«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Рәшит Назаров исемендәге әҙәби бәйгегә рәхим итегеҙ!



01.06.2012 Рәшит Назаров исемендәге әҙәби бәйгегә рәхим итегеҙ!

«Йәшлек» гәзите йәштәрҙең талантын асыу һәм уларҙың ижади эштәрен халыҡҡа еткереү эшен эҙмә-эҙлекле һәм арымай-талмай башҡара. Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсы, Рәйес Түләк, Рәмил ҡол Дәүләт исемендәге республика әҙәби бәйгеләре быға асыҡ дәлил. Был конкурстарҙа ҡатнашҡан төплө ижадсылар ҙа, хис-тойғоларын түкмәй-сәсмәй аҡ ҡағыҙға төшөрөүселәр ҙә, яңы ҡәләмгә тотоноусылар ҙа – барыһы ла «Йәшлек»те дуҫы, серҙәше, фекерҙәше кеүек күрҙе һәм күрә. Һәм улар, ҡасан яңы бәйге асаһығыҙ, тип көн дә тиерлек хәлдәребеҙҙе белешеп тора.
Быйыл ҡыш Әбйәлилдә еңеүселәребеҙгә Рәмил ҡол Дәүләт исемендәге әҙәби премияларыбыҙҙы тапшырғанда, халыҡ шағиры, ил ағаһы Рауил Бикбай, «Йәшлек»тең, йәш таланттарҙы асып, уларға оло майҙан биреп, әҙәбиәткә ҙур өлөш индереүен һәм ҡабатланмаҫ талантлы шағир, яҙыусыларыбыҙ исемендәге премиялар булдырып, уларҙың исемен мәңгеләштереү йүнәлешендә лә эшебеҙҙе юғары баһалап, яңы тәҡдим индерҙе. Ул, бөйөк башҡорт шағиры, ҡыҫҡа ғына ижад ғүмерендә үлемһеҙ әҫәр­ҙәр яҙып өлгөргән, әҙәбиәт күгебеҙҙә яҡты йондоҙ-балҡыш булып мәңгелеккә ҡалған Рәшит Назаровтың да исемен мәңгеләштереүҙә, уның ижадына тағы ла иғтибар йүнәлтеүҙә лә оло эштәр башҡара алаһығыҙ, тигәйне.
Мөхәрририәт был тәҡдим буйынса фекер алышҡандан һуң 2012 – 2014 йылдарҙа «Йәшлек» Башҡортостан йәштәре гәзите, Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Ауырғазы районы хакимиәте менән берлектә Рәшит Назаров исемендәге оло республика әҙәби конкурсы үткәрергә ҡарар итте.
Маҡсат бер – Рәшит Назаровтың исемен мәңгеләштереү һәм, әлбиттә, уның кеүек йәш сағыу таланттарҙы асыу, бөйөк шағир ижады һәм бөгөнгө тормошсан әҫәрҙәр аша башҡорт әҙәбиәтенә халыҡта һөйөү уятыу һәм тәрбиәләү.
Кемдәр ҡатнаша? 2012 йылдың июненән 2014 йылдың ноябренә тиклем гәзит битендә һәр ижадсының әҙәби әҫәр­ҙәре донъя күрәсәк. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары ла, ағза булмағандар ҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Тик еңеүселәр айырым билдәләнәсәк.
Шарт. Бәйге ике әҙәби төрҙә барасаҡ: поэзияла һәм прозала. Хикәйәләр, шиғырҙар, нәҫерҙәр, новеллалар, поэмаларға һәм башҡа ҡыҫҡа жанр­ҙарға өҫтөнлөк биреләсәк. Темала ла сикләү юҡ. Бер генә сикләү – күләм. Тимәк, оҙон повесть, романдарға гәзит битендә урын табыуы ауыр буласаҡ. Ләкин лайыҡлы һәр әҫәр гәзиттең сайтына ҡуйыласаҡ. Башҡа баҫмаларҙа баҫыл­ған әҫәрҙәр премияға дәғүә итә алмай. Бер үк автор бер нисә жанрҙа әҫәрҙәрен тәҡдим итә ала.
Жюри. Абруйлы шағир-яҙыу­сылар, тәнҡитселәрҙән торған жюри: Рауил Бикбаев, Риф Мифтахов (поэзия), Әмир Әминев, Сабир Шәрипов (проза), Зәки Әлибаев, Рита Фәтҡуллина (тәнҡит) – Яҙыусылар союзы ағзалары һәм ағза булмағандар араһында ике әҙәби төрҙә өсәр урынды билдәләйәсәк, йәғни ун ике лауреат буласаҡ.
Бүләкләү. Премия 2014 йылдың ноябрендә, йәғни шағир­ҙың 70 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндәрҙә тантаналы тапшырыласаҡ. Еңеүселәргә төп бүләк – ноутбук.
Һүҙ аҙағында Рәшит Назаровтың бер нәҫерен тәҡдим итәйек:
«Донъяға кеше булып тыуған һәр кем үҙ иңендә ниндәйҙер йөк күтәреп барырға тейеш. Тормоштоң мәңгелек законы шундай. Берәүҙәр кемдәрҙеңдер бәхетен, шатлығын алып бара. Һис юғында ауырлығынан бил һығылып ҡуйырҙай өмөтөн йөкмәгән була кеше. Ләкин бер нәмә лә күтәреп барырға теләмәгәндәр ҙә бар ҙа баһа. Уларға тормош ҡағылмаймы әллә? Юҡ, юҡ! Уларҙың да иңендә йөк бар. Эйе, эйе... Үҙҙәренең ҡәбер ташын күтәреп бара улар».
Ә беҙ талант ҡәҙере, лайыҡлы киләсәк тигән татлы йөк күтәреп барырға булдыҡ. Бәйге башланды, рәхим итегеҙ!

Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға