«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Илемдең аҫыл ҡоштары һеҙ – башҡорт һылыуҙары!



06.03.2012 Илемдең аҫыл ҡоштары һеҙ – башҡорт һылыуҙары!

Өфөлә “Һылыуҡай – 2012” гүзәллек бәйгеһе үтте
Илемдең аҫыл ҡоштары һеҙ – башҡорт һылыуҙары!
– Быйылғы һылыуҙар өсөн һайлап алыу турында талаптар бик ҡаты ине, финалға береһенән-береһе сибәр, матур һәм аҡыллы ҡыҙҙар үтте, тигәйнеләр. Матур тамаша булырға тейештер. Шулай уҡ минең яҡташ ҡыҙ ҙа сығыш яһай, уны ла ҡарап, алҡышлап дәртләндерергә килдем әле, – тине “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы фойеһында үҙен Зәлиә тип таныштырған апай. Уның көтөп алған тамашаға килеүенән кәйефе лә яҡшы ине.
Эйе, ысынлап та, “Һылыуҡай – 2012” республика телевизион гүзәллек бәйгеһенең иң тулҡынландыр­ғыс, сағыу мәле – финалы быйыл да оҙаҡ көттөрмәне. Иң яҡшы остаздар күҙәтеүе аҫтында иртәнән кискә тиклем дауам иткән вокал, хореография, дефиле, сәхнә телмәре буйынса әҙерлектең һөҙөмтәһе үҙенсәлекле һәм матур байрамда сағылды. ҡар иреп бөтөп, тәүге умырзая сәскәһе атыу менән тирә-яҡҡа йәм һәм ҡот таралғандай, был бәйге лә март айының тәүге көндәренә тура килеүе менән бик отошло булды, күңелдәргә дәрт өҫтәне, яҙ кәйефе бүләк итте.
Беренсе тапҡыр “Йәшлек” республика йәштәр гәзите ярҙамы менән ойошторолған “Һылыуҡай” гүзәллек конкурсы бынан теүәл егерме йыл элек барлыҡҡа килеп, йыл да үткәрелгән матурлыҡ байрамына әүерелде. Быйыл да финалға республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан һомғол буйлы, сибәрҙәрҙән-сибәр һылыуҡайҙар үтте. Уларҙың бәйгегә әҙерлеген тамашасылар Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күҙәтеп барҙы.
Илемдең аҫыл ҡоштары һеҙ – башҡорт һылыуҙары!
2 мартта, ниһайәт, көтөп алынған финал етте. Шаршау асылды. Залды һәм барлыҡ тамашасыларҙың иғтибар үҙәге – сәхнәне әлегә ҡараңғылыҡ сорнай. Бары тик уның ситтәренән төшкән матур уттар ярҙамында ғына конкурсанттарҙы күрергә мөмкин. Уларҙың йөҙҙәре аҡ вуаль менән ҡапланған. Әле кем икәнлектәре сер булып ҡалған тал сыбығылай һығылмалы, зифа буйлы башҡорт һылыуҙары талғын ғына көйгә матур хәрәкәттәр яһай. Сараның саф башҡорт ҡыҙҙарына хас сифаттар­ҙың береһе – серлелектән башланыуы бик тә отошло булды, залдағылар шунда уҡ күркәм тамаша ҡарарға әҙерләнде.
Һәр башҡорт ҡыҙына хас һыҙаттар – нәфислек, йор һүҙлелек, уңғанлыҡта көс һынашыуҙа Башҡортос­таныбыҙҙың төрлө төбәгенән ун ике һылыу ҡыҙ ҡатнашты. Улар – Миәкә районының ҡаран-ҡунҡас ауылынан Әлиә Исмәғилева, Күгәрсен районының Сапыҡ ауылынан Раушания Ибраһимова, Өфө ҡалаһынан Лилиә Шәймәрҙәнова, Салауат районының Малаяҙ ауылынан Алина Мораҙымова, ҡыйғы районының Үрге ҡыйғы ауылынан Гөлнур Зиннәтова, Иглин районының Аҡбирҙе ауылынан Гөлназ ҡотлозаманова, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан Нәркәс Ирмәкова, Миәкә районының Боғҙан ауылынан (Стәрлетамаҡ ҡалаһы өсөн сығыш яһай) Ләйсән Ғәрифйәнова, Бишбүләк районының Бикҡол ауылынан Гөлсибәр Батраева, Бөрйән районының Байназар ауылынан Гөлиә Мәсәғүтова, Ишембай районының ҡолғона ауылынан Гүзәлиә Усманова һәм Өфөнән Ләйсән Ғасимова. Гүзәллек бәйгеһе финалына сығыусы ҡыҙҙар 16 йәштән 23-кә тиклем ине.
Улар араһынан бөтә яҡтан да “иң-иң”дәрен һайлап алыу бурысын жюри ағзалары – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – ҡо­ролтай Рәйесе урынбаҫары, жюри рәйесе Лилиә Ғүмә­рова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов, “Баш­ҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Ғәлим Яҡупов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, профессор Таң­сулпан Бабичева, Рес­публика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Иш­бирҙин, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләт­бәков башҡар­ҙы.
Конкурстың тәүге һынауы – үҙең менән таныштырыу. Һәр ҡыҙ үҙе, хыялдары һәм ғаиләһе тураһында һөйләне. Әйтелгәндәр тамашасы күңеленең нескә ҡылдарын тирбәтһен өсөн һылыуҡайҙар һүҙ оҫталыҡтарын, төрлө алымдар, шиғри юлдарҙы файҙаланды. Мәҫәлән, Гүзәлиә Усманованың сығышы былай яңғыраны: “Әссәләмәғәләйкүм, ҡунаҡтар! Һаумыһығыҙ, хөрмәтле жюри ағзалары! Мин – Гүзәлиә Усманова. ҡошсоҡ­тарҙың үҙ ояһы булған кеүек, минең дә Ишембай районының ҡалын-ҡалын урмандар араһында, бейек тауҙар ҡуйынында урынлаш­ҡан ҡолғона ауылында һәр саҡ саҡырып, арбап торған изге йортом – атай йорто бар. Илемдең аҫыл ҡоштары һеҙ – башҡорт һылыуҙары!
Бала саҡтан тәбиғәткә ғашиҡ булғанға Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡыр­ға индем.
Ғаиләм – ҡәлғәм! Үҙе серле донъя,
Әйтерһең дә, ожмах ҡосағы,
Атай-әсәй фәрештәләр булһа,
Ағайҙарым тылсым эйәләре!
Атайымдан талапсанлыҡ, таһыллыҡ, әсәйемдән наҙлылыҡ, эшһөйәрлек күсһә, өләсәйем күңелемдә иман нуры балҡытты, ә ағайҙарым минең өсөн һәр саҡ өлгө һәм терәк.
Татыу булһаң – тормош йәмле
була.
Аштар тәмле, йәшәү күңелле,
Берҙәм эшләп, гөрләп йәшәүҙәре
Ошо үҙе бәхет түгелме?”
Илемдең аҫыл ҡоштары һеҙ – башҡорт һылыуҙары!
Миәкә районы һылыуы Әлиә Исмәғилева киләсәктә йырсы булып ҙур сәхнәләрҙе яңғыратырға хыялланыуы тураһында һөйләне. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр бүлегендә уҡып йөрөгән Лилиә Шәймәрҙәнова инглиз, француз телдәрен өйрәнһә лә, уның өсөн туған тел, әсә теле иң ғәзизе булыуын әйтте. Баймаҡ һылыуы Нәркәс Ирмәкова ғаиләләрендә бер айҙан тағы бер ҡусты көтөүҙәре, туғандарына һәр ваҡыт терәк булырға әҙерлеге тураһында уртаҡлашыуы менән иҫтә ҡалды.
Үҙҙәре менән таныштырып үткәс, ҡыҙҙар залда ултырған әсәләренә рәхмәт билдәһе итеп сәскә гөлләмәләре бүләк итте. Ә әсәләр ҡыҙҙарына, үҙ сиратында, бирнә тапшырҙы.
Артабанғы конкурста һылыу­ҡайҙар “Ете ҡыҙ” башҡорт бейеүен башҡарҙы. Береһенән-береһе матур, нәҙекәй билле, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән, зауыҡлы башҡорт кейемендәге ҡыҙҙар бейеүе тамашасыларҙы ысынлап та ата-бабаларыбыҙ йәшәгән ваҡытҡа алып киткәндәй булды. Бейеүгә ҡыҙҙарҙы “Гүзәл-данс” студияһы етәксеһе Гүзәл Исламғолова өйрәткән.
Илемдең аҫыл ҡоштары һеҙ – башҡорт һылыуҙары!
Киләһе конкурста ҡыҙҙар үҙҙәренең нимәгә маһир икәнлеген күрһәтте. Беренсе сығыш яһаусы Әлиә Исмәғилева тамашасы күңелен йыр менән яуланы, ә Гүзәлиә Усманова башҡорт бейеүен башҡарҙы. Ләйсән Ғасимова ла үҙенең һәләтен үҙенсәлекле итеп асты, ул тхэквандо спорт төрөнөң төрлө алымдарын күрһәтеп, тамашасыны һоҡландырҙы. Алина Мораҙымова һүрәт төшөрөргә ярата икән, ул үҙенең бер нисә эшен жюри ағзалары хөкөмөнә тәҡдим итте. Гөлназ ҡотлозаманова латинса бейеү башҡарҙы. Ә Ләйсән Ғәрифйәнованың мөхәббәт тураһында үҙе ижад иткән нәҫерҙән өҙөк һөйләүе берәүҙең дә күңелен тетрәндермәй ҡалмағандыр. Раушания Ибраһимова спорт менән дуҫ, лапта менән ныҡлы шөғөлләнә икән. Шулай уҡ ул бейеүгә лә әүәҫ. Гөлсибәр Батраева Башҡортостан тураһында үҙе ижад иткән шиғырын тасуири итеп һөйләне. Ә Лилиә Шәймәрҙәнова үҙ ҡулдары менән биҙәүестәр эшләргә ярата.
Гөлнур Зиннәтова бик тулҡынландырғыс сығыш яһаны. Ул Илдар Хисаметдинов ижад иткән “Шаяртыу” моңон уйнап күрһәтмәксе ине, әммә аппаратура тоҡанмау сәбәпле, залды бер аҙ тынлыҡ баҫты. Ләкин ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа сығышы ҡурҡыныс аҫтында ҡалған ҡыҙҙың бармаҡтары синтезатор клавишаларынан бик оҫта йүгерә башланы. Дәртле көй тамашасыларҙың дәррәү алҡыштары менән оҙатылды. Артабан Нәркәс Ирмәкова Рәми Ғариповтың шиғырын һөйләне, Гөлиә Мәсәғүтова барабан ҡағып, ҡыҙҙар менән маршта йөрөнө.
ҡыҙҙарҙы дәртләндерергә, сығыштары ваҡытында уларға көс һәм илһам бирергә дуҫтары һәм туғандары күпләп килгәйне. Улар үҙҙәре «көйгән» финалсыны дәррәү алҡышлап ултырҙы, ҡулдарынан плакаттары төшмәне.
Илемдең аҫыл ҡоштары һеҙ – башҡорт һылыуҙары!
Унан һуң ҡыҙҙар испан бейеүен бейене, тәбиғи туҡыманан тегелгән мосолман кейемдәрендә сәхнәлә йөрөп күрһәтте. Шунан, дин, күңел матурлығы тураһында үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы һөйләне. 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығына арналған сығышта сая ҡыҙҙар ҡулына шпага ла алды. Иң ҡыҙыҡ конкурстарҙың береһе һылыуҡайҙарыбыҙҙың тамашасы биргән һорауға отҡор, төплө, юмор менән яуап ҡайтарыуы ине. Залдағы теләгән һәр кеше үҙенең һорауын бирҙе. “Баҙарҙа ҡарабойҙай хаҡы күпме тора?” – тигән һорауға Гүзәлиә Усманова: “Бер ай буйына “Йоматау” шифаханаһында йәшәп ҡарағыҙ әле, унда ярманың ғына түгел, бөтә аҙыҡ-түлектең дә хаҡын онотор­һоң”, – тине. Ә Гөлнур Зиннәтова: “Ялҡауҙыҡы хаҡлы булыр, уңғандыҡы арзан булыр”, – тип еткерҙе. Артабан бер-бер артлы “Ер шарында иң матур урын ҡайҙа?”, “Ахырызаман булһа нимә эшләйһегеҙ?”, “Уңышлы булыр өсөн нимә кәрәк?”, “Әҙерлек ваҡытында иң ауыры нимә булды?”, “Киләсәккә пландарығыҙ?”, “8 Мартҡа ниндәй бүләк алғығыҙ килә?” тигән һорауҙар ағылды.
Илемдең аҫыл ҡоштары һеҙ – башҡорт һылыуҙары!
Бына финалда ҡатнашыусы һылыу­ҙарҙы, ата-әсәләрҙе һәм улар өсөн янып-көйгән тамашасыларҙы тулҡынландырған мәл дә килеп етте. Номинацияларҙы билдәләү, еңеүселәрҙе тәбрикләү башланды. Шулай итеп, Гөлсибәр Батраева – “Нурлы һылыуҡай”, Раушания Ибраһимова – “Йор һүҙле һылыуҡай”, Гүзәлиә Усманова – “Моңло һылыуҡай”, Лилиә Шәймәрҙәнова – “Иманлы һылыуҡай”, Нәркәс Ирмәкова – “Наҙлы һылыуҡай”, Гөлиә Мәсәғүтова – “Зауыҡлы һылыуҡай”, Гөлнур Зиннәтова – “Нәфис һылыуҡай”, Гөлназ ҡотлозаманова “Тамашасы һөйөүе” номинацияларын алды. Өсөнсө урын – Алина Мораҙымоваға, икенсе – Ләйсән Ғасимова, ә беренсе урын Әлиә Исмәғилеваға бирелде. “Һылыуҡай – 2012” тажын Ләйсән Ғәрифйәнова кейҙе. Ул шәшке тун һәм Ирәмәлгә путевка менән бүләкләнде.

Әйткәндәй

“Һылыуҡай – 2012” матурлыҡ бәйгеһенә ҡарата “Йәшлек” гәзите “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ҡыҙҙар өсөн тауыш биреү уҙғарҙы. Ике аҙна тирәһе һылыуҡай көйәрмәндәре төркөмдә әүҙем тауыш биргәндән һуң, “Интернет һылыуҡайы” исемен 936 тауыш менән Раушания Ибраһимова яуланы! Унан әҙгә генә ҡалышып, Гөлиә Мәсәғүтова – 903, Нәркәс Ирмәкова – 884, Гөлнур Зиннәтова 854 тауыш йыйҙы. Артабан Гөлназ ҡотлозаманова – 622, Гөлсибәр Батраева – 541, Алина Мораҙымова – 509, Ләйсән Ғәрифйәнова – 456, Гүзәлиә Усманова 369 тауыш йыя алды. Ә Ләйсән Ғасимова (227), Лилиә Шәймәрҙәнова (219 ), Әлиә Исмәғилева (187) өсөн тауыш биреүселәр, үкенескә күрә, бик әүҙем булманы.
Раушания Ибраһимова “Йәшлек” гәзитенең дипломы менән бүләкләнде.

Ләйсән ҒӘРИФЙӘНОВА, гран-при яулаусы:

– Был бәйгелә еңеүемә тәүҙән үк ышана инем һәм шуның менән дә еңеп сыҡтым, тип уйлайым. Бик күп дуҫтарым, ата-әсәйем ярҙам итеп, дәртләндереп торҙо. Уҡыған төркөмөмдән, курстан студенттар килде, барыһына ла рәхмәтлемен. Уларҙың миңә ышанысы бик яҡшы тәҫьир итте. ҡыҙҙарҙың һәр береһе был һылыуҡай тажына лайыҡлы ине. Бәлки, уларға еңеү өсөн үҙ көстәренә ышаныу етмәгәндер.
Үткән йыл Стәрлетамаҡта үткәрелгән “Стәрле гүзәле – 2011” конкурсында гран-при яуланым һәм Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт бүлеге мине дәртләндерҙе, был конкурсҡа килергә кәңәш итте. Әҙерлек ваҡытында ҡыҙҙар менән дуҫлаштыҡ, уртаҡ тел таптыҡ. Конкуренция булыр тип уйлағайным, әммә ҡурҡыуым бушҡа булды. Барыһы өсөн дә янып-көйөп, гала-концерт ваҡытында ла бер-беребеҙгә ярҙам итеп, кәрәкле әйберҙәрҙе биреп тороп дуҫлаштыҡ.
Еңеүемә килгәндә, бик шатмын. Модель эшен, бәлки, артабан дауам итмәһәм дә, был еңеүем минең өсөн ҙур аҙым булыр, алдағы тормошомда ла роль уйнар, тип уйлайым. Бәйге үҙ көсөмә ышанысты арттырҙы. Алға барырға, яңы асыштар яһарға ҙур теләк тыуҙы. Артабан Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын ҡыҙыл дипломға тамамларға ынтылам.

Раушания ИБРАҺИМОВА, «Интернет гүзәле»:

− Был конкурс минең өсөн үҙе бер һынау булды. Үҙемде яңы бер өлкәлә күрһәтергә тырыштым. Бер ай буйы иртәнән кискә тиклем әҙерләнгән конкурс бер-ике сәғәттә һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Унда ҡатнашыуыма шатмын. “Интернет гүзәле” булырмын тип көтмәгәйнем. Телефондар булманы, шуға тауыш биреүҙең нисек барғанын белмәй торҙоҡ. Еңеүемде ҡыҙҙарҙан ғына ишеттем. Бик шатландым. Был халыҡтың фекере булыуы менән мөһим. Призлы урынға тырыша инем, ләкин килеп сыҡмаһа ла, финалға үтеү ҙә бик күп нәмә тураһында һөйләй. Атай-әсәйемә, дуҫтарыма рәхмәтлемен. Кастинг алдынан уҡ улар минең менән бергә булды, еңеүемә ышанды. Уларҙың ярҙамы менән еңеп сыҡтым. Конкурс характерымды һәм нервыларымды нығытты. Киләсәктә был уңышҡа өлгәшеүҙәр менән генә сикләнмәйем, ваҡыт булһа, бүтән гүзәллек бәйгеһендә лә ҡатнашырға теләйем. Ғөмүмән, конкурс тәжрибә, үҙ-үҙемә ышаныс өҫтәне. Киләсәктә, уҡып бөтөп, яҡшы эшләргә насип булһын ине, тим.

Лилиә ҒҮМӘРОВА, жюри рәйесе:

– ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәле юғары. Улар йөҙгә генә түгел, эске донъялары менән дә матур. Конкурс республиканың тарихы менән туранан-тура бәйле. Һылыуҡайҙар башҡорт телендә һөйләшә, үҙ халҡының мәҙәниәтен, йолаларын белә. Уларҙы дәртләндерергә ата-әсәләре, туғандары килгән. Конкурстың әһәмиәте бик ҙур. Беҙ мәҙәниәтебеҙҙе пропагандалайбыҙ һәм телебеҙҙе һаҡлайбыҙ.

Гөлнур ҡАРАБУЛАТОВА, “Һылыуҡай – 2008” конкурсы еңеүсеһе:

– Быйылғы бәйге бейеүҙәрҙең, дефиленың күплеге менән айырылып тора. Был бәйгеселәрҙе, уларҙың характерын нығыраҡ асырға ярҙам итә. ҡыҙҙар үҙ һәләттәрен төрлө яҡлап та асты. Мин ҡатнашҡан бәйгелә бындай конкурстар етешмәй һымаҡ ине, ә бөгөн күреп торабыҙ – береһе фортепианола уйнай, икенсеһе маршта йөрөп беҙҙе һоҡландыра.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА:
– Беренсе урын алыуыма бик шатмын, быға һаман булһа ышанып етә алмайым. Башта, сәхнәгә сыҡҡас, бик тулҡынландым, хатта аяҡтарым ҡалтыраны. Әммә, тыныс­ланып, үҙемә ышанып, матур итеп сығыш яһарға тырыштым.
Бәйге матур үтте һәм дөрөҫ баһаланды, тип уйлайым.

Ләйсән ҒАСИМОВА:
– Конкурс һиҙелмәйенсә үтеп тә китте. “Һылыуҡай”ға әҙерләнеү өсөн бирелгән бер ай оҙаҡ булыр тип уйлағайныҡ, ул бер көн һымаҡ булды ла ҡуйҙы. Был арауыҡ эсендә беҙ үҙ-ара дуҫлашып та өлгөр­ҙөк, хатта конкуренция ла булманы, бер-беребеҙгә һәр саҡ ярҙам итеп торҙоҡ.
Бәйгелә ҡатнашыуыма бик шатмын, конкурс миңә бик фәһемле булды. Үҙемде нисектер үҙгәргәнмендер тип уйлайым. ҡайһы бер нәмәләргә ҡарашым да икенсе төрлөрәк булып китте. Хәҙер хатта камера булмағанда ла йылмайып йөрөйбөҙ. Мин үҙемде бәхетле тоям. Сәхнәлә ҡурҡманым, әҙерәк тулҡынланыу бар ине. Ләкин, бер башлағас, артҡа сигенеү мөмкин түгеллеген аңлап, бөтә көсөмдө йыйып сығыш яһаным.

Алина МОРАҘЫМОВА:
– Тамашасы алдында сығыш яһағанда бер нәмәнән дә ҡурҡманым, репетициялар күп булғас, бөтәһен дә ятлап, өйрәнеп бөткәйнем. Һәм үҙемә лә ышандым.

Гөлсибәр БАТРАЕВА:
– Мин Бишбүләк районынан был конкурста ҡатнашыусы тәүге ҡыҙ һәм шуға бик ҡыуанам. Беҙҙең район ҡыҙҙары барыһы ла матур, уңған, киләсәктә уларҙың да матурлыҡ конкурсында ҡатнашып, призлы урындар алыуын теләр инем.
Тамашасы алдында сығыш яһағанда тулҡынланыу булды, ләкин үҙемде ҡулда тоторға тырыштым.

Гөлназ ҡотлозаманованың әсәһе Эльвира апай:
– Конкурс бик һәйбәт ойошторолѓан. Бында килгәнемә ҡәнәғәтмен, шатлығымдың сиге юҡ. Йыл һайын конкурсты телевизорҙан ҡарап бара торғайным, быйыл “Һылыуҡай” нисектер икенсе төрлөрәк, тағы ла матурыраҡ үтте.

Артур һәм Марат, көйәрмәндәр:
– ҡыҙҙар бигерәк һылыу, сәхнәлә лә үҙҙәрен бик һәйбәт тотто, беҙгә бик оҡшаны. Ләкин Гөлнур Зиннәтова, беҙҙеңсә, иң матуры булды.

Розалия Латипова, 2005 йылда гран-при яулаусы һылыуҡай:
– Әлбиттә, быйылғы “Һылыуҡай” башҡаларынан айырылып тора. Сөнки бәйге йыл һайын үҙгәреп бара, конкурстар ҙа ҡыҙыҡлыраҡ. Һәр бер “Һылыуҡай” конкурсы республикала ниндәй йыл тип иғлан ителгән, шуға арнала. Мәҫәлән, 2005 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығына бағышланғайны. Быйыл Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителгәс, күберәк баҫым шуға яһалды.
Фехтование конкурсы бигерәк ҡыҙыҡлы һәм яңы булды. Мин ҡатнашҡан саҡтағы һылыуҡайҙарға ҡарағанда, быйылғы ҡыҙҙар бигерәк тә һәләтле. 2005 йылда беҙ берҙәм дәүләт имтихандары ла бирмәнек, ә әлеге ҡыҙҙар күбеһе мәктәптә сығарылыш синыфында уҡый, имтиханға ла әҙерләнергә кәрәк, шуға ҡарамаҫтан, улар барыбер ошо бәйгелә ҡатнашты. Конкурсты күҙәтеп барғас, хатта үҙемдең дә унда тағы ла ҡатнаш­ҡым килде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға