27.12.2011 Барыһын да белеп яттым
Был хәл минең менән бынан бер нисә йыл элек булды. Ғүмеремдә мәңге иҫтә ҡалырлыҡ Яңы йыл ине ул. Әсәйемдең байрамды үҙ әсәләрендә, йәғни өләсәйемдәрҙә ҡаршы алғыһы килеү сәбәпле, ике апайым, атайым менән күрше ауылға ҡарай юл тоттоҡ. Олатайым күтәрмәлә үк ҡаршы алды. Тик өләсәйем генә әсәйемә ҡараш ташлап ҡуйҙы, әллә бик һөйөнмәне инде? Ләкин күп тә үтмәне, барыһы ла йүгереп Яңы йыл табыны әҙерләй башланы. Билмән, төрлө салаттар күптән әҙер. Телевизорҙы ҡабыҙып ҡуйҙылар, унда Яңы йыл концерты бара ине. Тик өләсәйем генә бик һөйләшеп бармай. Был мине тамам аптырауға ҡалдырҙы. Өй эсе бала-саға, килгән ҡунаҡтар менән тулы.
Яңы йылды ҡаршы алырға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалып бара. Шул ваҡытта әсәйем үҙен насарыраҡ һиҙә башланы. Өләсәйем: «Тиҙерәк дауаханаға алып барырға кәрәк», − тине. Шул ғына етмәгән: салаттарҙы, билмәнде кем ашай, ә тәмле торт? Их, ошо өләсәйемде, бөтөн эште боҙҙо! Ә тышта буран көсәйгәндән-көсәйә бара, машинаға тейәлеп, юлға сыҡтыҡ. Инәйҙәрем әсәйемде әрләй башланы. Аптырап тыңлап барам. Уның ни ғәйебе бар? Оло юлға сыҡҡанда юлды буран күмә башлағайны. Телефон аша «Тиҙ ярҙам» машинаһын да саҡыртҡандар. Үҙебеҙҙең ауылға етәрәк, ул беҙҙе ҡаршы алды. Шулай итеп, беҙ «Тиҙ ярҙам» машинаһында дауаханаға юл тоттоҡ. Дауаханала беҙҙе береһе – аптырап, береһе йылмайып ҡаршы алды. Әйтерһең, уларға Яңы йылды ҡаршы алырға ҡамасаулағанбыҙ. Бына ошо 2001 йылдың Яңы йыл төнөндә, үҙемдең барлыҡты һиҙҙереп, мин… донъяға ауаз һалғанмын.
Дауахананан ҡайтҡас, мулла олатайым Рәүеф тип исем ҡушты. Мине күрергә тип килгән инәй-бабайҙарым, ну, һине, буран малайы, Буранбай, тип шелтәләп тә алған. Инәй-бабайҙарым, ағай-апайҙарым күп минең, барлыҡ туғандарым килә торҙо. Буранбай ҙа Буранбай тип бүләк тапшырҙылар. Шул ваҡыттан алып мин, ысын исемемде онотоп, Буранбайға әйләнеп киттем. Бына шулай хәҙер Яңы йыл байрамы минең өсөн икеләтә байрам булып тора.
Буранбай КИЛСЕНБАЕВ.
Күгәрсен районы,
Түләбай ауылы.