17.04.2012 Һаумы, һаумы, әкиәт!
Өфөнөң Конгресс-холында халыҡ әкиәттәрен һөйләүселәр конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр
Өфөлә халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусы балаларҙың III төбәк-ара конкурсы уҙғарылды һәм Конгресс-холда еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Әкиәт һөйләү бәйгеһендә 1 – 7-се синыф уҡыусылары араһынан Башҡортостан райондарынан ғына түгел, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән дә ҡатнаштылар. Һайлап алыу туры ваҡытында 70 баланың 27-һе финалға үтә алды.
Жюри рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры Әхмәт Сөләймәнов, “Алтынай” студияһы директоры Әлмира ҡыуатова, диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин, билдәле балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсина, БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф бүлеге начальнигы Рәйсә Күзбәкова, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор бүлеге мөдире Гөлнур Хөсәйенова әкиәт һөйләүселәрҙең талантын, артистизм, тасуири һөйләү, импровизацияға һәләте яғынан да баһаланы.
Йомғаҡлау сараһы ваҡытында сәхнәлә үҙе бер сихри әкиәт донъяһы барлыҡҡа килде. “Мең дә бер төн” ғәрәп әкиәте нигеҙендә ҡоролған тамашала балалар боронғо һәм заман әкиәттәре геройҙарын күрә алды. Шулай итеп, көттөрмәй генә конкурс еңеүселәрен дә билдәләп үттеләр.
Өсөнсө урын Борай районынан Әҙилә Шакирова һәм Ғафуриҙан Элина Даниловаға бирелде. Икенсе урынды Баймаҡ районынан Ғайсар Рәхмәтуллинға һәм Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһынан Илгиз Шәйәхмәтовҡа тапшырҙылар. Беренсе урынды Учалы районының Ураҙ ауылы лицейы уҡыусыһы Алһыу Мостафина менән Илеш районынан Сулпан Рөстәмханова бүлеште.
Ә гран-приҙы ‒ ҡыйғы районының Ибрай ауылынан 5-се синыф уҡыусыһы Нурия Зәйнуллина менән ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылынан 4-се синыф уҡыусыһы Илмир Бикҡужин хаҡлы рәүештә яуланы.
Финалға сығыусыларҙың һәр береһе диплом, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде, ә еңеүселәргә ноутбук тапшырылды. Конкурсты ойоштороусылар яҡын киләсәктә бөтә Рәсәй кимәленә сығып, ошондай бәйгене Мәскәүҙә лә үткәрергә ниәтләнә.
Флүзә ТҮЛӘКОВА.