«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Төп тормош маҡсатым – рухлы, илебеҙгә кәрәкле шәхес булырҙай балалар үҫтереү



02.10.2012 Төп тормош маҡсатым – рухлы, илебеҙгә кәрәкле шәхес булырҙай балалар үҫтереү

Төп тормош маҡсатым – рухлы, илебеҙгә кәрәкле шәхес булырҙай балалар үҫтереү
Мин − ҡыпсаҡ ырыуы ҡыҙы Роза Йәғәфәрова. Хозур тәбиғәте, алсаҡ халҡы, бөтә донъяға билдәле тарихи ҡомартҡы – Шүлгәне менән дан тотҡан Бөрйән районының тауҙарға һыйынып ҡына ултырған йәмле Нәби ауылында еләктәр һутланып бешкән мәлдә, июль айында, донъяға килгәнмен.
Хәреф таный башлағандан алып нәфис әҙәбиәтте яратып уҡыйым, спортҡа, дингә лә битараф түгелмен, һәр минутымды үҙем өсөн файҙалы үткәрергә тырышам. Күңелемә халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ яҡын булып, атай-әсәйемә, тыуған төйәгемә, халҡыма һөйөү тәрбиәләнгәнгәме, яҙмыш ҡушыуы буйынсамы, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ белгестәрен әҙерләүсе факультетына уҡырға индем. Киләсәктә юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, республикабыҙҙа эске туризмды үҫтереүгә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә сәйәхәт итеү өсөн шарттар тыуҙырыуға өлөш индереп, милли үҙенсәлектәребеҙҙе килгән ҡунаҡтарға күрһәтеүҙе ойошторорға теләйем. Ә шулай ҙа, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, төп тормош маҡсатым − һау-сәләмәт, зиһенле, башҡорт рухлы, илебеҙгә кәрәкле шәхес булырҙай балалар үҫтереү.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға