­монт эшләй икән. Ә ремонт ваҡытында иң кәрәкле әйбер нимә? Әлбиттә, инструменттар йыйылмаһы!
− Беҙ өсөнсө тапҡыр «Йәшлек»-фараз»да көсөбөҙҙө һынап ҡараныҡ, − тип һөйләне өҫтәл әҙерләгән арала Гөлназ һылыу. − Алдан ҡарап барабыҙ ҙа тиражды, шунан сығып фараз итәбеҙ. Ике тапҡыр ирем яҙып ебәргәйне, отманы. Был юлы һандарҙы үҙем яҙҙым. ҡасан йомғаҡ яһарҙар икән, тип байтаҡ ваҡыт көтөп йөрөнөк. «Йәшлек»тең бер һанын асып ебәрһәм, унда беҙҙең еңеүебеҙ тураһында яҙыл­ған. Эй, ҡыуандыҡ!
Гәзитебеҙҙе «Ленинсы» сағынан уҡ алдырып уҡыған кешеләр булараҡ, Гөлназ да, Зөлфир ҙә йыл һайын юҡ аҡсаны бар итеп «Йәшлек»кә яҙылып ҡуя (хаҡы артһа ла, яҙылған кеше барыбер яҙыла ул, тип беҙҙе лә тынысландырҙылар). Унан тыш, район гәзите «Осҡон»до, Фирназ менән Рияз улдарына «Аҡбуҙат»ты алдыралар.
− Яңылыҡтарҙы телевидение аша беләбеҙ, ә бына хикмәтле хәлдәр, ғибрәтле яҙмыштар, хикәйәләрҙе яратып уҡыйбыҙ, − ти ғаилә башлығы. − Шул тиклем «Йәшлек» яҡын беҙгә, хатта нишләп гәзитебеҙҙе шулай аҙ алдыралар икән, тип эсебеҙ ҙә бошоп ҡуя. Йәштәр гәзитен күберәк алдырып уҡыһындар ине.
Бәләкәйҙән техника яратһа ла, Зөлфир мәктәптән һуң Таштимер­ҙәге ауыл профессиональ-техник училищеһына ветеринарға уҡырға бара. Уҡыу йортон тамамлап, ветеринария пункты мөдире булып эшләүенә инде ун йыл, әммә бер ваҡытта ла ошо тынғыһыҙ һөнәрҙе һайлағанына үкенмәй. Әлеге ваҡытта ул Буранғол ауылы ветеринары Мотаһар Йәнбирҙин менән бергә күрше-тирәләге ете ауылдың малын ҡарай.
− Мал яратмаған кеше беҙҙең эштә эшләй алмай, бер көн дә тотҡарланмай, − ти Зөлфир. − Табиптарға еңелерәк, сөнки улар кешенең хәлен үҙенән һорап белә ала, ә беҙгә малдың хәл-торошонан сығып диагноз ҡуйырға кәрәк. Теле булмағас, малҡай һинең күҙеңә мөлдөрәп ҡарап тик ята бит ул. Кешеләр генә түгел, хайуандар ҙа иғтибарға бик-бик мохтаж. Укол ҡаҙағандан һуң, ауырыма, төҙәл, тип бер һыйпауың етә, улар терелеп киткән була. Аяғына ла баҫа алмаған мал икенсе көнө һин дә мин ашап йөрөп ятһа, хужалары өсөн генә түгел, беҙҙең өсөн дә ҙур ҡыуаныс.
Ветеринарҙың һис бер буш ваҡыты юҡ. Көн дә берәйһенең малы сырхап, уға ярҙам һорап килеп етәләр. Ауыл кешеһенең күҙ терәп торғаны ат менән һыйыр булғас, Зөлфиргә башлыса эре малды дауаларға тура килә. Бер ҡасан килгән кешене кире бороп ебәрмәгән мал йәнле ветеринарҙы ауыл халҡы ихтирам итә. Иртәнән кискәсә эшләгән егәрле, үҙ эшенең оҫтаһын кем хөрмәт итмәһен?! ҡатыны Гөлназ да эшһөйәрҙәр затынан. Өс-дүрт һауын һыйыр һау­ған, нимәгә тотонһа ла, эш рәтен белеп башҡарған сабыр холоҡло йәш хужабикә барыһына ла һәр йәһәттән матур өлгө. Эштән арын­ған мәлдәрендә «Йәшлек»те уҡыу­сыларға алмаш әҙерләп, Гөлназ бәләкәс улдарына «Аҡбу­ҙат»ты уҡый. Әлегә үҙе, сөнки бе­ренсе синыфта белем алыусы өлкән улдары Фирназ хәрефтәрҙе өйрәнеү өҫтөндә.
Баһауетдиновтарҙың ғаиләһендә булғандан һуң, матбуғатты алдырып уҡыған кешеләр барыбер башҡаларҙан бер башҡа өҫтөн икәненә тағы бер инандыҡ. Беҙҙең дуҫтарыбыҙ − зыялы, алдынғы ҡарашлы, һәр нәмәгә үҙ фекере булған кешеләр. «Дуҫыңдың кемлеген әйт һәм мин һинең кемлегеңде әйтәм» тигән мәҡәлде иҫләп, «Йәшлек»тең ысынлап та «мах» бирмәүенә ҡыуандыҡ − шундай дуҫтарыбыҙ булғас, тимәк, беҙ һис тә төшөп ҡалғандарҙан түгел! Быны белеү беҙгә көс, дәрт, илһам бирә, камиллыҡҡа, алға, үргә ынтылырға әйҙәй. Сөнки дуҫтарыбыҙҙы бер нисек тә һыната алмайбыҙ. Улар ҙа ышанысыбыҙҙы аҡлап, тиражды кәметергә юл ҡуймаҫ, тибеҙ.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға