«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Их-х, миллион һум аҡса кеҫәлә тиерлек ине!



08.06.2012 Их-х, миллион һум аҡса кеҫәлә тиерлек ине!

Их-х, миллион һум аҡса кеҫәлә тиерлек ине!
«Россия – 1» телеканалында барған «Комикты көлдөр» исемле шоуҙа яҡташыбыҙ Илнур Юламанов миллион һум аҡса ота яҙҙы
«Илнур, ҡотлайым! Һин маладис!», «Илнур, шатбыҙ һинең өсөн!» – Илнур Юламановтың «Бәйләнештә»ге стенаһы яңыраҡ ошондай яҙыуҙар менән сыбарланды. Әле ун йыл элек Учалы филармонияһы сәхнәһенән билдәле сәйәсмәндәргә, артистарға пародиялары менән учалыларҙы көлдөргән егет, федераль кимәлгә сығып, «Комикты көлдөр» тамашаһында уңышлы сығыш яһап ҡайтты.

Шоуҙың маҡсаты – жюри ағзалары Максим Галкин менән Владимир Зеленскийҙы көлдөрөү: берәр минутлыҡ биш шанс бирелә, ставка 5 мең һумдан 1 миллион һумға тиклем үҫә. Сәхнәгә йүгереп килеп сыҡҡан Илнур, Максим алдында сығыш яһауыма ҡыуанам, тине: «Миңә уның ижады оҡшай, Өфөләге концертына ла барҙым». Был һүҙҙәрҙе ишеткән Максим: «Миңә, хәҙер көлмәһәм, уңайһыҙ була инде», – тип йылмайҙы.
Илнур телевидение, кино аша киң билдәле кешеләрҙең йорт хайуандарын «күрһәтә» башлағас, Галкин, ысынлап та, көлмәйенсә түҙә алманы: Никита Михалковтың диңгеҙ бесәйе, Николай Дроздовтың маймылы, Борис Моисеевтың һарығы, Владимир Зеленскийҙың тутыйғошо – Илнурға 250 мең һум отошта туҡталырға ине лә бит, тик шоуҙа барыһы ла бер тауыштан уны артабан сығыш яһарға өгөтләп күндерҙе.
– ҡатыным янымда булһа, мин уның менән кәңәшләшер инем, – ни эшләргә белмәй баҙап ҡалған егет, бер аҙҙан кинәт кенә бер ҡарарға килеп, ҡулын һелтәне, – ярай, артабан уйнайым!
Әммә Никита Джигурданың ябалағы ла, Владимир Жириновскийҙың ишәге лә, тәү тапҡыр атҡа атланған Рената Литвинова ла жюри ағзаларын көлдөрә алманы... Шулай ҙа, Максимдың әйтеүенсә, Илнурға тиклем шоуҙа бер кем дә миллион һумға шулай яҡын килеп етмәй. Ә Илнур Юламанов миллионлаған телеаудитория алдында, ошоғаса бер минут эсендә 250 мең һумды сарыф иткәнем юҡ ине әле, тине: «Ләкин аҡса мөһим түгел, уны беҙ ҡасан да булһа эшләп таба алабыҙ, конкурста ҡатнашыу мөһимерәк».
– Рекламанан ишетеп белгәс тә, «Комикты көлдөр» конкурсына барғым килде, – тип Илнур, баш ҡаланан ҡайтҡас, тәьҫораттары менән уртаҡлашты. – Оҙаҡҡа һуҙмай, сығыш әҙерләнем дә, Мәскәүгә кастингҡа юлландым. Үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр күп ине, шуға ла һайлап алыу туры дүрт көн буйына барҙы.
Тапшырыуҙың мөхәррирҙәре алдында сығыш яһағас, һиңә шылтыратырбыҙ, көт, тинеләр. Шул килеш, артыҡ бер нәмәгә өмөтләнмәй (минән башҡа ла һәләтлеләр бихисап), ҡайтып киттем. Һәм улар миңә, ысынлап та, бер айҙан һуң шылтыратты. Әлбиттә, ҡыуандым! Ләкин был яңылыҡ тураһында уңға-һулға һөйләп йөрөмәнем, тик ҡатыным менән атай-әсәйем генә белде. Тапшырыуға үҙемде рухи йәһәттән әҙерләнем, ошоғаса федераль кимәлдә сығыш яһағаным юҡ ине бит. Әҙерләнеп бөткәс, шылтыраттым да, йыйынып юлға сыҡтым. Шоуҙы «Мосфильм»да төшөрҙөләр, бер юлы һигеҙ тапшырыу әҙерләнде. Мин икенсеһенә эләктем. Тәнәфес мәлендә гримеркала Галкин ултыра ине, кем менәндер (бәлки, Пугачева менән) телефон аша тел сарланы. Янында ғына ултырһам да, уның менән һөйләшергә батырсылыҡ итмәнем.
Тамашасылар алдына килеп баҫҡас, саҡ ҡына тулҡынланғайным, әммә беренсе шаяртыуҙан һуң тынысландым. Махсус рәүештә яйлап һөйләп, ваҡытты һуҙҙым (хәйләкәрмен дә инде!). «Россия» каналында бер минутлыҡ реклама 250 мең һум тора, ә мин 14 минут буйына хәбәр һаттым. Тәүҙән үк хәлдәр ыңғай барғас, миллионды оттом, тип уйлағайным. Әммә ләкин… Махсус рәүештә көлмәй тыйылдылар, тип уйлайым. Сөнки тәүгеләрҙән булып сығыш яһағас, мине башҡалар менән сағыштыра алманылар, шуға ла миллионды запасҡа тоттолар, тим. Уңышһыҙлыҡҡа ул ҡәҙәре ныҡ ҡайғырманым, әҙерләгән программаны тулыһынса тиерлек күрһәттем бит.
Тапшырыуҙан һуң уның янына режиссер ассистенты килеп, сығышың барыһына ла оҡшаны, саҡырыуҙы көт, ти. Күңелемде күтәрер өсөн әйтелгән һүҙҙер, тип быға әһәмиәт бирмәгән пародист, бер аҙҙан телефон аша, Мәскәүгә юмор фестивалендә ҡатнашырға кил, тигәнде ишеткәс, аптырап уҡ китә. Был хәбәрҙән иҫенә килеп өлгөрмәй, сериалда төшөргә саҡыралар. «... һәм ул иртән билдәле булып уянды» тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен артист шунда төшөнә. Илнурҙы хәҙер Өфө урамдарында күптәр танып туҡтата, автограф ала, бергә фотоға төшә. Был хәл егеткә оҡшаһа ла, билдәлелектән башы әйләнмәй, артабан эшләргә, үҫергә кәрәк, ти.
– Тормош гастролдәрҙән, концерттарҙан, байрамдарҙан ғына тормай бит, – тип шуҡ йылмая әңгәмәсем. – Бынан тыш, ғаиләм – һөйөклө ҡатыным, атай-әсәйем бар, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға тулы, һис ялҡытмаған гүзәл донъя бар. Шуға ла үҙ көсөңә ышанып, күңелең ятҡан эш менән шөғөлләнеп, рәхәтләнеп йәшәүең зарур.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға