27.03.2012 Башҡорттар, «шымартайыҡ»!
Баш ҡалабыҙ Өфөлә «Шаяниум – 2012» фестивале үтте
Был конкурс-фестивалдең нимәнән ғибәрәт икәнен берәүгә лә аңлатып торорға кәрәкмәйҙер. Эйе, башҡортса КВН ул. Шаян һүҙе үҙе үк йылмайтҡан кеүек. Йола буйынса ошо айҙарҙа ҡалала, республикала шаяндар һәм отҡорҙар ярыштары көсәйеп китә. Бында ҡатнашыусылар көлкө-мәрәкә буйынса сәмләнеп алышһа, тамаша ҡылыусылар ихласлап ауыҙ йыра, устары талғансы алҡышлай. Хатта шаяртыуҙарҙы үҙебеҙсәләп баһалап, «Масляков ял итә» тип әйтке килә.
Баш ҡала мәктәптәре ҡатнашлығында бына унынсы тапҡыр үткәрелгән «Шаяниум»да миңә өсөнсө йыл рәттән жюри ағзаһы булыу бәхете тейҙе. Шул бәхетме, тиер шаяртыу менән «дуҫ булмаған» ҡайһы бер сәйерҙәр. Балаларҙың сағыу сығыштарын күреү, сәйәсәт, коррупция, буш вәғәҙәләр, мәғәнәһеҙ һуғыштар, ғөмүмән, ялҡытҡыс бер төрлөлөк менән тулған донъя яңылыҡтарын сүпләп ултырыуға ҡарағанда, ифрат ҙур бәхет булмай, ни булһын ти!
Шулай итеп, һаумы, «Шаяниум – 2012»!
Өфө урамдарында булған хәлдәр
Бала өлкәндәрҙе өс нәмәгә өйрәтә ала – сәбәпһеҙ ҡыуанырға, һәр ваҡыт үҙеңә шөғөл табырға һәм үҙ фекереңдә ҡалырға, тигән бер замандың бер бөйөгө. Ысын, шулай. Һайлап алыу турҙарында, дүрт көн балалар мөхитендә булыу быны раҫланы. Нимәһе яҡшы – балаларҙа яһалмалылыҡ юҡ. Үҙенсә ихлас итеп шаярта ла ҡуялар. Ә рус мәктәбендә уҡыған берәй баланың саф башҡортсалаштырып сәхнәнән мәрәкә һөйләп тороуына сәпәкәй итмәй нишләйһең. Ана бит улар нисек шаярта:
«Шаяндар» командаһы, 108-се мәктәп.
Өфө яңылыҡтары.
– Мәҙәниәт – ҡурҡыныс, сәйәсәт – бысраҡ, спорт – оят, һайлауҙар ҙа үтте, Аллаға шөкөр.
* * *
– Нисек уйлайһың, уҡытыусылар мәктәптә ни өсөн эшләй?
– Балаларға белем бирер өсөн инде.
– Юҡ, яңылышаһың. Улар июнь, июль, август өсөн эшләй.
– Ә һеҙ беләһегеҙме, Винни Пух башҡортса Винни Мамыҡ була.
Йә иһә «Капитан Өфө» тип яңы герой уйлап табыуҙарын әйт әле. Хатта марттағы аптыратҡыс көн торошонан да нисектер көлөп ҡуйҙылар. «Бына һиңә тун, Силәбегә юллама, сәскә», – тип, оҫта ғына ҡыуып та ебәрҙеләр һыуыҡты («Хыялый зыялыйҙар», 159-сы мәктәп).
Бер ҡыҙыҡ мәлде лә яҙып китмәй булмай. Шаяндарҙың айырым ғына интонацияһы ла бар. Мәҫәлән, «Өфө урамында булған хәл» тигәнде барыһы ла бер иш әйтә – һөйләмдә баҫым хәл һүҙенең «ә»һенә уғата көслө төшә. Ошонан уҡ көлөргә мөмкин. Өфө урамы тигәндән, һәр команда тиерлек ундағы хәлдәрҙән көлкө тапҡан. Артабан ҡолаҡ һалайыҡ.
75-се маршрут автобусында:
– Һуңғы туҡталыш – «Телеүҙәк».
– Уй-уй, билем.
– Ыһһһ, вись ҡатты («тығын» сәбәпле автобустың оҙаҡ килеүенә ишара).
Черниковканан үҙәккә барыһы ла противогаз кейеп килә лә, килеп еткәс, сисә. «Йәшел сауҡалыҡ»тан иһә – киреһенсә, үҙәккә килеп еткәс, противогаз кейәләр. Димдән Өфөгә килеүселәр ҙур-ҙур сумкалар тотҡан, сәйнүктәрен дә алғандар… («VIP-йәштәр», Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты командаһы).
Димдәге бер туҡталышта булған хәл.
– Туҡта, әй, көтөп тор әле, улым, әйҙә погадаю.
– Әй-һәй, ҡыҙым, туҡта, погадаю!
Янына туҡтаған берәүҙең усына ҡарап:
– Ой-ойй, улым, һине бит үлтерәлә-әр, турайҙа-аар, ашайҙа-аар.
– Атағатаҡ, эй, әбекәй, тороп тор әле. Бирсәткәмде сисәйем. Мин бит уны сусҡа тиреһенән тектергәйнем… («Етегән + бер» (102-се башҡорт гимназияһы).
«ҡыҙармайбыҙ – шаяртабыҙ»
Дөрөҫөн әйткәндә, «Шаяниум» башланып торған йылдарҙа балалар сәхнәнән күрһәткән мәҙәктәрҙең бигүк көлкөлө булмағандары ла осраған. Ошо конкурсты ун йыл буйына ойоштороуҙа, әҙерләү һәм командаларҙы һайлап алыуҙа байтаҡ ҡына тирен түккән Өфө ҡала хакимиәтенең гуманитар бүлегенең баш белгесе Гөлзәминә Зөфәр ҡыҙы Кәримова хәтерләүенсә, хатта аптырауҙан күҙ йәштәре сығарырлыҡтары ла булған, балалар донъяһы алыҫ торған «билдән түбән» шаяртыуҙар ҙа инеп киткән миниатюраларға.
Хәҙер хәл башҡаса, ҡыҙарып ултырырлыҡ түгел. Дөйөм алғанда, шаяртыуҙар төрлө тематиканы үҙ эсенә ала – сәйәсәттән башлап «Сәңгелдәк»кә тиклем. «Рәссамдар» (ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика художество гимназия-интернаты) командаһынан шуҡ малай Тимурҙың ҡыҙыҡай менән беренсе осрашыуын ғына тыңлап ҡарайыҡ әле.
Тимур:
– Һин кисә «Сәңгелдәк»те ҡараныңмы?
ҡыҙыҡай:
– Юҡ.
Тимур:
– Улайһа, беҙҙең һөйләшер тема ла юҡ!
Әйткәндәй, шаяниумсылар «Тау-тау хәбәр», «Тәмле», «Бауырһаҡ», «Башҡорт телен өйрәнәм» кеүек тапшырыуҙарҙы йәтеш кенә итеп эләкләне. Был әлеге программаларҙың танылған булыуын да аңғарта. Тормоштағы бер күренеш тә балаларҙың иғтибарынан «ҡасып» ҡала алмай. Иғтибар тигәндән, һайлап алыу турының бер көнөндә жюри рәйесе Вилнур Хәсәновты сәхнәнән юбилейы менән ҡотланылар. Беҙ, нисәмә йыл уны белгән өлкәндәр ҙә, онотоп торғанда, балалар ҡайҙандыр ағайҙарына «түңәрәк» кенә йәш тулыуын белә һалған. «Итәк-еңде йыйып йөрөргә кәрәк, «Шаяниум»ға эләгеп ҡуйырбыҙ юҡһа», – тип көлөштөк.
Булды, йыл дауамында иҫтә ҡалырлыҡ шаяртыуҙар етерлек булды. Хатта командаларға урындар билдәләгәндә шыбыр тиргә баттыҡ тигәндәй.
Шулай итеп...
Рус телле мәктәптәр араһында «Берҙәм егерме берҙәр» (21-се лицей) еңеү яуланы. Икенсе дәрәжә диплом менән «Хыялый зыялыйҙар» (159-сы мәктәп) бүләкләнде. Өсөнсө баҫҡыста – «Затонград» (44-се мәктәп).
Башҡорт мәктәптәренән шундай шаяртыуҙар булды ки, тот та бөгөндән Юғары лигаға ебәр, тик… йәштәре генә етмәгән шул һәм «Шаяниум – 2012»лә призлы урын алырға әҙ генә мәрәйҙәре тулмағандар ҙа бар.
«Тағы ла ике» (2-се башҡорт лицейы) «Дарман» номинацияһында билдәләнде. «Өмөт» хужалары – «Сәтәкәй»ҙәр (48-се лицей). «Етегән + бер» (102-се гимназия) лайыҡлы рәүештә «Асыш» номинацияһына эйә булды. Уларҙың «шымартыу» хаҡындағы шаяртыуы бөгөнгө демографик хәлде бик яҡшыртыр ине ул (был шаяртыуҙы тулыһынса ошо биттә эҙләгеҙ). «Иң сағыу сығыш» «VIP-йәштәр»ҙә (Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты) булһа, «Ығы-зығы» (З. Биишева исемендәге 140-сы гимназия) мәҙәктәре «Үҙенсәлекле» номинацияһына торош итте. «Шаяниум ветерандары» командаһына ла тәғәйен приз эләкте.
Өфөнөң ҡала мәҙәниәт йортонда барған гала-концертта үрҙәге командалар бүләктәр алғансы, моғайын, ҡалғандары ныҡ тулҡынланып торғандыр. Барыһы ла атлыҡҡан беренсе урын да бар бит әле. Бүләкләгәндә ниңәлер аҙаҡтан башлайҙар, үҙенсә, «иң-иң»гә сюрприз булһын, тиҙәрҙер. Ә бына яҙғанда, моғайын, тәртип буйынса билдәләү дөрөҫөрәктер.
Беренсе дәрәжә диплом был юлы ике командаға эләкте – «ҡыҙыҡ мажор» (Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия-интернаты) менән «Һупайлы дәрүиштәре»нә (М. Исҡужин исемендәге 136-сы лицей). Һуңғылары өсөн был символикалы еңеү ине – улар «Шаяниум»дың иң тәүге чемпиондары булғайны.
Икенсе урында – «Кендектәр» (М. Кәрим исемендәге 158-се гимназия) менән «ХХ централ» (Ф. Мостафина исемендәге 20-се гимназия).
Өсөнсөлә – «Ша-шу-ша» (122-се гимназия) менән «Башҡорттар. ру» (республика башҡорт лицей-интернаты). Афариндар!
Бынан тыш, «Шаяниум батыры» һәм «Шаяниум һылыуы» ла асыҡланды. Улар – «Башҡорттар.ру»нан Хәлил Усманов менән «Етегән + бер»ҙән Элина Юлышева.
«Тамыр» телеканалы Гүзәл Әлибаеваға («Кендектәр» командаһынан) үҙ призын тапшырҙы.
Бүләктәр, алҡыштар, ҡотлауҙар, ихлас теләктәр, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитовтың, БР Президенты Хакимиәтенең идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитовтың, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән тәбрикләүҙәр – шаттар һәм отҡорҙар конкурсы ҡатнашыусыларының йондоҙло сәғәте ине был. «Йәшлек» тә ситтә ҡалманы – «Шаяндар» командаһына гәзитебеҙ исеме яҙылған, тәмле сәй теләгән бокалдарыбыҙҙы тапшырҙыҡ. Моғайын да, бер аҙ үҫкәс, был балалар беҙҙең уҡыусылар булып китер. Их, башҡа бүләкләүселәрҙе лә яҙырға ине, урын ғына самалы.
Хуш, «Шаяниум – 2012»! Киләһе йылда ла «Йәшлек» биттәрендә сағыу көлкөләрегеҙҙе күрергә яҙһын!
Шаяртыуҙар
«VIP-йәштәр»
«Башҡорт телен өйрәнәм» тапшырыуында.
– Ә хәҙер һүҙҙәрҙе ҡабатлап алайыҡ.
Скамейка – эскәмейкә, штакетник – ыштакитник, подмышки – сысҡан аҫты, тапочки – тәпешкә (шапылдатып бейеп тә ебәрә).
«Етегән + бер»
«Өфө ҡыҙҙары – 1» миниатюраһы.
– Аһа, ҡара әле, ҡалай матур магазин.
– Эйе. Ә беләһеңме, атайым мине, ошонан һатып алдыҡ, ти.
– Минең атайымдың аҡсаһы булмағас, ул мине үҙе эшләгән.
«Өфө ҡыҙҙары – 2». Магазинда.
– Һин нисек уйлайһың – ниндәй открытка алайым: «Минең ҡуянҡайыма»мы, әллә «Минең бесәйкәйемә» тип яҙылғандымы?
– Ә нимә хөрмәтенә һуң?
– Әй, иртәгә минең теге кәзә тәкәһенең тыуған көнө лә…
«Тау-тау хәбәр» тапшырыуы.
– Һеҙҙең иғтибарға өп-өр яңы яңылыҡтар. Өфө ғалимдары сираттағы «Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге»н яҙған. Шул китаптан бер нисә һүҙ.
Сират – ауырыу ат, ябай – мин иң бай кеше, ялбарыу – курортҡа барыу, бураҙна – был аҙнала иң күп урлаған бур, былбыл – тотлоҡҡан һандуғас, ҡартайыу – ҡарт йәшкә еткән айыу, ҡуйырыу – һарыҡ ырыуы, тиреҫ – тир еҫе сыҡҡан кеше, умарта – ҡатын-ҡыҙҙарҙың яратҡан айы, филолог – филдәрҙе өйрәнеүсе кеше, шымартыу – тауыш-тынһыҙ бала табыу.
«Тау-тау хәбәр» тапшырыуы Башҡортостандың иң-иң төпкөл районында русса бик-бик шәп белгән ҡарт менән осрашты.
– Бабай, ә бабай, һин, русса бик шәп беләм, тип маҡтанаһың, әйт әле миңә шуны – «Исполняющий обязанности директора неполной средней школы» башҡортса нисек була?
– Һе, таптың нимә һорарға – тулыр-тулмаҫ мәктәптең булыр-булмаҫ директоры инде-ее.
«Кендектәр»
Дискотекала булған хәл.
– ҡыҙыҡай, исемең нисек?
– Бибисара. Һин нимә, минең менән танышырға итәһеңме?
– Юҡ, юҡ, мин ҡыҙыҡ исемдәрҙе йыям.
– Ә-ә, үҙеңдең исемең нисек һуң?
– Аристарх… Нимә ауыҙыңды йырҙың – ябай башҡорт исеме.
– Фирүзә Париж үҙенең балаларын, Нәркәс Берлин, Азамат Мадрид, әйҙәгеҙ ашарға, тип саҡыра икән.
Мөғжизәле урында сит планета кешеләре менән осрашыу.
– Беҙ ҡайҙа ул?
– Марста.
– Һеҙ кемдәр?
– Беҙ – марсҡорттар.
– Ә кем ул – марсҡорттар?
– Марста йәшәгән башҡорттар. Ә был минең балаларым – Владик менән Маша.
– Исемдәре ниңә улай һуң?
– Сөнки минең ирем – марсаш.
– Кем һуң ул марсаш?
– Марста йәшәгән сыуаш.
«Һупайлы дәрүиштәре»
Әлмир «Бамбучо» «Тәмле» тапшырыуына килгән.
– Бөгөн мин һеҙгә би-иик тә тәмле аш бешереп күрһәтәсәкмен. Уның өсөн беҙгә ҡалаҡ, тәрилкә, майонез һәм… «Роллтон» кәрәк.
Яңылыҡтар.
– «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында «ҡурай-тв» каналынан башҡа тағы ла өс яңы канал барлыҡҡа килде: «ҡумыҙ-тв», «ҡыл-ҡумыҙ-тв» һәм «Думбыра-тв».
«Башҡорттар.ру»
– Мин урамдан китеп барғанда, һулға ҡараһам да мине күреп ҡыҙҙар йығыла, уңға ҡараһам да ҡыҙҙар йығыла.
– Һуң, әлбиттә, йығыла. Тышта ҡалай тайғаҡ та инде.
«Ша-шу-ша»
Шаҡша дауаханаһында булған хәл.
– Ике күҙегеҙҙе лә йомоғоҙ әле… Бында нимә яҙылған?
– Мин күрмәйем.
– Аңлашылды – һуҡыр. ҡолағығыҙҙы ҡарайым әле… нығыраҡ асығыҙ. Тағы ла нығыраҡ… нығыраҡ.
– Әләү, ауырта ла инде.
– Аңлашылды – һаңғырау. Тә-әк, башығыҙҙы тыңлайым әле. Уйлағыҙ… уйламағыҙ, уйлағыҙ. Ә һеҙҙең йөрөгән ҡыҙығыҙ бармы?
– Ну, нисек әйтергә, ну…
– Аңлашылды – тормоз!
– Доктор, был ниндәй дауахана һуң?
– Түләүһеҙ!
Егеттәр өсөн төнгө реклама.
– Һиңә күңелһеҙме? Кәйефең юҡ, һөйгәнең ташланымы? Берҙәм дәүләт имтиханы һине ҡәнәғәтләндермәйме? Военкомат! Рәхим ит!
«Мөғжизәләр яланы»нда.
– Беҙҙең сираттағы уйынсы Өфө ҡалаһынан. Рәхим итегеҙ... О-о, приз секторы.
– Әһә-ә, черная коробка-аа.
– Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә 10 мең һум аҡса бирәм һәм беҙ коробканы асмайбыҙ.
– Черная коробка-аа.
– Мин һеҙгә 20 мең һум аҡса бирәм һәм беҙ уны асмайбыҙ.
– Черная коробка-аа.
– ҡалай еңмеш. Һәм ҡапты асабыҙ. Һеҙҙең приз – автомобиль.
– Черная коробка-аа.
Яҡташыбыҙ буш коробкаһын ҡыуанып алып сығып китә.
«Шаяниум ветерандары» командаһы
– Ыстағафирулла! Абау, хәшәрәт! Әҙәм ыстырамы!
– Нишләп былайтып ҡысҡыраһығыҙ ул, ә?
– Беҙҙең класта ҡот осҡос хәл! Бына уның атаһы – Наил Ғәйетбаев, билдәле драматург, яҙыусы. Ә был баланың әсәһе – Резеда Әминева. Танылған йырсы. Ә быныһының, уф, мин әйтә алмайым – оят.
– Кем һуң?
– Уның ата-әсәһе – бизнесмендар!
– Вон беҙҙең мәктәптән!