12.10.2012 Ай, һылыуһың, башҡорт ҡыҙы!
Линара Таһированың “Һылыуҡай” продюсерлыҡ үҙәге күп ҡыҙға өр-яңы тормош асты. Эльвира Хисаева, Анжелика Якусева кеүек һылыуҡайҙарыбыҙ уның ярҙамында донъя подиумына юл алды. Уның тәрбиәләнеүселәре әленән-әле яңы үрҙәр яулай. 19 – 29 сентябрҙә ҡытайҙа уҙған “Азия супермоделе —2012” халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында башҡорт ҡыҙҙары Айһылыу Юнысбаева менән Айһылыу Фәтихова ҡатнашты. Һылыуҡайҙарыбыҙ барыһын да әсир итеп, “Азияның ун иң гүзәле” исемлегенә индерелде. Айһылыу Юнысбаева “Тамашасы һөйөүе” номинацияһына лайыҡ булды.
“Азия супермоделе – 2012” халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Вьетнамдан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән, ҡытайҙан, Кореянан, Һиндостандан, Сингапурҙан, Таиландтан, Малайзиянан, Монголиянан, Шри-Ланканан, ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Рәсәйҙән бөтәһе 26 һылыуҡай ҡатнашҡан. Гүзәллек бәйгеһе телевизион шоу булараҡ ойошторолған. Ун көн эсендә ҡыҙыҡлы тамашаны “зәңгәр экран”дарҙан алтмыш миллиондан ашыу кеше ҡарап өлгөргән. Әйткәндәй, был конкурста Рәсәй өсөн Хабаровскиҙан сығыш яһаһалар, Башҡортостан айырым ил булараҡ ҡатнаша.
Айһылыу Юнысбаева Өфө дәүләт нефть техник университетының йәмәғәтселек менән бәйләнеш факультетының 3-сө курсында белем ала. Ә уның аҙашы Айһылыу Фәтихова Башҡорт дәүләт университетының биология факультетының 5-се курсында уҡый. Ике ҡыҙ ҙа республикала үткәрелгән “Һылыуҡай” конкурсында еңеү яулаған.
Сит илдән ҡайтыуҙың иртәгәһенә Айһылыу Юнысбаева редакцияға килеп, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Кескәй саҡтан уҡ мине матурлыҡ конкурстары ҡыҙыҡһындыра ине. 2007 йылда “Һомай” төбәк-ара бәйгеһендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Шунда мине Линара Таһирова күреп ҡалып, “Һылыуҡай” продюсерлыҡ үҙәгенә саҡырҙы. Ул саҡта атай-әсәйем менән Әлшәйҙә йәшәй инем. Мин Өфөгә, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһына 8-се синыфҡа уҡырға килдем һәм студияла шөғөлләнә башланым.
Тырышлығым бушҡа китмәй, 2009 йылда “Һылыуҡай” республика матурлыҡ конкурсында икенсе урынға һәм “тамашасы һөйөүе” номинацияһына лайыҡ булдым.
– ҡытайҙа уҙасаҡ конкурста ҡатнашырға саҡырғас, ниндәй хистәр кисерҙең?
– Республика, төбәк-ара конкурстарҙа уңышлы сығыш яһағандан һуң, сит тарафтарға сығыу, үҙеңде башҡа кимәлдәге бәйгелә һынап ҡарау теләге уянғайны. “Азия супер моделе – 2012” халыҡ-ара матурлыҡ конкурсына шатланып, шул уҡ ваҡытта бик тулҡынланып барҙым. Былтыр был конкурста апалы-һеңлеле Айгөл, Гөлсөм Айытҡоловалар һәм Илмира Ғәбитова “Азияның ун иң гүзәле” исемлегенә ингәйне. Был сарала Башҡортостан вәкилдәре икенсе мәртәбә ҡатнашты.
Бөтә нескәлектәрҙе Линара Рауил ҡыҙының етәкселегендәге студияла өйрәттеләр. Модельер Альбина Жерлицына башҡорт ҡыҙҙарының нәфислеген, гүзәллеген сағылдырған милли костюмдар текте. Делегацияны Альбина Усманова етәкләне.
ҡытайға беҙ ике көн остоҡ, икенсе самолетҡа күсеп ултырған саҡта багаждарыбыҙ юғалған. Ярай әле, костюмдарыбыҙҙы үҙебеҙ менән алғанбыҙ. Шуға тәүге көндәрҙә гел милли кейемдә йөрөнөк. Багажыбыҙҙы бер нисә көндән табып килтерҙеләр.
– ҡытай халҡы һеҙҙе нисек ҡабул итте?
– Бик ихлас халыҡ ул ҡытайҙар. Республикабыҙ тураһында хәбәрҙарҙар, Азияның беҙҙән башланғанын беләләр. “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары иң һылыуы, башҡаларҙан айырылып торалар, күҙҙәре ҙур, үҙҙәре бигерәк нәфис”, – тиҙәр. Улар беҙҙе “барби” тип йөрөттө. Сулпылар, төлкө тиреһе менән биҙәлгән балитәкле костюмдарыбыҙ барыһында ла һоҡланыу уятты.
ҡытайҙарҙың аш-һыуы, туҡланыуы бөтөнләй икенсе төрлө. Иң яратҡан ризыҡтары – томбойоҡ тамыры, диңгеҙ аҙығы. Улар бик ҡунаҡсыл, итәғәтле һәм сабыр халыҡ. Таяҡ менән ашарға өйрәнеүе ҡыҙыҡ булды. Ғөмүмән, бик үҫешкән, алға киткән ил ул ҡытай.
– Конкурстың шарттары тураһында һөйлә әле.
– Конкурсҡа, әлбиттә, буй, ауырлыҡ үлсәмдәре тура килгән ҡыҙҙарҙы алалар. Һәр бәйгесенән үҙ төбәгенең мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен күрһәтеүе, инглиз телен яҡшы белеүе, камера алдында һәм сәхнәлә үҙен матур һәм ышаныслы тотоуы талап ителде. Хореографик һәләт, актерлыҡ оҫталығы һәм быға тиклем ҡатнашҡан матурлыҡ конкурстары һөҙөмтәләре – барыһы ла мөһим ине.
Фотосессиялар, телевизион төшөрөүҙәр көн дә булды. Туҡтауһыҙ эшләргә һәм эшләргә тура килде. Хатта һыу аҫтында ла фотоға төшөрҙөләр. Ун көн эсендә ҡыҙҙар менән дуҫлашып өлгөрҙөк. Беҙ тик инглиз телендә аралаштыҡ. Тиҫтерҙәремә кәңәш – мотлаҡ ошо телде өйрәнегеҙ, ул һеҙгә һәр саҡ кәрәк буласаҡ.
– Айһылыу менән икегеҙ “Азияның ун иң гүзәле” исемлегенә инеүегеҙҙе белгәс, нимә тойҙоғоҙ?
– Еңеүҙе ишеткәс, халҡым, республикам өсөн ғорурлыҡ уянды. Гүзәл, сәскә атҡан еребеҙҙе Азия илдәренә, ҙур кимәлгә сығарыуҙа өлөш индереүгә сикһеҙ шатландыҡ. Был егәрле, рухлы, көслө команданың тырыш эш һөҙөмтәһе. Барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм!
Беҙ халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, сәнғәт өлгөләрен, йолаларын сағылдырырға тырыштыҡ. Башҡорт ҡыҙҙарының образын, ыңғай яҡтарын күрһәтә алғанбыҙҙыр тип ышанам.
– Хыялың?
– Ҙур подиумдар хаҡында хыялланмайым. ҡытайҙа булғанда мода өлкәһендә хеҙмәттәшлек тәҡдим иттеләр, ләкин маҡсатым контракт түгел ине, мин бары республикабыҙҙы күрһәтергә теләнем. Башҡорт ҡатын-ҡыҙына хас булғандай, минең өсөн тәүге урында ғаилә тора. Күптән түгел Учалы егете Илмир Әһлиуллин менән никахлаштыҡ. Ул әлеге мәлдә Мәскәү ҡалаһында белем ала. Илебеҙҙең баш ҡалаһына уҡырға күсеп, ирем янында булғым килә.
– “Йәшлек” гәзитен уҡыусы ҡыҙҙарға ниндәй кәңәшең булыр?
– Һәр ерҙә лә үҙегеҙҙе ышаныслы һәм матур тотоғоҙ, хеҙмәтте яратығыҙ. Буш ваҡытығыҙҙы заяға уҙғармағыҙ, мөмкин тиклем күберәк белем алырға, үҫешергә тырышығыҙ. ҡиммәтле күлдәктәр, биҙәүестәр булмаһа ла, таҙа һәм йыйнаҡ кейем һәр ҡыҙға гүзәллек өҫтәй. Көндө эшкә һәм белем алыуға, ә төндө йоҡоға арнағыҙ.