27.03.2012 «Мин барыһын да булдырам!»
Һүрәттәге мөләйем ҡыҙ Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылынан Айгөл Аҡһарова була. Әле ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында белем ала. Айгөл кешеләргә ҡарата ихтирамлы, ярҙамсыл, итәғәтле ҡыҙ.
– Был тормошта әсәйемә оҡшарға тырышам. Ул минең өсөн бөтә яҡтан да өлгө. Шуға, уға оҡшап, уҡытыусы һөнәрен һайланым. Психология, рус һәм башҡорт әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһынам, мәктәптән үк спорт менән шөғөлләнәм, бигерәк тә волейбол уйнарға яратам, буш ваҡытта сигеү менән дә булышам.
Тормош юлымда «Үткәнгә ҡайтып, стартыңды, үҙгәртеп булмай, ләкин хәҙер старт алып, киләсәгеңде үҙгәртеп була» тигән девизды ҡулланам, – ти Айгөл.
Флүзә ТҮЛӘКОВА.
Тауыш биреү “Бәйләнештә” сайтының “Йәшлек” гәзитенә арналған битендә бара – vk.com/club24213300.