27.12.2011 «…Өммикамалдың көнөн күрерһең»
1980 йылды ҡаршыларға йыйынабыҙ. Йөрәгебеҙ тулы шатлыҡ, ихласлап әҙерләнәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта тулҡынланабыҙ ҙа. Яңы балалыҡтан сыҡҡан йәштәрҙең тәүге үҙ аллы үткәргән Яңы йыл кисәһе ине. Байрам үтәсәк өй ҙә тиҙ табылды, билмән дә әҙерләнде.
Кисә генә мәктәпте тамамлаған үҫмерҙәр: берәүҙәребеҙ – педагогия, икенселәребеҙ – медицина училищеһы студенттары, ҡайһыларыбыҙ урта мәктәпте тамамлап, ауылыбыҙҙа эш башлағанбыҙ.
Кисәне үткәреүгә сая, уҫал, ғәҙел һәм тура һүҙле Гөлшаттарҙың өйөнә йыйылғайныҡ. Бик күп өгөт-нәсихәт биреп, оҙаҡ ултырмаҫҡа ҡушып, атаһы менән әсәһе ҡунаҡҡа китте.
Беҙ, ҡыҙҙар, йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләнек. Сәғәт ун бер ҙә тулып китте. Ниһайәт, бөтәһе лә йыйылып бөттө. Өҫтәл тирәләй ултырышҡайныҡ ҡына:
– Йәмилә, тиҙ генә бул инде, балаҡайым, Өммикамал апайыңа әллә нимә булды, ныҡ ауырып китте, – тип, медицина училищеһында уҡыусы ҡыҙҙың әсәһе килеп инде. Беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ уларҙа ҡунаҡта ине. Йәмилә менән Гөлшат тиҙ генә йыйынып, Әсмә инәйгә эйәрҙе. Ә беҙ, асҡан ауыҙыбыҙҙы ябырға онотоп, шымып ҡалдыҡ. Бер нисә минуттан ғына иҫебеҙгә килеп, тауышты күтәрмәй генә һөйләшә башланыҡ:
– Нимә булды икән бахырға? Шул тиклем һәйбәт апай ине бит әле.
Беҙҙә ашап-эсеү, күңел асыу, инде ергә хужа булып алған 1980 йылды ҡаршылап, байрам итеү ҡайғыһы китте. Шым ғына ҡыҙҙарҙы көтә башланыҡ.
Ниһайәт, ишектә Гөлшаттың башы күренде. Беҙ һаҡ ҡына:
– Шунан, Өммикамал апайҙың хәле нисек? – тип һорауға:
– Уға нимә булһын, һыйыр шикелле күп ашаған. Бөтә байрамды боҙҙо, асыуым килмәһә… – тип ҡырҡа яуап бирҙе.
Аҙаҡ ҡыҙҙар был хәлде көлә-көлә һөйләп бирҙе.
Ауылда, ғәҙәт буйынса, ҡунаҡтар сәғәт һигеҙҙә табынға ултыра. Өҫтәл тулы һый: өймәләм табаҡ йылҡы, ҡош ите, ҡаҙы, һәр кешенең алдында − берәр тәрилкә бишбармаҡ. Аҙағынан берәр балауник һөҙлөк.
Өммикамал апай ҡыҙҙар килгәндә, күҙҙәрен ҙур асып, аяғына ла баҫа алмай ятҡан була. Йәмилә эштең ниҙә икәнен шунда уҡ аңлай. Апаһы, хужабикәнең һүҙен йыҡмайым типме, нәфсеһен тыя алмаймы, ҡорһағын тултырған ғына. Эсенә бер нисә тапҡыр ҡаты-ҡаты төрткөсләгәс, Гөлшат менән икеһе ике яғынан ҡултыҡлап, ҡатынды тышҡа алып сығып киткәндәр. Ишек алдын бер нисә тапҡыр шәп-шәп уратҡандар. Бәҙрәф тапҡырынан үтеп барғанда Өммикамал апай: «Бәҙ…» – тип ауыҙын асҡан ыңғайына аҡтара ҡоҫоп ебәргән. Шунда уҡ бәҙрәфкә лә индереп ебәргәндәр.
– Рәхмәт инде, ҡыҙҙар, үлемдән ҡотҡарҙығыҙ, – тип, апай ҡыуанып килеп сыҡҡан.
– Кеше бер аҡылға ултырмаһа ултырмай икән, ҡайтырға ла уйламай, ҡунаҡҡа кире инеп китте. Ярай, әйҙәгеҙ, табынға ултырышығыҙ. Һуңлап булһа ла Яңы йылды байрам итәйек, – тип Гөлшат беҙҙе табынға саҡырҙы.
Өй шат тауыштарға күмелде. Асыҡҡан йәштәр ихлас ашарға тотондо.
– ҡайҙа ҡабаланаһығыҙ, ипләберәк ашағыҙ, Өммикамалдың көнөн күрергә итәһегеҙме? – тип беҙҙе тағы көлдөрҙө Гөлшат.
Ошо хәлдән һуң йәштәр кисәләрендә инде ихласлап ашай башлаған егет йә ҡыҙға: «Һыйыр һымаҡ ашап, Өммикамалдың көнөн күрәһең бит», – тип шаярта торғайныҡ. Һәр нәмәнең дә самаһы була бит ул.
Рәзифә АЗАМАТОВА.
Йылайыр районы,
Байғужа ауылы.