27.12.2011 Әллә шайтан, әллә сиған
Яңы йыл яҡынлаша башлаһа, уҡрам ҡалҡа башлай, кемгә нимә, тигәндәй. Байрамға ниндәй костюм, битлек әҙерләргә икән, тип ҡайғырам. Был ғәҙәтемә инеп китте, хатта ҡанға «һеңде», эстән шайтан ҡоторта башлай.
Был ғәҙәт биш йыл элек башланды. Хәҙер шуны ташлап булмай. ҡайҙан уй килгәндер башҡа, тәүҙә дәртләнеп китеп төрөк ҡыҙы булып кейендем. Төрөк кейемдәре тектерҙем, шалтырауыҡтар таҡтым, хатта бейергә төрөк көйө лә табылды. Бер-ике көн көҙгө алдында «танец живота»ны өйрәнеп, киттем клубҡа, сәхнәгә сығып, төрөк көйөнә һелкенә торғас, хәл бөттө, артыҡ шаштырып ебәргәнмен, күрәһең, ике-өс көн тәндең һәр бер күҙәнәге ауыртып йөрөнө. Шулай ҙа ун йылға йәшәреп ҡайттым. Дәрт ҡунды миңә.
Киләһе йылына «ҡыҙыл башлыҡ»лы ҡыҙ булып кейендем. Хатта ҡыҙыл тәпешкә лә табылды, ҡулыма ҡыҙыл ҡулсатыр ҙа тотоп алдым, ҡыҙыҡ булһын тип, кәрзингә бәлештәр бешереп һалдым. Шулай шартына килтереп үҙемдең дә, халыҡтың да күңелен асып ҡайттым.
Алдағы йылына инде Төлкөбикә булып кейенеп барҙым. Матур һары ялтыр туҡыма һатып алдым, төлкө ҡойроғо тектереп таҡтым, башыма төлкө кәпәсе, битлек кейҙем. Тауыҡ кетәгенән әтәсте алып индем, иптәшем, осоп китмәһен тип, уның аяҡтарын бәйләне. Шулай итеп, төлкө булып кейенеп, ҡултыҡ аҫтына тере әтәсте ҡыҫтырып, ҡош менән икәүләшеп шыршы тирәләй бейеп күңел асып, халыҡҡа әҙерәк ҡыҙыҡ яһап ҡайттыҡ. Иптәшем тәүҙә риза булманы, кеше көлдөрөп йөрөмә, йә берәй исем тағырҙар, ти ине, аҙаҡтан ҡул һелтәне, дәртең булғас, йөрө әйҙә, тип хәҙер үҙе үк әҙерләшеп оҙатып ҡала.
Алдағы Яңы йылға «сиған» ҡыҙы булып кейендем. Биш метр туҡыма һатып алып, юбка тектерҙем. Әйткәндәй, был кейенеү байтаҡ хаҡҡа ла төшә. Юбка өҫтөнән юбка кейеп, ҙур алҡа, беләҙек, мәрйендәр тағып, хатта бер йәшлек бала ҙурлығындай ҡурсаҡ та һатып алдым, ҡулыма күтәреп йөрөрмөн, сиған булғас, сиған булһын инде, тип. Шулай сиған кейемдәрен кейеп, «бала»ны күтәреп, ҡулыма төйөнсөк тотоп, арҡама сумка аҫып киттем байрамға, бейергә сиған бейеү көйө яҙылған диск та һатып алдым. Сәхнәгә сығып, теге сиған бейеүен рәхәтләнеп бейенем, теге оҙон юбканы тегеләй ҙә, былай ҙа елберләтәм, ысын сиғандарҙан да арттырып ебәрҙем, буғай, зал үҙемде алҡыштарға күмде, кемдер һыҙғыра. Ярай әле, көй бөттө, атыу йығыла инем. Шулай тағы ун йылға йәшәреп ҡайттым ул йылда ла.
Былтыр Яңы йылға ғазраил булып кейенеп барҙым. Ялтырап торған ҡара туҡыма һатып алып, костюм тектерҙем. ҡара башлыҡлы кейемде, кинола ғына күрһәтелгән ҡурҡыныс битлекте кейеп, ҡулыма иптәшемдең мотоциклда йөрөй торған терһәккә етеп торған бирсәткәһен кейҙем, салғы тотоп барһам, ҙур була тип, бәләкәй балта менән сапҡыс бысаҡты муйынға аҫып, киттем клубҡа. Өйрәнелгән ғәҙәт буйынса кемдер ғәйепләп тә ултырғандыр бындай сәйер костюмда булыуыма. Бына быйылғы йыл эс бошоңҡорап тора әле. Сөнки клуб авария хәлендә икән. Күрше ауыл клубына китмәйенсә булмаҫ, ахыры.
Шулай, йәшем иллене уҙһа ла, үҙ күңелемде үҙем асып йөрөгән булам, дүрт операция үткәрһәм дә, төшөнкөлөккә бирелеп ултырғым килмәй. Биш балам бар, Аллаға шөкөр. Яңы йылда барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем. Өҫтәлдәрегеҙ мул булһын, аш-һыуҙан һығылып торһон!
Ғәлимә САТТАРОВА.
Көйөргәҙе районы,
Яҡшембәт ауылы.