03.04.2012 Гөлназ ҠОТЛОЗАМАНОВА: “Һәр кемдең маҡсаты булырға тейеш һәм ул мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ”
− Мин Гөлназ ҡотлозаманова булам. 17 йәштәмен. Яҙ миҙгеленең матур көндәренең береһендә, Балыҡ йондоҙлоғо аҫтында Силәбе ҡалаһында тыуғанмын. Бала саҡтан уҡ Өфөгә туғандарым янына килеп йөрөп, уның матурлығына ғашиҡ булдым. Һуңынан баш ҡалаға бөтөнләйгә күсеп килдем.
Әле Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжында юрист һөнәрен үҙләштерәм. Киләсәктә ҡыйын хәлгә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү минең бурысым, тип һанайым. Буш ваҡытымда башҡорт һәм Латин Америкаһы бейеүҙәрен бейергә яратам. “Һылыуҡай” республика матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашып, “Тамашасы һөйөүе” номинацияһын алдым.