29.05.2012 Күңелдәргә үтеп инде “Урал моңо” йырҙары
Үткән аҙна баш ҡала тормошо бик күңелле мәҙәни сараларға бай булды. Башҡортостан тирә-яҡтан талантлы йырсыларҙы йыйҙы. Шәмбелә Салауат Юлаев майҙанында Рәсәй эстрадаһының билдәле йырсыһы София Ротару сығыш яһаһа, ә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында “Урал моңо” халыҡ-ара фестиваленең гала-концерты үтте. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән төрки телле йәш йырсылар беҙҙе өс көн буйы үҙҙәренең сығыштары менән һоҡландырҙы ла, дәртләндерҙе лә. Тамашасы был ике сараға ла ағылып килде.
“Урал моңо” фестивале 24 майҙа төрлө тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылау һәм Салауат Юлаев майҙанында йәрәбә буйынса сығыштарҙың эҙмә-эҙлеген билдәләүҙән башланды.
Ошо уҡ көндә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында фестиваль тантаналы асылды. Башҡортостан, ҡабарҙы-Балҡар, Дағстан, Тыва, Алтай, Татарстан, Саха (Якутия), ҡарасәй-Черкес Республикаларынан, Ставрополь крайынан, Кемерово өлкәһенән, ҡаҙағстан, Үзбәкстан, ҡырғыҙстандан килгән ҡатнашыусыларҙың сығыштары тамашасы һәм жюри хөкөмөнә тәҡдим ителде. Бәйгелә Башҡортостандың данын яҡлау бурысы Өфөнән “Арғымаҡ”, “Латинский квартал” төркөмдәренә, Иҙел Аралбаевҡа, Илнур Миһмановҡа һәм Учалынан Илдар Усмановҡа йөкмәтелде.
Билдәле композитор, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев етәкләгән жюри составына Өфөнән, ҡаҙағстандан, ҡабарҙы-Балҡар, Алтай, Тыва, Дағстан Республикаларынан килгән күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре инде. Еңеүселәрҙе билдәләүе еңел булманы уларға.
Ниндәй генә концертты алма, тамашасы эш көнөнән һуң арыған, һағышлы йыр тыңлап уй-хистәргә батҡан булһа ла, уларҙың күңелдәрен күтәреүсе булып “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө тора. Фестиваль тап уларҙың башҡорт халҡының уйын ҡоралдарында уйнау, йырлау һәм өзләүҙән торған ҡыҙыу сығышынан башланды. Артабан концертты төрки телдәрҙәге сығыштар биҙәне. Йырҙарҙың һүҙҙәрен аңламаған осраҡта ла ҡатнашыусыларҙың моңона, башҡарыу оҫталығына һоҡланмау мөмкин түгел ине. Өзләү һәм башҡа алымдар менән ҡушып йырлаған йырҙар күңелгә үтеп инеп, әллә ниндәй тойғолар уятты.
“Урал моңо” йыр-моң фестивале булһа ла, ҡунаҡтар унда көс һынашырға ғына килмәне. Ойоштороусылар республикабыҙ менән яҡынданыраҡ таныштырыу, үҙ-ара дуҫлыҡ булдырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйҙы. Ағиҙел йылғаһында теплоходта йөҙөү, Иглин районында концерт ҡуйыу һәм Бүздәк районында һабантуйҙа ҡатнашыу һәр кемгә республика хаҡында күберәк мәғлүмәт биргәндер.
Өс көнгә һуҙылған фестиваль төрлө сараларға бай булғанға күрә ҡатнашыусылар өсөн бик тиҙ генә үтеп китте. Йырсылар араһында “иң-иң”дәрҙе билдәләү мәле бик көсөргәнешле һәм тулҡынландырғыс булды. Шулай итеп, төркөмдәр араһында беренсе урынды – “New Boys” (ҡаҙағстан), икенсене – “Латинский квартал” (Башҡортостан), өсөнсө урынды “Арғымаҡ” (Башҡортостан) алды.
Ә айырым башҡарыусылар араһында беренсе урынға – Эльдар Атмурзаев (ҡабарҙы-Балҡар), Надежда Куулар (Тыва), икенсе урынға – Мурза Алесгендеров (Дағстан), Борбак-оол Салчак (Тыва), өсөнсө урынға Захира Шайдылдаева (ҡырғыҙстан), Иҙел Аралбаев (Башҡортостан) лайыҡ булды. Тамашасыны үҙенең моңло ла, көслө лә тауышы менән әсир иткән ҡаҙағстан егете Нурбол Балапанов сараның төп бүләге – гран-приҙы яуланы. Махсус дипломдар менән Саламат Аяпов (Үзбәкстан), Виталий Очиров (Саха), Александр Карманов (Саха) тәбрикләнде.
Матур йолаға әүерелгән фестиваль ҡатнашыусыларҙың бергәләп “Урал моңо” гимнын башҡарыуы менән тамамланды. Уларға матур сығыштары өсөн рәхмәтле тамашасы баҫып алҡышланы һәм шаршау ябылғандан һуң да концерттың дауамын көткән төҫлө теләр-теләмәҫ кенә таралышты.