«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Һылыуҡайҙар, йоҡлап ятмағыҙ!



17.01.2012 Һылыуҡайҙар, йоҡлап ятмағыҙ!

«Йәшлек» гүзәле» конкурсы Башҡортостаныбыҙҙың иң һылыу ҡыҙҙары менән таныштырыу өсөн тағы ла үҙ эшен башлай. Һеҙҙән конвертҡа үҙегеҙ тураһында матур итеп яҙып, юғары сифатлы фото менән бергә «Йәшлек» гәзитенә 2012 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыуығыҙ тураһындағы квитанцияның күсермәһен һалып ебәреү генә талап ителә. Әйткәндәй, «Вконтакте» сайты (http://vkontakte.ru/club24213300) аша ла беҙҙең менән бәйләнешкә сыға алаһығыҙ. Унда беҙҙең үҙ төркөмөбөҙ булдырылған һәм ул 2011 йылда бик әүҙем эшләне. Быйыл да һынатмаҫбыҙ тип өмөтләнәбеҙ. Һылыуҡайҙар өсөн тауыш бирегеҙ, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!
Конкурс шарттарына тура килһен өсөн үҙегеҙ тураһында нимә яҙырға һуң? Иң тәүҙә тормош девизығыҙ, маҡсатығыҙ менән таныштырып үтеү кәрәк ҡайһы яҡта тыуғанһығыҙ, ҡайҙа белем алаһығыҙ, нимә менән шөғөлләнергә яратаһығыҙ, хыялдарығыҙ ниндәй – беҙҙе бөтә нәмә лә ҡыҙыҡһындыра. Тик быларҙы бик ҡабартмай ғына, ыҡсым итеп бирергә тырышығыҙ. Фотоға килгәндә, сифатлыһын ғына ебәрегеҙ. Юғиһә уның гәзит биттәрендә баҫылмай ҡалыуы ла бар (сифатһыҙ фото һеҙгә еңеү ҙә алып килмәйәсәк, гәзит уҡыусыларҙы ла ҡыуандырмаясаҡ). Шуға ла был мәсьәләгә яуаплы ҡарау талап ителә.
Әйткәндәй, быйыл шарттарҙы саҡ ҡына үҙгәртергә булдыҡ. Һылыуҡайҙар миҙгел һайын түгел, ә йыл аҙағында билдәләнәсәк. Әлбиттә, интернет-тауыш биреү ҙә иҫәпкә алынасаҡ. Һеҙҙең өсөн бер нисә номинация булдырҙыҡ: «Интернет-«Йәшлек» гүзәле», «Мисс Һөйкөмлөлөк», «Мисс Йылмайыу» һәм фотоһы гәзитебеҙҙең 2013 йылдың календарында сығасаҡ гран-при яулаусы «Йәшлек» гүзәле».
Хаттар көтөп ҡалабыҙ һеҙҙән, һылыу­ҡайҙар!

Алина Мотаева: «Һәр бер мәлдең ҡәҙерен белегеҙ»
Һылыуҡайҙар, йоҡлап ятмағыҙ!

Мин Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуып үҫтем. 19 йәштәмен. Әле Өфөлә финанс-иҡтисад институтының 3-сө курсында уҡып йөрөйөм. Бейергә яратам. Үҙебеҙҙең районда музыка мәктәбен тамамланым. Тормош беҙгә биргән һәр бер мөмкинлекте тулыһынса файҙаланып ҡалырға кәрәк, тип иҫәпләйем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға