11.05.2012 “Йәшлек”ле донъя йәмле
«Йәшлек»-фараз» – уҡыусыларыбыҙҙың яратҡан конкурстарының береһе. Уны иғлан итеү менән редакцияға тоҡлап-тоҡлап хаттар килә башлай. Һуңғы бәйгелә еңеүсе тыуған яғым – Баймаҡ районынан булғас, шатланып ҡуйғайным. Моғайын, бүләкте тапшырыу бурысын миңә йөкмәтерҙәр, тигәй уй булғайны. Бер көндө баш мөхәррир ошо мөһим миссия хаҡында еткерҙе. Иҫәнбәт ауылынан Мәҙинә Илбуловаға тәғәйенләнгән бүләкте − сепаратты алып, оло тулҡынланыу менән тыуған районыма юл тоттом.
Балалары бүләкле итте
Баймаҡ районының иң төпкөл ауылдарының береһе Иҫәнбәткә быға тиклем барғаным юҡ ине. Әйтергә кәрәк, юл анһат булманы. Сибай ҡалаһынан сыҡҡас, артабан юлдар маҡтарлыҡ түгел. Етмәһә, күрһәткестәр ҡуйылмаған, шуға күрә бер аҙ аҙашып йөрөнөк. Шулай ҙа бошонманыҡ, яңы йоҡоһонан уянған хозур тәбиғәткә һоҡлана-һоҡлана барҙыҡ, туҡтап, Ирәндек итәгендә фотоға ла төшөп алдыҡ. Был ауылды GPRS-навигаторы ярҙамы һәм Мәҙинә Илбулованың телефон аша биргән күрһәтмәләре аша саҡ таптыҡ.
Төркмән ауылы яғында бер апайҙы ултыртып алдыҡ. Үҙен «уҫал ҡоҙағый“ тип таныштырған ханым, редакциянан икәнебеҙҙе белеп алғас, ил-донъя яңылыҡтарын теҙҙе, ҡытайҙарҙың сифатһыҙ кейем теккәненә лә зарланды. Аҡсаһыҙлыҡ, эшһеҙлек проблемаларын да күтәрҙе. Алсаҡ ҡатын хушлашҡанда икенсе ярты йыллыҡҡа “Йәшлек”кә мотлаҡ яҙылырға һүҙ бирҙе.
Иҫәнбәт Күсей ауыл биләмәһенә ҡарай, яҡынса ике йөҙ кеше йәшәгән бәләкәй ауыл. Ошо ерҙә бихисап данлыҡлы шәхес буй еткергән. Шуларҙың береһе – Социалистик Хеҙмәт Геройы Мәсәғүт Заманов.
Илбуловтарҙың йортон тиҙ таптыҡ. Хужалар, ҡапҡаны шар асып, шат йылмайып ҡаршыланы. Мәҙинә ханым, тормош иптәше Әхмәт, ҡәйнәһе Зифа апай һәм дүрт йәшлек улы Айназ беҙҙе йортҡа әйҙүкләне. Бүләкте шартына еткереп тантаналы шарттарҙа тапшырғас, “Сепаратҡа эш бармы?” – тиеүгә, хужалар: “Етерлек. Һигеҙ баш һыйыр тотабыҙ”, − тине. Тағы ла йылҡы, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡсалары ла ҙур күренә. “Мал-тыуарға ҡарап йәшәйбеҙ. Ауылда эш юҡ, шуға үҙебеҙсә йүнләргә тырышабыҙ. Йәйгеһен емеш-еләк, бәшмәк һатабыҙ”, − тип һүҙгә ҡушылды Зифа апай. Ул ғүмере буйы һауынсы булып эшләгән, әле хаҡлы ялда. Әйткәндәй, ул ике йыл элек редакцияның MP3 дискыһы менән бүләкләнгән булған.
− “Йәшлек“те “Ленинсы“ сағынан уҡ алдырам. Конкурста йыл һайын ҡатнаша торғайным. Ниһайәт, бәхет йылмайҙы! – тине Мәҙинә. «Һандарҙы нимәгәлер нигеҙләнеп яҙҙығыҙмы? Әллә күрәҙәлек һәләтегеҙ бармы?..“ – тип ҡыҙыҡһынғас, ул: “ҡыҙым менән улымдың йәштәрендәге һандарҙы ҡулландым», − тине (Илбуловтарҙың Юлиә исемле ҡыҙҙары бар, әле Магнитогорск ҡалаһында эшләп йөрөй). Уларҙы, тимәк, балалары бүләкле иткән килеп сыға.
− Почта яҡшы эшләй, гәзитһеҙ ҡалғаныбыҙ юҡ, һәр саҡ ваҡытында килә, − тип Илбуловтар почтальондары Әлмира Игебаеваны йылы һүҙ менән телгә алды. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған Әлмира Зәйләғей ҡыҙына редакция исеменән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Мәҙинә менән Әхмәт Илбуловтар хеҙмәттәштәремә ҡайнар сәләм күндереп, был осрашыу һуңғыһы булмаһын, тип оҙатып ҡалды.
Уҡыусыларҙа ҡунаҡта
Баймаҡ районында гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары күп. Бер нисә йыл элек уның тиражы был төбәктә хатта ете-һигеҙ меңгә барып етә торғайны. Һуңғы йылдарҙа кәмене-кәмеүен, шулай ҙа, хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тигән өмөт бар.
“Йәшлек“-фараз“ уйынында ҡатнашып, Ниғәмәт ауылынан бер юлы ике ғаилә бүләккә лайыҡ булғайны. Әнисә менән Рәшит Йәһүҙиндар аҡсатала премия алһа, Ғәлиә менән Рәсүл Рәхимовтар телевизор отҡайны.
Хәл белешә торған матур йола бар, тип, Рәхимовтарҙың ишеген ҡаҡтыҡ. Уларҙың ғаилә менән киске ашҡа йыйылған мәленә тура килдек. 2006 йылда редакция тапшырған Шөһрәтнамә йорт түрендә урын алған. Шундай хөрмәттән күңел иреп китте. Телевизор ҙа яҡшы эшләй икән.
Ғәлиә менән Рәсүл Рәхимовтар ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Олоһо Әлфирә тормош иптәше Йәмил менән ике бала үҫтерә, Сибай ҡалаһында йәшәйҙәр. Йәмил – ҡурай буйынса халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Сибай музыка мәктәбендә балаларҙы халҡыбыҙҙың боронғо милли ҡоралында уйнарға өйрәтә. Әлфирә шунда уҡ директор урынбаҫары булып эшләй. Улдары Хәлил 2010 йылда “Байыҡ” республика бейеү конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яулаған. Дүрт йәшлек Зөлхизә лә йыр-моң ярата. Рәхимовтарҙың кесе ҡыҙы Гөлфирә Ниғәмәт мәктәбендә эшләй.
– Донъялар үҙгәреп тора. Матбуғаттың киләсәге ниндәй булыр… – тиеүгә, Ғәлиә Зәки ҡыҙы: “Гәзиткә йыл да яҙылабыҙ, унан бер ҡасан айырылмаясаҡбыҙ. “Йәшлек”һеҙ донъя йәмһеҙ бит ул”, – тип ҡуйҙы.
Гәзитте уҡымлы, ҡыҙыҡлы итеп сығарыу өсөн журналистар ал-ял белмәй тырышып эшләй. Уҡыусылар менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу, эшебеҙҙең һөҙөмтәһен асыҡлау тағы ла ҡанатландыра, илһам өҫтәй. “Йәшлек“кә тоғро ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт, дуҫтар, киләсәктә лә бергә булайыҡ!
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Автор фотолары.