17.07.2012 Һай, балалар, өҙә баҫалар ҙа, күңелде елкетәләр!
Был матур байрам дүрт йыл рәттән Күгәрсен районының иҫ киткес гүзәл мөйөшөндә – Мораҙым тарлауығында уҙғарыла. Әйтергә кәрәк, «Байыҡ» – күптән инде беҙҙең өсөн телевизорҙан да иң яратҡан тапшырыуҙарҙың береһе.
Әлеге балалар конкурсының Мәсетле, Йылайыр райондарында, Өфөлә уҙған һайлап алыу турҙарында 450-нән ашыу бала ҡатнашҡан. Улар республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән. Өс йәштән ун биш йәшкәсә ҡыҙҙар һәм малайҙар дүрт номинацияла һынау үткән: яңғыҙ бейеү, йәғни «Соло», «Дуэт», «Трио» һәм «Бәләкәй ансамбль».
Һәм бына «иң-иң»дәр Мораҙымда осрашты. Йыл һайын башҡорт бейеүенең бәҫен күтәргән «Байыҡ» быйыл да яңы «йондоҙҙар» балҡытты.
Мәртәбәле сараға, әлбиттә, ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. ҡаҙағстан, Төньяҡ Осетия, Чечен Республикаһынан, Әстерхандан беҙҙең балаларҙың йәштәштәре килеп, үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Сәхнәлә дәртләнеп тә, балаларса ябайлыҡ менән дә, өлкәндәрсә янып та, талғын ғына ла бейегән йәш таланттарыбыҙға ҡарап, афарин, бейеүселәребеҙ һис кәмемәҫ, тип уйламай, ҡыуанмай хәл юҡ. Был балаларҙы өйрәткән уҡытыусыларына ла рәхмәттән башҡа ни әйтәһең!
Бейеү ул шундай һөнәр, бейеүсе бейегән һайын оҫтара, тип тә юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Бейеүҙең тағы ла бер өҫтөнлөгө, бәлки, бер аҙ ауырлығы тиергә лә кәрәктер, бар – уны алдан яҙып, фонограммаға башҡарып булмай, йәғни йырҙағы һымаҡ ауыҙ ҡыбырлатып ҡына тороу мөмкин түгел. Һәр сығыш һайын тиреңде түгергә тура килә. Шуның менән дә яҡын ул беҙгә бейеү.
Быйылғы конкурс бейеүгә мөкиббән киткәндәрҙең артыуын йәнә бер иҫбатланы. Башҡортостандың ҡайһы ғына төбәген алма, үҙенә генә хас бейеүҙәре, көйҙәре, хәрәкәттәре бар. Жюри ағзалары һоҡланып та, бәхәсләшеп тә, урыны менән бер һүҙҙән дә ғәҙел баһаларға тырышты. Һөҙөмтәлә бына улар еңеүселәр: гран-при Күгәрсен районының “Грация” балалар бейеү ансамбле, ҡырмыҫҡалы районының ”Далан” халыҡ ансамбле һәм Әбйәлил районынан килгән Динис Әхмәтовҡа бирелде. Әбйәлил бейеүселәре бер ерҙә лә һынатмай – уларҙың “Йәйғор” ансамбле лә барыһын да таң ҡалдырҙы һәм юғары баһаға – беренсе урынға лайыҡ булды. Илеш бейеүсеһе Данияр Баһманов менән Нефтекама таланты Айгөл Шакироваға ла һоҡланмай мөмкин түгел – сәхнәне яулаусылар – конкурс еңеүселәре араһында улар ҙа бар. Еңеүселәрҙе һанай китһәк, ярайһы оҙон исемлек хасил булыр ине. Был байрамда сәхнәгә сығып, тамашасыларҙың алҡыштарын алған һәр баланы еңеүсе тиергә була. Матур тәбиғәт ҡосағында йәш таланттарыбыҙҙы күрергә килеүселәр ҡунаҡтарға ла ихлас ҡул сапты. Хәйер, беҙҙең яҡтарҙа халыҡ оҫтаны күрә, баһалай, дәртләндерә белә.
Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин да бейеүселәрҙе ихлас күңелдән тәбрикләне, йәш һәләттәргә артабан да сәхнә яулауҙарын, үҫеш, яҡшы уҡыуҙарын теләне.
Халҡыбыҙҙың сәсән улы исемен йөрөткән “Байыҡ” конкурсы күптәргә ҙур сәхнәләргә юл башы булыр тип тә ышанғы килә. Оҙаҡ йылдар дауам итһен шулай, башҡорттоң бейеүе асылын юғалтмаһын, өлкән быуын йәштәргә өйрәтһен, йәштәр сит тыпырлауҙарҙы үҙләштермәй генә, үҙебеҙҙекен һаҡлап, артабанғы быуындарға мираҫ итһен.
А. ИШЕМҒОЛОВА.
А. ҒӘҘЕЛШИН фотоһы.