«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Балыҡ менән кәнфит тәме



27.07.2012 Балыҡ менән кәнфит тәме

Директор өҫтәл тартмаһынан гәзит сығар­ҙы ла, уны бөтәһенә лә күрһәтеп, ҡулында һелкетеп алды:
– Бына ҡороп киткерҙәр, беҙҙең исемде нисек һаталар! ҡарағыҙ әле! Район гәзитендә, балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә ҡарау юҡ, ташҡын ваҡытында Иҙелгә йөрөй­ҙәр, тип яҙылған. Иртәнсәк глава үҙе шылтыратты. Ильяс менән Фәрит исемле малай­ҙарығыҙ бигерәк сос икән, ти. Ваҡланып та тормайҙар, Иҙелдә бындай ташҡында суртан ғына тоталар, тигән була. Мин аптырап киттем. Әллә шаяртыумы икән тип уйланым. – Мәүлиҙә апай теге гәзитте сәрт иттереп өҫтәлгә бәрҙе. – Нимә, хәҙер тәртип булһын өсөн һәр ауылдың йылға буйын йөрөп сығайыммы, тип ҡаҙалды башлыҡ. Шелтә бирһендәр өсөн мәғариф идаралығына ла еткерәм, тине. Уф, был хәтлем дә игелекте белмәгән балалар булыр икән донъяла. Әҙәм мәсхәрәһе бит, тик торғанда ошо ике туймаҫ тамаҡ өсөн исемең һатыл­һын әле! Был хаҡта радионан да һөйләгәндәр, ти. Ауыртмаҫ башҡа тимер таяҡ булдығыҙ инде, ҡәбәхәттәр!
Их, балыҡ тотоуҙың былай бөтөрөн кем уйлаған! Теге ағай ҙа бының өсөн директорыбыҙҙы әрләр тип кем белгән? Ә ағай үҙе ипле генә күренә, беҙҙең менән дә тыныс ҡына, йылмая биреп һөйләшкәйне.
– Тәк, иптәштәр, быларҙы нишләтәбеҙ? – Директорҙың һорауы ҡаты яңғыраны.
– Спецколонияға ебәрәйек. Аҡылға ултырырҙар, исмаһам.
– Юҡ, әйҙә ай буйына детдомда иҙән йыуһындар!
– Яңы кейем бирмәйек. Йөрөһөндәр иҫкеһендә.
– Эйе, шашып китмәһендәр әле. Йүнле әйбер кейеп үҫкәндәй ҡыланмаһындар.
– Йәшелсә-емешен бүтәндәргә бирергә кәрәк.
– Әйтмә лә, туйған эт хужаһын тешләй, тиеүҙәре ошолор.
– Даянға әйтәйек. Бер аҙ саңдарын ҡағып алһын...
Тағы ла әллә күпме тәҡдим яңғыраны. Ишеткәндәрҙән ҡыҙарып-бүртенеп бөттөк. Теге ваҡыт табала ҡыҙарып бешкән суртан кеүек ине битебеҙ.
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, иптәштәр. Барыһын да яза итеп бирһәк тә, әҙ булыр, – тине өҫтәл артынан сығып Мәүлиҙә Нурғәлиевна. – Бына хәҙер йәйгегә яңы кейемдәр бирәсәкбеҙ. Әйҙә, был йолҡоштар йөрөһөн иҫкеһендә. Улар беҙҙең исемде һатам тип ашҡынғанда, ниңә бирәндәрҙе йәлләргә ти! Ашатҡанына, кешесә йоҡлай алғандарына шөкөр ҡылһындар әле. Хөкүмәткә аҡса яуы булып торалар. Ә үҙҙәренән бер тинлек тә файҙа юҡ. Даянға әйтергә кәрәк, тигән фекер ҙә дөрөҫ. Әйҙә, иманын уҡытып алһын быларҙың. Әтеү, бауҙан ысҡынған эт кеүек ҡоторалар. – Шунан беҙгә үгеҙҙәй һөҙә яҙып ҡараны ла, – Ә хәҙер – марш мәктәпкә! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Беҙ кабинеттан сығып барғанда йәнә ҡаты тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы:
– Йәйгегә футболка, носки тип ауыҙығыҙҙы ла асмағыҙ!

* * *

Бүлмәнең ишеген шартлата тибеп Даян килеп инде. Фәрит менән китап уҡып ултыра инек.
– Эй, ботаниктар, китабығыҙҙы алып тороғоҙ мин булғанда! – Үҙе, йоҙроҡтарын төйөп, әллә беҙҙе ҡурҡытырға теләп, ишеккә һуғып та алды. Барыбер йәш үҙенекен итә икән. Бер класҡа ғына юғарыраҡ уҡыһа ла, беҙҙән күпкә олораҡ булғас, көрәктәй ҡулдарын улға-һулға һелтәргә оҫта. Мәктәптә лә ауыл балалары менән йыш һуғышып китә. Ә беҙҙә ни, балалар йортонда, уға һүҙ әйтеүсе юҡ. Киреһенсә, тәрбиәселәрҙең яҡын кешеһе ул. Әгәр берәй бала эш боҙһа, Даянға әйтеүе генә көс! Шунда уҡ бөтәһен дә урынына ултыртасаҡ. Бының өсөн Даянға иң матур кейем алына, уның ғына һүҙен тыңлайҙар. Балалар йорто етәкселегенең уң ҡулы инде. Һин ғәйепһеҙ булып та, һонтор ағай килеп танауыңды тиктомалдан ҡанға борхотоп китһә лә, уға "ҡуй" тип әйтеүсе юҡ. Әле лә Даяндың бүлмәбеҙгә килеп инеүе тиктомалдан түгел.
Кисәге директор кабинетында булғанда "Даянға әйтәйек. Бер аҙ саңдарын ҡағып алһын" тигәйнеләр бит.
– Һеҙ ниңә минән һорамай-нитмәй балыҡҡа барҙығыҙ? – Ирендәре ослайып, Даян миңә яҡынлашты.
– Һин беҙҙең төркөмдөң тәрбиәсеһе түгел­һең бит, – тинем.
– Молчать! Ас ҡарғалар. Гел һеҙҙән сыға проблемалар. Һеҙҙең өсөн, беләһегеҙме, миңә нисек эләкте! Директорҙан шелтә алып тороуы ла миңә рәхәт түгел. Етер, күп шаштығыҙ! Балыҡ күрмәгәндәй ҡыланып... Мин дә һеҙҙе буш ҡалдырмам.
– Шунан, балыҡҡа барған өсөн ер ишелеп төшмәй бит, – Фәрит үҙенсә "башлыҡ" алдында аҡланырға тырышты.
– Һин әле телләшәһеңме? Мә һиңә! – Фәриттең ҡолаҡ төбөнә шаҡ итеп ҡалды. – Шунан миңә боролдо ла. – Һиңә лә кәрәкме? Бына һиңә! – Йоҙроғон һелтәгәйне, саҡ эйелеп өлгөрҙөм.
– Һеҙҙең кеүек ҡарғаларҙы туҡмап, ҡулымды бысратҡы килмәй. Шуға ла бер ысул уйлап таптым. Белеүемсә, һеҙ бик яҡын дуҫтар бит инде. Астан үлерҙәй булып, балыҡҡа ла бергә барғанһығыҙ. Детдомдың исемен юрамал һатып йөрөйһөгөҙ. Директор икегеҙҙең дә кәрәген бирергә ҡушҡайны. Ә мин ошолайтырға булдым. Бөгөн киске сәғәт һигеҙҙә спортзалға төшәһегеҙ. Башҡа малайҙарҙы ла саҡырам, әйҙә, күрһендәр. Ә һеҙ бер-берегеҙҙе ҡанға батырғансы туҡмарға тейешһегеҙ. Ысын дуҫлығығыҙ шунда күренер. Кем дә кем еңелә, шуны үҙемә "шестерка" итеп алам. Ул минең кейемемде йыуасаҡ, бүтән йомоштарҙы үтәйәсәк, әйткән ергә йүгереп барасаҡ. Аңлашылдымы?!
– Мин һуғышмайым, – тинем. Ниңә әле беҙ, Даян ҡушты тип, бер-беребеҙҙе күрәләтә ҡанға батырырға тейеш!
– Беҙ һуғышмаясаҡбыҙ, – Фәриттең дә һүҙҙәре минең әйткәнде ҡеүәтләне.
– Тыңламай ғына ҡарағыҙ. Ул саҡта барлыҡ детдом малайҙары һеҙҙе типкеләйәсәк. Шунан икегеҙ ҙә минең ҡолдарым булаһығыҙ инде.
– Туҡмалһаҡ – туҡмалырбыҙ, тик "шестерка" булмаясаҡбыҙ, – быны әйтмәй булдыра алманым.
Даян, нимә тиергә лә белмәй торғас:
– Үҙ һүҙле булып сыҡтығыҙ. Әле минең менән ҡаршылашҡандары осрамағайны. – Башын тырнап, уйланып алғас, былай тине, – Ярай, улайһа былайтабыҙ. Минең кәнфит яратҡанымды беләһегеҙҙер. Әгәр һуғышыр­ға теләмәһәгеҙ, миңә кәнфит алып килегеҙ. ҡайҙан табырға икәнен әйтәйемме? Ана, ауыл уртаһында баҙар бар. Шунда икәүләшеп барығыҙ ҙа, берәй килоһын сәлдерегеҙ. Бының өсөн һеҙгә теймәйәсәкмен. Башҡа төрлө эш тә ҡушмам. Килештекме?
Яуап булманы.
– Ярай, уйлағыҙ. Һеҙгә һайларға ирек бирәм. Тәүгеһе, икегеҙ ҙә туҡмалып, шунан минең иҙән һөртөүсе сепрәктәрем булаһығыҙ. Икенсеһе иһә, кәнфит урлай­һығыҙ ҙа, минән ярлыҡау алаһығыҙ. Кискә тиклем ваҡыт бирәм. – Ялбыр сәсле, һонтор кәүҙәле Даян ишекте шапылдата ябып сығып та китте.
Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Оҙаҡ шым ултырғандан һуң Фәрит һүҙ башланы.
– Ильяс, шунан нимә эшләйбеҙ?
– Әлләсе.
– Урлашып йөрөү насар нәмә бит ул.
– Эйе. Әгәр әсәйем күктән ошоно күреп торһа, нимә тиер! Исемемде улым һатып йөрөй, тип ғәрләнерме икән? Икенсенән, һуғышҡы килмәй бит, Фәрит. Дуҫтар бер-береһен ҡанға батырырға тейеш түгел.
– Яман шашына ошо Даян. Башына күрһә ярар ине! Берәй заман үҙен типкеләп китһәләр ине. Мәйтәм, Ильяс, әллә баҙар яғына барып урайыҡмы?
– Урлашырға тиһеңме?
– Юҡсы. Барып ҡарайыҡ әле. Бәлки, берәй нәмә башҡа килер.
Класташыбыҙға барып килергә кәрәк, тип тәрбиәсенән һораныҡ та, ауылдағы баҙарға һыпырттыҡ. Ундағы тәм-томға ҡыҙығып, әллә нисә тапҡыр урап сыҡтыҡ.
Һатыусылар беҙҙе күргәс тә:
– Малайҙар, һеҙгә нимә кәрәк? – тип һорай.
– Кәнфит. Тик аҡсабыҙ ғына юҡ шул, – тигән булабыҙ.
– Буштың атаһы үлгән! – Ауыҙын йырып, шарҡылдашып көлөп ҡала ҡайһы берҙәре. Шул саҡ күңелгә бик ауыр булып китә. Хатта тән дә ҡалтырап ҡуя.
– Фәрит, ҙурайғас, һатыусы булам. Күпме теләйһең, шунса кәнфит ашайһың, ивет. Һине лә һыйлармын әле, йәме?
Дуҫым, быны ишетеп, шунда уҡ шиғыр сығарып, һамаҡлап ҡуйҙы:
– Тра-та-та, тра-та-та,
Ильяс кәнфит ярата,
Үҫкәс, һатыусы булыр,
Кеҫә аҡсаға тулыр.
Шағир дуҫымдың һүҙҙәрен ишеткәс, ҡыуанып киттем. Шул саҡ бер һатыусы апай, ҡул болғап, беҙҙе саҡырып алды.
– Баянан бирле ҡарап торам, нимәгәлер өмөт итеп йөрөйһөгөҙ. Минең эргәнән дә әллә күпме үттегеҙ. – Бер ҡатырға йәшниккә күрһәтеп. – Һеҙгә йомошом бар ине. Бына ошоларҙы иҫке клуб артына сығарып яндыра алмаҫһығыҙмы? Буш итмәм.
– О-о, беҙгә ул бер ни тормай, – Фәриттең ауыҙы йырылып китте. – Булдырабыҙ уны, апай!
Клуб артында төрлө ҡағыҙ-ҡоғоҙҙо яндырыу урыны бар. Шунда дүрт буш йәшникте тиҙ генә яндырып та ҡуйҙыҡ. Бының өсөн теге апай өсәр һум аҡса тотторҙо. Йәшәйбеҙ былай булғас! Күңел дәртләнеп китте. Шунан икенсе һатыусыға барҙыҡ:
– Апай, берәй төрлө ярҙам кәрәкмәйме? – Тағы бер нисә йәшник көлгә әйләнде. Ләззәтләнеп киттек. Кеҫәгә сыңлап тороп инеп ятҡан һәр тәңкә күңелгә май булып яғылды. Әле өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә, бишенсеһенә шулай ярҙам иттек. ҡараңғы төшкәнсе баҙарҙа йүгергеләнек. Ялҡынға керпектәр ҙә өтөлөп бөттө. ҡағыҙ яндыр­ғанда көслө ялҡын сәскә лә бәрелде. Ул төтөн еҫенә һеңеп бөтөүебеҙҙе әйтәһе лә түгел. Шулай ҙа беҙ сикһеҙ шат инек. Инде һатыусылар ҡайтырға ғына йыйынғанда, кеҫәләге бар тәңкәләргә кәнфит һатып алдыҡ. Бер төргәк кәнфит килде лә ҡуйҙы! Үәт, исмаһам, шәп булды! Эшкә бирелеп китеп, киске ашты ла онотоп киткәнбеҙ. Тимәк, иртәгә иртәнсәк кенә ризыҡ күрәсәкбеҙ. Әммә былар барыһы ла кәйефте ҡырманы. Беҙ бит тәү тапҡыр үҙ көсөбөҙ менән аҡса эшләнек. Шуға кәнфит алдыҡ. Эйе, һатып алдыҡ, ә, Даян ҡушҡанса, урлашманыҡ.
Шат йылмайып, тау башындағы ике ҡатлы йортобоҙға ҡайтып та киттек. Үҙебеҙ кәзә бәрәстәре кеүек һикерәнләйбеҙ. Күптән бындай кәнфитте күргән юҡ ине. Шуға ла берәрҙе тәмләп ҡарарға булдыҡ. Их, шул тиклем дә татлы икән! Был хәтлем дә телең­де йоторлоҡ тәмлекәсте тәүгәлер ауыҙға алыуым.
ҡалғанын иһә Даянға алып барып бирҙек. Кәнфит тулы төргәкте күргәс, "башлыҡ"тың ауыҙы йәйелеп китте. Һуҙылып ятҡан карауатынан һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Ну шәп иткәнһегеҙ. Хәҙер урлашырға һеҙҙең дә ҡулдан килә! – Ирендәрен сап иттереп яланы ла, шундуҡ бер нисә кәнфитте һоғоноп та ҡуйҙы...
Фәрит менән мәктәптән ҡайтып киләбеҙ. Детдом янында йәшәгән әбейҙең өйөнә барып еткәс, таныш еҫ йәнә танауға килеп бәрелде. Күрәһең, әбей балыҡ ҡура.
Шул саҡ һуңғы көндәрҙә беҙҙең менән булып үткән хәл-ваҡиғалар күҙ алдына баҫты. Ниңәлер ошо мәлдә үҙемде ауға килеп эләккән балыҡтай тойҙом.Тамаҡҡа төйөр килеп тығылды.
– Тиҙерәк китә һалайыҡ бынан, – тинем дә, эре-эре аҙымдар менән балалар йортона табан атланыҡ.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға