«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Ике милләт себендәренең береһе − «б-з-з-з», икенсеһе «б-ҙ-ҙ-ҙ» ти



17.04.2012 Ике милләт себендәренең береһе − «б-з-з-з», икенсеһе «б-ҙ-ҙ-ҙ» ти

Ике милләт себендәренең береһе − «б-з-з-з», икенсеһе «б-ҙ-ҙ-ҙ» ти
йәки Өфөлә үткән “Шаян уйын” фестивалендә башҡорт, татар командалары юмор буйынса ярышты
Сәхнәгә сығып теҙелгән 16 команда уйынсыларының һәр береһенең йөҙөндә ярыш сәме, юмор бәйгеһендә ал бирмәү теләге яна. Уларҙы йәше, милләте, шөғөлдәре буйынса ла бүлеп ҡарау мөмкинлеге булыуы − тыуған төйәгебеҙ Башҡортостанда төрлө ҡатлам кешеләренең дә шаярыу-көлөүгә әүәҫлеген күрһәтә. Бөгөн бында кескәй генә мәктәп уҡыусыларынан алып студенттар, эшләп йөрөүселәр, яҡташтар һәм интернет селтәре аша танышып аралаш­ҡандар татыу командалар­ға ойошҡан. Уларҙың һәр береһендә бай фантазия, һүҙ үткерлеге һәм сәхнәлә үҙҙәрен ҡыйыу тота белеү кеүек сифаттар сағыла.
Көндәлек тормошобоҙҙа көләмәсте лә көлкөлө итеп һөйләү һәр кемгә бирелмәй. Ә “Шаян уйын”да ҡатнашҡан ҡыҙҙар һәм егеттәр ябай ғына күренеште лә залды шаулатып көлдөрөрлөк итеп еткер­ҙе. Улар тема эҙләп әллә ҡайҙа йөрөмәгән, һәр кем үҙенә яҡшы таныш өлкәне алған. Уҡыусылар мәктәп тормошон күрһәтһә, студенттар ятаҡтағы хәлдәрҙе сағылдырҙы.
Ике милләт себендәренең береһе − «б-з-з-з», икенсеһе «б-ҙ-ҙ-ҙ» ти
Сарала башҡорт һәм татар командаларының бергә һынау тотоуын шаян йәштәр үҙҙәренең миниатюраларында күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта улар бер кемде лә кәмһетмәне лә, милләттәр дуҫлығын да боҙманы.
− Егеттәр, егеттәр, мин ике милләт себендәрен тоттом.
− Ә милләттәрен ҡайҙан беләһең?
− Бына, тыңлағыҙ: береһе “б-з-з-з” ти, ә икенсеһе – “б-ҙ-ҙ-ҙ”.
(“Башҡорттар.ру” командаһы).
Ике милләт себендәренең береһе − «б-з-з-з», икенсеһе «б-ҙ-ҙ-ҙ» ти

***
Университет студенттары таныша:
− Гүзәл.
− Гөлнур.
− Катя.
− Һин башҡорт филологияһы факультетында уҡып йөрөйһөң, ә исемең Катя. Һин коммерция бүлегендәме әллә?
− Юҡ, мин бюджетта.
− Ә минем исемем Айдар Камалетдинов, коммерцияла укыйым, ә син Катя һәм бюджетта?
(“Хыялыйҙар” командаһы).
Ике милләт себендәренең береһе − «б-з-з-з», икенсеһе «б-ҙ-ҙ-ҙ» ти
Һәр команданың сығышы әҙерлек кимәле һәм юморҙарын үҙенсәлекле сағылдырыуы менән дә айырылып торҙо. Мәҫәлән, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия-интернатының “ҡыҙыҡ мажор” командаһы уйынсылары үҙҙәренең сығыштарын сәнғәт өлкәһенә арнаясағына шик тә юҡ ине. Ләкин улар ҡурай, барабан, ҡумыҙҙа уйнау, йырлау, бейеү һәләтен күрһәтеү менән генә сикләнмәне. Тапҡыр йәштәр миндек менән сабына-сабына мунсала йыуыныу­ҙы, ҡайһы ваҡытта ныҡ ҡыҙып китеп ҡысҡыр­ғандарҙы битенә һыу һибеп тыныс­ландырыуҙы ла һын ҡатҡансы көлөрлөк итеп еткерҙе. Алдағы рәттәге тамашасы өҫтөнә һыу сәсрәтеүҙе лә артыҡ күрмәне улар. Бына, исмаһам, мәрәкә!
Һуңғы арала билдәле шиғырҙар­ҙы, йырҙарҙы көлкөлө итеп үҙгәртеү ҙә йолаға әүерелә бара. Быны беҙ сығыштарҙың күбеһендә күрҙек.
Бер аҙым алға баҫам да
Әйләнәм мин артыма.
Егетемде ташлағандан һуң,
Йыш ҡарайым артыма.
(“XX централ” командаһы).
* * *
Баштарыма кейгән түбәтәйҙе
Һикһән һигеҙ ҡытаец теккән.
***
Күп һайлама сәскәләрҙе,
Һайла һин тик Путинды.
***
Болонда бер ҡолон.
Әсәһен һуйып ашағандар.
***
Ат уйнатып алдан бара
Конюх Шәрәфетдин ағай.
(“Кендектәр” командаһы).
***
Ике милләт себендәренең береһе − «б-з-з-з», икенсеһе «б-ҙ-ҙ-ҙ» ти
Киа-киа, Киа Спектра яратам,
Киа-киа, Киа Рио яратам.
Аҡса юҡ машинаға,
Мин йөрөйөм матайҙа.
***
Әйҙәгеҙ-әйҙәгеҙ бергә
Кәртүк сығарайыҡ ерҙән!
(“Страйк” командаһы).
Командалар башҡорт эстрадаһы “йондоҙҙар”ының ижадына, исемдәренә лә үҙенсәлекле көлкөлө хәлдәр уйлап тапҡайны.
***
Роберт Юлдашев асыҡҡанда ҡурай кимерә.
***
Байегет парашют менән төшкән ваҡытта танау япраҡтары менән туҡтай.
(“XX централ” командаһы).

***
Әгәр Джастин Бибер Башҡортостанда йәшәһә, ул Джастин Бибинур булыр ине.
(“Бытбылдыҡ”).

***
Азамат Тимеров тутыҡҡан.
Ике милләт себендәренең береһе − «б-з-з-з», икенсеһе «б-ҙ-ҙ-ҙ» ти

***
Фәрүәз Урманшин “Лесоповал” төркөмөн яратып тыңлай.
(“Кендектәр” командаһы).
Береһенән-береһе шәп сығыш яһаусы командалар араһынан еңеүселәрҙе билдәләү жюри ағзаларына еңелдән булманы. Сөнки һәр бер команда беренсе урын өсөн бик ҡаты көрәште, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тамашасылар­ҙы әсир итерлек юмор менән ҡыуандырҙы. Шулай итеп, сараның “Стилле команда” номинацияһын − башҡорт чатының “Яңы боролош” командаһы, “Өмөт” номинацияһын − М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Хыя­лый­ҙар” командаһы, “Фестиваль асышы” номинацияһын − Борай районының “Борсаҡ ашы” командаһы, “Иң яҡшы шаяртыу” номинацияһын Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының “Нелегал мигрант” командаһы алды. Призлы урындарға килгәндә, беренсе урын – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Алты йөҙ”, икенсе – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия-интернатының “ҡыҙыҡ мажор”, өсөнсө урын БДУ-ның Сибай институтының “Еңмештәр” командаларына бирелде. ”Иң яҡшы ир-ат роле” – Борай районының ”Борсаҡ ашы” командаһынан Айҙар Фәтхелисламовта, ”Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия-интернатының ”ҡыҙыҡ мажор” командаһынан Зәлифә Йәһүҙинала.
Ә сараның төп бүләге – гран-приға Өфө ҡалаһының “ҡеүәтә” командаһы лайыҡ булды.
Самат ҡОТЛОЕВ.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға