«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Сәмле лә, ғәмле лә Әбйәлил мәктәптәре



25.05.2012 Сәмле лә, ғәмле лә Әбйәлил мәктәптәре

Сәмле лә, ғәмле лә  Әбйәлил мәктәптәре
Еңеүселәрҙең иң шәбе – Яңы Балапанда
“Бәхетленең ҡунағы бер көндә!” – тип ҡыуанышып ҡаршы алдылар беҙҙе Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылы урта мәктәбендә. Уҡыу усағы, ысынлап та, ҡайнап тора – баҡсаһында яҙғы эштәр бара, белгестәр ремонт эшләү өсөн мәктәптең хәл-торошон баһалап йөрөй, тәнәфескә сыҡҡан балалар күңелле гөрләшә. Беҙ Яңы Балапан ауылындағы мәктәпкә бер юлы ике еңеүсене – “Бөтә синыф менән – “Йәш­лек”кә!” конкурсында бе­ренсе урын яулаусы 10-сы синыф уҡыусыларын һәм “Бөтә коллектив менән – “Йәшлек”кә!” бәйгеһенең иң шәп ҡатнашыусыларын – мәктәп коллективын тәбрикләргә ашҡынып килгәйнек. Яҙғы матур көндә, барса халыҡ ең һыҙғанып эшләгән ваҡытҡа тура килеүебеҙ үҙебеҙҙең дә күңелде күтәреп ебәрҙе.
“Бөтә синыф менән – “Йәшлек”кә!” конкурсында беренсе урын яулаған 20 бала уҡыған 10-сы синыф Яңы Балапан урта мәктәбендә иң уңған һәм тырыштарҙан һанала. Ундағы егет һәм ҡыҙҙарҙың яртыһы тик яҡшы билдәләргә генә уҡый.
– Уҡыусыларым мәктәптең йөҙө булырлыҡ, һәйбәт уҡыуҙары менән бер рәттән, төрлө йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемдәр, – ти синыф етәксеһе Гөлназ Зәйтүнова. – Редакция ойошторған конкурсты ата-әсәләр ҙә шундуҡ күтәреп алды.
Гөлназ Зәйтүнова үҙе мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, беҙгә алмаш әҙерләүгә лә өлөш индерә – “Йәш хәбәрселәр” түңәрәген дә ойошторған. Унда уҡыусылар ихлас йөрөй һәм яҙышып тора.
Сәмле лә, ғәмле лә  Әбйәлил мәктәптәре
Тырыштар һәм уңғандар бер ерҙә лә юғалып ҡалмаҫ, унынсы синыф уҡыусылары бер йылдан мәктәп тупһаһы аша сығып, башҡа уҡыу йорттарына йүнәләсәк. Бөгөн күрһәткән әүҙемлектәре улар­ға артабан да ныҡлы йүнәлеш булып торор, ярҙам итер, тип ышанырға нигеҙ бар.
Сәсән Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев исемен йөрөткән мәктәп коллективы вәкилдәре билдәләүенсә, “Йәшлек” ойошторған әлеге конкурстарҙа ҡатнашыу улар өсөн мәртәбә һәм шул уҡ ваҡытта бер ниндәй ауырлыҡһыҙ башҡарыла. Коллектив менән гәзиткә яҙылыу идеяһын мәктәптең техник хеҙмәткәрҙәре лә хуплай. Әлбиттә, һәр башланғыс оҫта ойоштороусыны талап итә – Яңы Балапан урта мәктәбе коллективын китапханасы Дилә ҡорманаева туплаған.
– “Йәшлек”кә, конкурс булһа ла, булмаһа ла, һәр ваҡыт яҙылабыҙ инде ул, ентекләп уҡып барған, фекер алышыуҙар ойоштортҡан баҫмабыҙ бит, – ти мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Минзәлә Солтанова.
Яңы Балапан урта мәктәбен Басир Зәйтүнов етәкләй. Татыу һәм әүҙем хеҙмәткәрҙәр тупланған коллектив район, республика буйынса ойошторолған олимпиада-конкурс­тарҙа һәм башҡа ярыштарҙа сәмләнеп, күңел биреп ҡатнаша. Сәмле һәм ғәмле кешеләрҙе уңыш та урап уҙмай – “Йәшлек” ойошторған конкурста ошо мәктәптән бер юлы ике еңеүсе булыуы ла быны асыҡ иҫбатлап тора. Коллектив, дөйөм мәктәп тип әйтергә кәрәк, район эсендә “Иң матур мәктәп яны участкаһы” номинацияһында ла бер нисә йыл рәттән еңеү яулап килә, һабантуй­ҙарҙа тирмә ҡороп та ултырталар.

Таланттар – Ишҡолда

Сәмле лә, ғәмле лә  Әбйәлил мәктәптәре
Баһадирҙай өс егет һәм матур өс ҡыҙ уҡыған Ишҡол урта мәктәбенең унынсы синыф уҡыусылары ла “Бөтә синыф менән – “Йәшлек”кә!” конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урынды яуланы. Фатима Мәхийәнова етәкләгән был синыф уҡыусылары уҡыуға ғына түгел, йыр-моңға ла маһир булып сыҡты. Мәктәп сәхнәһен дер һелкетеп бейеүселәр араһында ла тап унынсылар йөҙөк ҡашы булып тора.
– Әлеге конкурста быға тиклем дә ҡатнашҡайныҡ. Тик, һуңғараҡ ҡалдыҡмы икән – еңеп булманы. Ләкин был хәл беҙҙең күңелде төшөрмәне, сәмләндерҙе генә – яңы ярыш башланыу менән “Йәшлек”кә яҙылып, квитанцияларҙы редакцияға ебәрә һалдыҡ, – ти Ишҡол мәктәбе уҡыусылары.
Конкурста еңеүсе синыфта уҡыу­сылар араһында көрәшселәр, еңел атлетика, баскетбол, футбол менән әүҙем шөғөлләнеүселәр бар. Район буйынса ойошторолған төрлө спорт ярыштарында улар һәр ваҡыт яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Ике уҡыу­сылары – район хакимиәте башлығы стипендианты. Уҡыу ғына түгел, ялдарын да бергәләп үткәреү унынсыларҙы бергә туплаған, шуға ла улар бер-береһенә ярҙам итеп, бер-береһен яҡын күреп уҡый, йәшәй.
Матбуғат саралары әүҙем уҡыу­сылары менән көслө. Шуға ла гәзитебеҙҙе яратып уҡыған, таратҡан, эшендә лә, ялында ла ҡуллан­ған дуҫтарыбыҙ янына ашҡынып килеп, улар менән осрашыуҙан илһамланып, күтәренке кәйефтә ҡайтып китәбеҙ. Ошондай матур осрашыу­ҙар тағы ла күберәк булһын ине!

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға