15.05.2012 Бар яҡтан да күркәм булырға тырышҡан ҡыҙ
Беҙгә йылмайып ҡараған, йөҙөнән нур бөркөлгән, ҡыйғас ҡашлы, сөм ҡара күҙле, башҡорт милли кейемендәге был ҡыҙ – Гөлнур Мырҙагилдина. Ул 1991 йылдың ҡыҙарып еләк бешкән, бесәнселәрҙең ең һыҙғанып бесән сапҡан мәлдә Белорет районының Ғәбдүк ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, Белорет педагогия колледжының сит телдәр бүлегенә уҡырға инә, унан һуң БДУ-ла белемен тәрәнәйтә.
− Әсәйем уҡытыусы булғас, минең дә уның кеүек балаларға белем биргем килде. Сит телдәр менән дә күптән мауығам.
Тырыш, хыялдарын тормошҡа ашырып өйрәнгән ҡыҙ төрлө бейеү түңәрәктәренә лә йөрөй. “Йәнгүзәл” башҡорт фольклор ансамбле, “Шаян” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнеп, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһай.
− Башҡорт ҡыҙҙары элек-электән үҙҙәренең сибәрлеге, тыйнаҡлығы, һомғоллоғо менән дан тотҡан. Тап ошо һыҙаттарҙы үҙемдә лә үҫтерергә теләйем. Шуға күрә лә рус яҙыусыһы А. Чеховтың “Кешелә бар нәмә: йөҙө лә, уйҙары ла, кейеме лә матур булырға тейеш” тигән һүҙҙәрен тормош девизы итеп алдым, − ти Гөлнур.
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.