05.10.2012 Быйма баҫыусыһына ла, өҙә баҫыусыһына ла – афарин!
«Рәсәй» телеканалының «Ауаз» телепрограммаһы авторҙары республика буйынса ойошторолған «Династия» һәм «Иң шәп кәсеп» акцияларына йомғаҡ яһаны
Үткән йылдың декабрендә “Ауаз” программаһының ижади коллективы “Династия” һәм “Иң шәп кәсеп” республика акцияларын иғлан иткәйне. Был матур сарала ҡатнашыусылар бик күп булды. Акцияны ойоштороусылар телевизор ҡараусыларҙы бик күп уңған һәм талантлы кеше менән таныштырҙы. Рәсәй телеканалының “Ауаз” программаһы хәбәрселәре акция барышында республиканың 29 район һәм ҡалаһында булды. Төрлө ерҙәрҙә йәшәгән иң шәп кәсепселәр, үҙ шөғөлөн быуындан-быуынға тапшыра килгәндәр менән яҡындан танышыу өсөн бик күп матур тапшырыу әҙерләнеүе менән әһәмиәтле. Әйткәндәй, акцияла еңеүселәрҙе телевизор ҡараусылар билдәләне.
Ошо көндәрҙә “Иң шәп кәсеп” һәм “Династия” акцияларына йомғаҡ яһалды. Уҡытыусы, табип, һунарсы, милли көрәш оҫтаһы, нефтсе, умартасы, малсы, быйма баҫыусы, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм тағы ла бик күп һөнәр эйәһе ҡатнашҡан ҡыҙыҡлы сарала еңеп сығыусыларҙы тәбрикләү ысын тантанаға әйләнде.
“Династия” акцияһында сығыш яһаусылар араһында беренсе урынды яулаусы Ниғмәтуллиндар ғаиләһе уңғанлығы менән генә түгел, йор һүҙҙәре менән дә бар сәхнәләрҙә лә сығыш яһарлыҡ ғаилә икән. Светлана һәм Адис Ниғмәтуллиндар Салауат районының Таймый ауылында йәшәй, шөғөлдәре бик кәрәкле – быйма баҫалар. “Династия” акцияһында ҡатнашыуҙары юҡҡа түгел – Ниғмәтуллиндарҙың бишенсе быуыны тап быйма баҫыу менән шөғөлләнә.
− Заказдар етерлек, ҡыш башланыу менән йөҙ пар тирәһе быйма баҫабыҙ, − ти Адис Ниғмәтуллин. – Ирҙәр өсөн быйма баҫыу хаҡы, яҡынса алғанда, 1200 һум, ә ҡатын-ҡыҙҙыҡы 900 һум тирәһе.
Был ярышта икенсе урында шау-гөр килеп торған, өҙҙөрә баҫып, йырлап-бейеп йәшәгән ҙур ғаилә − Фазлетдиновтар. Нуриман районының Башшиҙе ауылында йәшәүсе Зөлфиә һәм Илдар Фазлетдиновтар 2007 йылда ғаилә фольклор ансамблен ойошторған. ҡымыҙсы, бейеүсе, ҡурайсы, йырсы, гармунсы, баянсыны туплаған был ансамбль – райондың йөҙөк ҡашы. Һабантуй булһынмы, башҡа мәҙәни сарамы – Фазлетдиновтарға етеүселәр юҡ. Хәҙер был ижади коллективта 14 кеше бар, ансамблдең иң оло ағзаһы алтмышын ҡыуалаһа, иң кескәй талант эйәһенә әле дүрт кенә йәш. Фазлетдиновтарҙың барыһы ла талантлы, артислыҡ һәләте булған кешеләр. Хатта был ғаиләгә килен булып төшкәндәр ҙә йыр-бейеүгә маһир.
Республикабыҙҙың иң шәп кәсепселәре булараҡ еңеп сыҡҡан Сания һәм Илгиз Ниғмәтуллиндар башҡорт тоҡомло ат үрсетеүгә өҫтөнлөк бирә. Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылы уңғандары ҡымыҙ бешеп, ҡаҙы эшләп кәсеп итә. Колхоздың емерек келәттәрен һәм ташландыҡ ферманы рәткә килтереп алған Илгиз Ниғмәтуллиндың хәләл ефете Сания фермалағы бар эш менән дә етәкселек итә тип әйтергә кәрәк. ҡымыҙҙы телеңде йоторлоҡ, һатып алыусыларҙың талаптарына яраҡлы итеп әҙерләү өсөн көс тә, оҫталыҡ та кәрәк. Ғаилә был эш менән ун йыл самаһы шөғөлләнә инде. Был арауыҡта уларҙың үҙ ҡулланыусылары ла барлыҡҡа килгән.
Икенсе урында килеүсе Шишмә районының Бикҡол ауылында йәшәүсе эшҡыуар Таһир Шаяновтың хужалығында 400 самаһы һарыҡ бар.
− Өйләнешкәндә туйға дүрт һарыҡ төшкәйне, шуларҙы үрсетеп, тиҙ арала утыҙ башҡа еткерҙек. Хәҙер инде һарыҡ ҡына түгел, хәстәрлек тә артты. Ғаиләбеҙ менән шул һарыҡтарҙы үрсетеү өсөн тырышабыҙ. Килем һарыҡтарҙы итләтә һатыуҙан килә, клиенттарҙы эҙләп йөрөмәйем – тауарымды үҙҙәре килеп алалар, − ти Таһир Шаянов.
Әле Шаяновтар һарыҡ йөнөнән юрған эшләп тә һата башлаған. Шулай уҡ кейеҙ һәм быйма баҫыу ҙа үҫтерергә ниәтләнгән кәсептәре булып тора.
Акцияла ҡатнашыусы һәр кем иғтибарға, ихтирамға лайыҡ. Быны улар менән саҡ ҡына аралашыу, уларға ҡарау менән аңлайһың, һоҡланаһың. Телевизор ҡараусыларҙы эш кешеләре, уңғандар, тырыштар менән таныштырыу өсөн матур сара ойошторған “Ауаз” программаһы авторҙарына “афарин!” тип әйтергә генә ҡала.