02.10.2010 һуғыш балаларына һәйкәл булырлыҡ китап
Ваҡыт аяуһыҙ алға елә. Тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмышын емергән, йәнен һәм тәнен зәғифләгән, өмөтөн һүндергән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 65 йыл да тулып үтте. Был ҡәһәрле һуғыш тарих биттәрендә урын алһа ла, уның халыҡ хәтеренән юйылыуы мөмкин түгел. Илебеҙҙә һуғыштың шәфҡәтһеҙ ут-ялҡынынан өтөлмәй ҡалған, афәте ҡағылмаған ғаилә юҡ, сөнки Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән ҡаһарман һәр ғаиләлә тиерлек бар.
Ауылда төп етештереүсе көс булған ир-ат тәүге көндәрҙән үк фронтҡа алына. Мәкерле дошманға ҡаршы үлемесле алышҡа сыҡҡан ағай-энеләрен, ирҙәрен, атайҙарын алмаштырып, хеҙмәт вахтаһына ҡатын-ҡыҙ баҫа. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауылда бар ауырлыҡты үҙ иңенә алған совет ҡатын-ҡыҙҙарының тиңһеҙ хеҙмәт батырлыҡтары тарих биттәрендә алтын хәрефтәр менән яҙылып балҡый.
Шулай итеп, ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, ауыл йәштәре һәм уҡыусы балалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхозда төп көскә әйләнә, фиҙакәр хеҙмәте менән улар Тыуған илгә сикһеҙ тоғролоҡтарын күрһәтә, иңдәренә көс еткеһеҙ ҡыйынлыҡтар төшөүенә ҡарамаҫтан, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Улар ҡурҡыныс дошманды – фашизмды еңәсәктәренә тәрән ышана һәм бының өсөн хатта мөмкин булмағанды ла үтәп сыға һәм еңә! Нығынмаған яурындарына һуғыштың бар ауырлыҡтары ятҡан, балалығы урланған бала-саға ла мең михнәт кисерә, ғазаптарға дусар була. Улар аслыҡтан һәм һыуыҡтан интегә, етемлектең йән өшөткөс тынлығынан яфалана.
Бала һәм һуғыш төшөнсәләре бер-береһе менән ярашырға тейеш булмаһа ла, иң әсе һуғыш яҙмышына тап улар – һуғыш осоро балалары дусар була. Бының шулай икәнлегенә билдәле шағирә, танылған журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә ҡотлогилдинаның «Һуғыш балалары – тарих яралары» йыйынтығы менән танышып сыҡҡас, тағы ла нығыраҡ инанаһың.
Йыйынтыҡҡа Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына яҙмыштары илебеҙҙең уртаҡ тарихы менән тығыҙ бәйләнгән «һуғыш ҡорбандары»ның 65 хәтирәһе тупланған. «ҡырҡынсы, дарылы» йылдарҙың бер трагик бите – балаларҙың, үҫмерҙәрҙең тылда көн күреүҙәре менән яҡындан танышыу тетрәндерә.
Яңыраҡ Зөһрә ҡотлогилдина тыуған ауылы Ялсыҡайҙа, ҡорбан салдырып, китап геройҙарының балаларын, туғандарын осрашыуға йыйҙы, ауылдаштарын яңы китабы менән таныштырҙы, һәр береһенә йыйынтығын бүләк итте. Ата-әсәһенең, һуғыш һәм тыл ветерандарының изге рухтарына бағышлап аят уҡытты, йыйылғандарҙың ихлас рәхмәттәрен ишетте, сауаплы эшенә оло быуындың фатихаһын алды.
Һуғыш йылдарында тылда фронтты көнө-төнө икмәк, ҡорал менән тәьмин итеүсе инәйҙәр һәм балаларҙың үҙәк өҙгөс хәтирәләре шул тиклем дөрөҫ итеп бирелгән, тип таный барыһын да үҙҙәре кисергән тыл ветерандары. Һуғыш осоро балаларының аныҡ яҙмышы һәм кескәй йөрәктең кисерештәрен һүрәтләгән хәтирәләрҙең тәьҫире көслө. Алыҫ йылдар бөгөнгөләй булып күҙ алдына баҫа. Тыл ветерандарының йөрәктәрен һыҡратып сыҡҡан хәтирәләр күңелде тетрәндерә. Әсе яҙмыштарҙы һүрәтләгән иҫтәлектәрҙе тыныс ҡына ҡабул итеп булмай, күңелдә йәлләү тойғоһо уяна, ирекһеҙҙән күҙҙәр йәшләнә. Ауыр, ләкин күңелде сафландырыусы кисерештәр тыуа. Гәзит биттәрендә З. ҡотлогилдина баҫтырған тыл ветерандарының хәтирәләре, улар буйынса ойошторолған радиотапшырыуҙар элегерәк тә республикала ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғайны. Автор әле лә бихисап рәхмәт хаты ала, һуғыш балалары үҙҙәре лә, авторҙы эҙләп, Өфөгә килеп сыға. Шағирәнең тыуған яғында үткәргән осрашыу кисәһендә ауылдаштарының йыйынтыҡты хуплап ҡаршылауы тыл хеҙмәтсәндәренең, һуғыш осоро балаларының ҡаһарманлығы темаһының көнүҙәклеген тағы ла раҫланы.
Һуғыш афәте һуғыш осоро балаларын балалыҡтан иртә мәхрүм итә, белем алыу юлдарын яба, яҡындарын аяуһыҙ тартып ала. Һуғыштан һуң улар ҙур теләк менән илебеҙҙең емерелгән хужалығын аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнаша. Көтөп алдымы һуң уларҙы лайыҡлы киләсәк?
Рәсәй тарихындағы иң ҡурҡыныс, иң ауыр, иң ҡан ҡойошло һуғыш быуыны өсөн изге эштәр әҙ эшләнмәне һымаҡ. Шулай ҙа илебеҙҙә хеҙмәт стажы 45-әр, хатта 50-шәр йыл булған тыл ветерандарына льгота һәм өҫтөнлөктәр етерлек булманы. Уларға бөгөн дә иғтибар һәм хөрмәт етешмәй. Ветерандарға ҡарата күрһәтелгән ғәмһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте, минеңсә, Зөһрә ҡотлогилдинаның яңы китабы ниндәйҙер дәрәжәлә йомшарта кеүек.
Һуғыш осоро балалары – бөгөн инде ауыр хеҙмәттән һаулыҡтары ҡаҡшаған оло йәштәге олатайҙар һәм өләсәйҙәр. Үкенескә күрә, уларҙы, илебеҙҙең батырҙарса үткәненең һуңғы тере шаһиттарын, аяуһыҙ ваҡыт тигәнең арабыҙҙан иртә сүпләй башланы. Шуға ла һуғыш осоро балаларының хәтирәләрен йыйынтыҡ итеп баҫтырып сығарыу мөһим әһәмиәткә эйә. Зөһрә ҡотлогилдинаның «Һуғыш балалары – тарих яралары» йыйынтығы тере шаһиттар өсөн дә, беҙгә лә, киләсәк быуындар өсөн дә кәрәк һәм ҡәҙерле.
Йыйынтыҡта сығыш яһаған Р. Яуымбаевтың: «Китап булып сыҡһа, ул йәштәрҙе тарихыбыҙ һабағында илһөйәр, намыҫлы, сыҙам, сабыр итеп тәрбиәләүҙә бер әсбап булыр ине», – тигән фекере менән теләктәшмен. Китаптың тәрбиәүи көсө ҙур. Әле тормош мәғәнәһен таба алмаған, рухһыҙ, иленең шанлы-данлы тарихын белмәгән йәштәр һаны артҡан, улар араһында эскелек, тәмәке менән мауығыу, енси бәйһеҙлек таралған осорҙа был йыйынтыҡ һәр синыф етәксеһенең, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының өҫтәл китабына әйләнер, тигән өмөттәмен. Иҫтәлектәрҙе йыйыу һәм һаҡлау, үткәндәр тураһында хәҡиҡәтте белеү баланы уйланырға мәжбүр итә, кеше яҙмышына битараф булмаҫҡа, бөгөнгө тормоштоң ҡәҙерен белергә саҡыра. Тамыры ныҡ булғандар ғына киләсәккә ышаныслы ҡарай, көслө һәм маҡсатлы була. Тарихи хәтере булмаған кеше иленең, халҡының ҡомартҡыларын – мәҙәниәтен, тәбиғәтен, йолаларын, әхлағын ҡәҙерләй һәм һаҡлай алмай.
Хәтирәләр менән танышып, йыйынтыҡ геройҙары менән аралашҡанда, тағы шуныһы ғәжәпләндерә: оло һынауҙарҙы үтә алған һуғыш быуыны әле лә йәшәү дәртен, кешегә, тормошҡа һөйөүҙе, яҡты киләсәккә ышанысты, өмөттө юғалтмаған, күңелдәре ҡатмаған. Улар бөгөнгө ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалманы, булғанына шөкөр итеп, балалары һәм ейәндәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Был йәһәттән дә «Һуғыш балалары – тарих яралары» беҙҙең өсөн өлгө булып тора.
Ауылдашыбыҙ Зөһрә ҡотлогилдинаның уҡыусы күңеленә тәрән тәьҫир иткән, һуғыш осоро балаларына һәйкәл булырлыҡ «Һуғыш балалары – тарих яралары» китабының исем туйы уңайынан үткәрелгән осрашыу кисәһе, йыйынтыҡ менән танышыу, тере шаһиттарҙың хәтирәләрен, баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең иҫтәлектәрен магнитофон яҙмаларынан тыңлау күңелдә бына ошондайыраҡ фекерҙәр уятты һәм яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Әкрәм ӘЛИБАЕВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Көйөргәҙе районы,
Ялсыҡай ауылы.