«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Һүҙ оҫталары бәйгегә йыйылды



26.10.2012 Һүҙ оҫталары бәйгегә йыйылды

Һүҙ оҫталары бәйгегә йыйылды
Конкурсты республикабыҙҙың мәҙәниәт министрлығы, Респуб­лика халыҡ ижады үҙәге, Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм “Ағиҙел“ мәҙәниәт һәм ял үҙәге ойошторҙо. Унда муниципаль берәмектәрҙең мәҙәниәт бүлектәре, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары тәҡдиме менән үҙешмәкәр һәм профессиональ артистар, һүҙ оҫталары ҡатнашты.
Һәр ҡатнашыусы үҙе һайлаған авторҙың әҫәрҙәрен башҡарырға, уларҙың береһе 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғалары йәки геройҙары тураһында булырға тейеш ине. Конкурсанттар тарафынан шиғыр, фельетон, монолог, эстрада хикәйәһе, әҙәби эстрада, интермедия, сәхнә күренеше, пантомима һәм башҡа төрҙәге әҫәрҙәр башҡарылды.
Финалға 40-ҡа яҡын ҡатнашыусы сыҡты. Салауат ҡалаһының 19-сы һөнәрселек училищеһынан Мар­сель Әхмәтйәнов мәктәптә уҡыған сағынан уҡ шиғыр бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашып, призлы урындар­ға сыға. Бөгөн дә ул диплом менән бүләкләнде.
Конкурс программаһында педагогтар һәм режиссерҙар, республиканың билдәле шәхестәре Олег Ханов, Гөлли Мөбәрәкова, Юнир Салауатов, Земфира Хөсәйенова, Азамат Юлдашбаев ҡатнашлығында сәхнә оҫталығы дәрестәре, эстрада-һөйләү жанрын үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде. Һүҙ оҫталары конкурстың нисек үтеүе, ғөмүмән, республикала һүҙ жанрының үҫеше тураһында фекер­ҙәре менән уртаҡлашты.
− Элек-электән шиғыр, сатира аша һүҙ оҫталары тормоштоң асылын, проблемаларын асырға ты­рыш­ҡан. Ә хәҙер халыҡта һүҙ ҡәҙере бөтөнләй онотолоп бара. Балалар интернет, телевизорҙан ары китә алмай. Беҙҙең халыҡ рухлы әҫәрҙәргә һыуһаған. Хәҙерге заманға яуап бирә торған, таянырлыҡ әҫәрҙәр юҡ тиерлек, − тип үҙенең әрнеүҙәрен дә әйтеп үтте Юнир Салауатов.
Гөлли Мөбәрәкова бәйге тотоу­сыларға тауыш өҫтөндә эшләргә кәрәклеген аңлатты.
− Ысынлап та, беҙҙең республикала һүҙ жанры түбәнәйҙе. Сығыш яһаусыларҙың да әҙерлек кимәле төрлөсә. Һүҙ оҫтаһы булыу өсөн туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, күнекмәләр талап ителә. Конкурсанттар араһында тетрәндергес итеп, образға инеп шиғыр һөйләүселәр миндә һоҡланыу тойғоһо уятты. Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амур­ҙары“ әҫәренән өҙөктәрҙе тасуири һөйләп бирә алдылар. Киләсәктә был конкурс тағы ла сәскә атыр әле, − тине Гөлли Арыҫлан ҡыҙы.
ҡотлау тантанаһы алдынан БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтын­баев һәм ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов конкурсанттарҙы еңеүҙәре менән ҡотлап, уларға уңыштар теләне. Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә урындар бирелде, төрлө номинациялар, махсус бү­ләктәр, дипломдар тапшырылды. Гран-приға бер кем дә дәғүә итмәне. I урында − Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы актер бүлегенең 4-се курс студенттары ансамбле һәм Тәтеш­ле районынан Фәрит Йыһангиров, II урында − Ишембай районынан “Хазина“ фольклор ансамбле һәм Өфө ҡалаһынан Гөлмира Исмә­ғилева, III урында − Салауат ҡалаһынан “Пигмалион“ пантомима халыҡ театры, Хәйбулла районынан Ғәзиз Әбделмәнов, Учалы районынан Ринат Сиражетдинов, Салауат ҡалаһынан Ринат Ибәтуллин.
ҡала хакимиәте “Росточек” балалар коллективына махсус приз бирһә, “Башҡортостан” гәзите лә үҙ бүләген булдырғайны. “Салауат” гәзите иһә 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Сөмбөл Исҡужинаға үҙ бүләген тапшырҙы.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға