27.01.2012 «Ысыҡ булып тамдым үләндәргә»
Атай йорто
Атай йорто – йылы усаҡ икән,
Гел үҙенә әйҙәй, саҡыра.
– Бала сағың бында –
осрашырһың,
Ваҡыт табып, тиҙерәк ҡайт
ҡына.
Атай йорто – ер кендеге икән,
Барса юлдар уға тоташҡан.
Күпме генә алыҫ юлланһам да,
Ул барында, беләм, аҙашмам.
Атай йорто – хыялыма ҡанат,
Яҡты маяҡ барыр юлымда.
Ауыр саҡта атайымдың көслө,
Йылы усын тоям усымда.
Атай йорто – ҙур бер
табын кеүек,
Дуҫ-туғандар бергә йыйылған.
Туғанлыҡтың нескә ептәренән
Алтын кәрәҙ бында ҡойолған.
Атай йорто – тормош
ҡурсаулығы,
Ул үҙе лә мохтаж һаҡлауға.
Изге нигеҙ имен булһа ғына,
Бала өмөт итә яҡлауға.
Ер ҡыҙы
Ысыҡ булып тамдым үләндәргә,
Ләйсән ямғыр булып йырланым.
Күккә күтәрелеп, ҡош юлынан
Төн эсендә Ерҙе ураным.
Йыһан караптарын юлдаш
итеп,
Сикһеҙ ғаләмдәрҙе мин гиҙҙем.
Ер йылыһы, йәме юҡ шул Күктә,
Һалҡын матурлыҡтан
тиҙ биҙҙем.
Ер ҡыҙы мин – һәр бер
күҙәнәгем
Тыуған ер һутынан яралған.
Яҙмышыма инселәнгән йәр ҙә
Ерҙә ҡалды – унһыҙ торалмам.
Тик шулай ҙа юл ыңғайы йыйып
Йондоҙҙарҙан алтын гөлләмә,
Һөйгәнемә бүләк итеп бирҙем –
Минән башҡа йәрҙәр эҙләмә.
Күктән йондоҙ алып төштөм
инде,
Ерҙәгеһе үҙем булырмын.
Хыялыңа – ҡанат, беләгеңә –
ҡеүәт,
Донъяңа ҡот булып тулырмын.
Әсәйем һабаҡтары
Әйтә инең, әсәй: “Кешеләрҙең
Йөҙөн аслан йыртма, балам.
Һүҙ яраһы һис тә онотолмай,
Йөрәктәрҙә мәңге ҡала.
Ара болғап, алдаҡ, ғәйбәт
һүҙҙәр
Кешеләргә, балам, ташыма.
Кеше һүҙе кеше үлтерә бит –
Рәнйеш алма, балам, башыңа.
Асыуыңды ауыҙлыҡлап өйрән,
Яһилланып, аша һөйләшмә.
Шатлыҡтарҙы ихлас
уртаҡлаш һин,
Кеше бәхетенән көнләшмә.
Һәр кемдең дә үҙ өлөшө ерҙә –
Донъяларҙы һис тә тарһынма.
Кемдер килә, кемдер китә
ерҙән –
Үле малдарына ҡалҡынма.
Мөмкин булған саҡта
кешеләрҙе
Хата аҙымдарҙан арала.
Бәхетлеләр күберәк булған
һайын,
Донъябыҙға нурҙар тарала.
Тормошоңдо изгелеккә ҡор һин,
Төштәреңде тик бәхеткә юра.
Ауырлыҡҡа сыҙа, башың эймә,
Күҙҙәренә гелән тура ҡара.
Ғүмерҙең дә, балам, йылдар
кеүек,
Төрлө була миҙгелдәре.
Барлығын да, юҡлығын да
күтәр,
Ныҡ тот тормош теҙгендәрен.
Сабырлы бул. Сабырлыҡтың
Төбө алтын була – ышан.
ҡатын сыраҡтарың бер
янмаһа,
Бер яныр ул, ихлас тырышһаң”.
Һүҙҙәрең хаҡ, әсәй, хәҙер
беләм –
Һабаҡтарың көн дә иҫемдә.
Үҙең генә юҡһың яндарымда,
Киләһең шул бары төшөмдә.
Һағыш төҫө
– Һағыш төҫөн беләһеңме? –
Бик тә ихлас итеп ҡурсағына
Көй көйләгән ҡыҙҙан һораным.
– Әллә, – яурындарын
һикертте лә ҡыҙсыҡ,
Көлөп күҙҙәремә ҡараны.
– Һағыш ниндәй төҫтә була? –
Шат йылмайып, етеҙ-етеҙ
баҫҡан
Шаян һылыуҡайҙан һораным.
– Ул – иртәнге томан:
әле бар ҙа,
Ел иҫкәйне, ҡапыл таралды.
– Һағыштың һин төҫөн
беләһеңме? –
Ирен эштән көтөп йоҡламаған
Йәш ҡатынға бирҙем һорауҙы.
– Йәйге монар кеүек –
билдәһеҙлек,
Бөгөн төшөм никтер боларҙы.
Улын ил һағына оҙатып
ҡайтҡан
Әсәй кешенән дә һораным.
– Күкшел тауҙар төҫө –
ғорурлыҡ та,
Текә бейеклектән ҡурҡыу ҙа –
Барыһы ла бергә торалыр.
Тол ҡатынға барҙым – әйтсе,
Һағыш һис тә урап
үтмәгән бит,
Яуап барҙыр әле һиндә лә.
– Көҙгө япраҡ ише – төрлө
төҫтә,
Хәтирәгә ҡарап билдәлә.
Яҡтылары, ялҡын төҫөн алып,
Күңелдәрҙе гел дә йылыта.
Төҫһөҙ генә булып бәғзеләре
Бәғер итен кимереп йонсота.
Йәйғор төҫлө булған хәтирәләр
Йәшәүгә йәм бирә, дәрт өҫтәй.
Һары төҫтә була ҡайһылары –
Һағыш һарылары китмәҫтәй.
Тик кеше бит үҙе һайлай ала –
ҡайһы төҫкә бирә өҫтөнлөк.
Яҡты, йылы төҫтәр
яратҡанда
Күңелдәрҙә була бөтөнлөк.
Тәслимә РӘХИМОВА.