20.12.2011 Имеш-мимеш һөйләгәнсе, «Йәшлек»кә яҙылығыҙ!
йәки ҡомарҙың «блат»ы бармы?
Гәзитебеҙ редакцияһы ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығына баҫмабыҙға яҙылыусылар араһында ойошторған «Йәшлек»-фараз» конкурсының еңеүсеһе – Бөрйән районының Байназар ауылында йәшәүсе Малаҡаевтар ғаиләһен тәбрикләне һәм ауыл халҡы менән осрашыу ойошторҙо.
Был донъяла бер ни ҙә осраҡлы булмай, тиҙәр. Яҙған икән, ҡарышыу файҙаһыҙ, яҙған мал ҡапҡаңды ҡайырып булһа ла килеп инәсәк. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан. Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланған һайын инде бер нисә йыл дауамында гәзитебеҙ тарафынан ойошторолған был конкурстың әлеге еңеүсеһе – Бөрйән районының Байназар ауылында йәшәүсе Малаҡаевтарға китеп барышлай шундай уйҙар тынғылыҡ бирмәне. Сөнки уларға, республиканың ғына түгел, үҙәк баҫмаларға күпләп яҙылыусы ғаиләгә беренсе тапҡыр ғына барыуыбыҙ түгел ине. Бынан бер нисә йыл элек «Йәшлек» гәзитенә яҙылыусылар араһында лототрондан квитанцияларҙы тартып сығарыу уйынында ла тап улар бүләк отҡайны.
Быға тиклем «Йәшлек»-фараз» конкурсы еңеүселәренә гәзитебеҙ хеҙмәткәрҙәре бер көнөн бағышланы: былтырғы ҡоролоҡ йылында Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылынан еңеүсебеҙ Клара Зәйтүноваға миндек әҙерләргә барҙы, унан һуң ҡышын Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында йәшәүсе Рафаэль Ишһариндар ҡар тотто. Быйыл иһә конкурс еңеүсеһенә, бүләктән тыш, ауылда редакция коллективы менән осрашыу һәм матур концерт вәғәҙә ителгәйне.
Осрашыу көнөн төрлө сәбәптәр арҡаһында өс тапҡыр күсерергә тура килһә лә, унан ғына сараның бәҫе кәмемәне, киреһенсә, ике яҡ та телефон аша аралаша торғас, аралар тағы ла яҡынайҙы, осрашыуға әҙерлек артты ғына, тип билдәләргә кәрәк. Бигерәк тә ғаилә башлығының, районда ғына түгел, республикала хөрмәт һәм шөһрәт ҡаҙанған ветеринар Азат ағайҙың, ҡунаҡтар килә, тип өсөнсөгә ҡаҙы әҙерләүе, уны эшләгән һайын тәмлерәк була бара, тигәне лә күпте һөйләй.
Көн һалҡынсараҡ булһа ла, иң мөһиме – күңелдәрҙә йылы. Кәйефтәр шәп. Баш мөхәррир Артур Дәүләтбәков етәкселегендәге делегациябыҙ – гәзитебеҙҙең дуҫы, уҡыусыларыбыҙҙың баштарын төрлө сканвордтар менән «ҡатырыусы» Илдар Ғәбитов, «Гәлсәр һандуғас» телефестивале лауреаты, йәш йырсы Зилиә Бәхтиева, водителебеҙ Руслан Ғәйнетдинов һәм ошо юлдарҙы яҙыусы, ҡар-бурандар өйрөлтөп, «тимер ат»ыбыҙҙа «һә» тигәнсе Байназар ауылына килеп тә еттек.
Был ғаиләгә юлдар тапалғанлыҡтан, кәрәкле йортто табыуы ҡыйын булманы. Хужалар – Фәриха һәм Азат Малаҡаевтар, ошо ваҡиға айҡанлы йыйылған туғандары ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡаршы алды һәм юлдан килеүселәрҙе йола буйынса табын артына саҡырҙы.
Өйҙә төрлө баҫмаларҙың күплеге хайран итте.
– Гәзит-журналдарҙан ҡалғаныбыҙ юҡ, башҡортсаһын-руссаһын да һәр ваҡыт алдырҙыҡ, – тип ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы бүлде хужабикә Фәриха апай. – Элек күберәк яҙыла торғайныҡ, хәҙер баҫмаларҙың күбеһенә хаҡ артты һәм олоғая килә, барыһын да уҡырға ваҡыт та етмәй – ауыл кешеһенең тауыҡ сүпләһә лә эше бөтмәй, үҙегеҙ беләһегеҙ.
Быныһы шулай, әммә, нимә-нимә, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары «Йәшлек»тән айырылғаны юҡ.
– Почтальон, «Йәшлек» – йәштәр гәзите, ти ҙә, йәнде көйҙөрә, ә мин аптырап тормайым, күңелем һаман йәш бит, «Йәшлек»те һорай, тимен. Башҡаларҙы ла гәзиткә яҙылырға өгөтләйем: әллә ҡайҙа ләстит, имеш-мимештәр һөйләп йөрөгәнсе, «Йәшлек»те алдырығыҙ, тим, унда бөтә нәмә лә көнүҙәк, хаҡ һәм урынлы сағыла, – ти хужабикә, йортҡа беҙҙән алдараҡ килеп етеүсе «Йәшлек»тең һуңғы һанын тотоп. Әйткәндәй, шуныһын да билдәләргә кәрәк, матбуғат баҫмалары Байназарҙа ваҡытында таратыла, ә был мәғлүмәт заманында бик мөһим. Азат ағай ҙа был һүҙҙәр менән килешә.
– Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, кем-кем, ә беҙ гәзиттәрҙе көтөп алабыҙ, берәй сәбәптән килмәй ҡалһа, ҡаңғырыша башлайбыҙ. Гәзиттәрҙән иң тәүҙә «Йәшлек»те уҡыйым. Апайығыҙ күреп, гәзиткә талашмаһын тип, уны йәшерешеп тә бөтәбеҙ, – ти ул.
Малаҡаевтар баҫмаларҙы алдырып ҡына ҡалмай, ундағы конкурстарҙа ла даими һәм әүҙем ҡатнаша. Һуңғыһы, баҡтиһәң, бишенсе тапҡыр еңеү булыуы ла беҙҙе ғәжәпләндерҙе. «Аҙна» гәзитенән отолған диван өйҙәрен күркәмләп ултырһа, «Комсомольская правда» гәзитенән Азат ағай аҡсалата бүләк ота. «Йәшлек»тән тәүге отҡан бүләк кеҫә телефоны була, әле килеп, икенсегә бәхет йылмайыуы ғаиләнең ырыҫлы булыуын тағы ла дәлилләне.
– «Блат»ығыҙ барҙыр, тигән кешеләр ҙә булды. Әммә гәзит менән тығыҙ бәйләнештә йәшәһәң, уның һулышын тойһаң, күҙаллауы еңелерәк. Тормош тәжрибәһенән тыш, шулай уҡ ҡомар тигән нәмә лә бар бит әле, – тип тәжрибәһе менән уртаҡлашты Азат ағай.
ҡомар тигәндән, Малаҡаевтарға был һүҙ төптән тура килә.
– Бер ниндәй насар ғәҙәтем, яҙыҡ юлдан йөрөгәнем булманы, Аллам һаҡлаһын. Әммә бер тапҡыр бәләкәй генә гонаһ ҡылырға тура килде. Бер ваҡыт тимер биш һум һалып уйнай торған лототрон менән мауығып киттем. ҡомарым шул тиклем артты, бармайынса бер көн дә тора алмай башланым, һуңынан шунда биш тәңкә төшөрөр өсөн хатта алдашырға ла тура килде, – ти Фәриха апай. – «Урал лото» менән дә ҡыҙыҡһынабыҙ, әммә ҡомарыбыҙҙы йүгәнләп, уйлап, кәңәшләшеп эш итәбеҙ.
Азат ағай ҙа, Фәриха апай ҙа башҡаларға өлгө булырлыҡ: ярҙамсылдар, тынғыһыҙҙар, тырыштар. Донъялары ҡотло, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Ысынлап та, бәхет ҡошо тик уңғандарға, ҡотлоларға йылмайыуын бер нисек тә инҡар итеп булмай.
Көн кисләтә тағы ла һалҡынайтты, әммә Байназар ауылының мәҙәниәт йортонда ысын мәғәнәһендә эҫе һәм күңелле. Ауыл халҡы – эреһе-вағы – барыһы ла тамаша ҡылырға осрашыуға килгәйне. Ауылда гәзитебеҙҙе яратып алдырыусы уҡыусыларыбыҙ бихисап. ҡунаҡтарын ололап, беҙҙе мәҙәниәт йортоноң ишек төбөнән үк йыр-моңға сорналған тамаша менән ҡаршы алдылар. Зал, хатта балкон халыҡ менән тулы. «Отчет йыйылыштарына был тиклем халыҡ йыйылмай, бына бит «Йәшлек» тигәс, кеше эркелеп килгән», – райондың «Таң» гәзитенең баш мөхәррире Рафаэль Шәмиғоловтың һүҙҙәре күңелгә балдай яғылды. Әйткәндәй, осрашыу район гәзите редакцияһы, район мәҙәниәт бүлеге менән бергәләп ойошторолдо һәм был тамашаны сағыуыраҡ итте.
Район гәзите етәксеһе, форсаттан файҙаланып, залдағыларҙы подписка барышы менән таныштырҙы һәм байназарҙарҙы ла гәзиттәргә яҙылырға өгөтләне. Ауылда район гәзитенә яҙышып тороусылар ҙа бихисап икән, уларға баҫманың баш мөхәррире Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Грамотаға лайыҡ булыусы Фәнүзә Ишбаева, гәзитһеҙ йәшәй алмайым, эшләй башлағанымдан алып «Йәшлек»те, «Таң»ды һ.б. алдырам, ғөмүмән, гәзит һәр өйгә лә, һыйыр йортҡа ҡайтҡан кеүек, килеп торорға тейеш, тине. Сәйҙә Сәйәхова, ни өсөн һәр кем гәзит уҡырға тейешлеген әйтеп, өйҙәребеҙгә байрам яһайыҡ, баҫмаларға яҙылайыҡ, тип өндәне ауылдаштарын. Көнһылыу ҡотлобаева гәзиттең мәғлүмәт сараһы ғына түгел, уларҙың халыҡҡа ярҙам итеүен дә билдәләп үтте һәм киләсәктә һәр ауыл кешеһен борсоған пай ерҙәрен хосусилаштырыу мәсьәләһен тағы ла ентекләберәк, эҙмә-эҙлекле яҙыуыбыҙҙы һораны.
Сәхнәнән яңғыраған шиғырҙар, балалар ансамбленең бейеүе, Бөрйән былбылдары – Гүзәл Сырлыбаева һәм Миләүшә ҡасимованың йырҙары күңелдәребеҙҙе тағы ла күтәрҙе.
– Байназар ауылында бик дәртле халыҡ йәшәй икән, бар нәмәгә лә дәртле булыуығыҙға «Афарин!» тип кенә әйтерлек. Шундай дәртле кешеләрҙең береһе – һеҙҙең ауылдашығыҙ – Азат ағай Малаҡаев, – тине баш мөхәрриребеҙ Артур Дәүләтбәков, осрашыуҙың сәбәпсеһен билдәләп һәм конкурста еңеүсегә гәзит-журналдарҙы уҡырға уңайлы булһын өсөн һауа тултырмалы матрац бүләк итте. Үҙ сиратында, Азат ағай ауылдаштарына ла уңыштар йылмайыуын теләне, тик бының өсөн «Йәшлек»кә яҙылырға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды. Абруйлы, тәжрибәле кешенең һүҙҙәренә күптәр ҡолаҡ һалыр, моғайын.
Уникум, донъя сканвордсылары исемлегенә ингән Илдар Ғәбитов залдағыларҙы йомаҡтары, фокустары, көләмәстәре, башватҡыстары менән һынаны, зирәктәр бүләкһеҙ ҡалманы, еңеүселәргә китаптар, календарҙар, «фирменный» футболкаларыбыҙ тапшырылды. Гәлсәр моңло йырсыбыҙ Зилиә Бәхтиеваны тамашасы бик ихлас ҡабул итте. Байназарҙарҙың викторина һорауҙарына шартлатып яуап биреүе гәзитебеҙҙең мәртәбәһен арттырҙы ғына.
Осрашыу һуңында, бындай сараны йышыраҡ ойошторһағыҙ ине, тигән теләк тә яңғыраны. Бик яҡшы теләк, гәзиткә яҙылып, бүләктәр отоп тороғоҙ, беҙ ҙә килеп торорбоҙ.
Байназар ауыл биләмәһе хакимиәте етәксеһе Мәүлит Мөхәмәтйәновтың һәм ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Сәғит Алтынбаевтың һүҙҙәре буйынса, Бөрйән районы хакимиәте етәксеһе Динир Әхмәтйәновтың матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына ҙур иғтибар бүлеүе, йыйылыштарҙа был хаҡта айырым билдәләп үтеүе хуплауға лайыҡ. Һүҙ бар икән, тимәк, һөҙөмтә лә көттөрмәҫ.
Их, Бөрйәндең һулап туймаҫлыҡ һауаһы! Хет банкаға консервалап алып ҡайт, тип шаяртышып, Азат ағай һәм Фәриха апай Малаҡаевтар менән хушлаштыҡ. «Оҙаҡҡа түгел һаубуллашыу. Юлығыҙ, көттөрмәй, йәнә беҙҙең яҡтарға төшөр, ахырыһы. Әле тағы ла ошо конкурсҡа тиражды фаразлап ебәрҙем», – шундай дәртле, ҡомарлы, ихлас дуҫтарыбыҙ булғанда йәшәүе лә күңелле бит!
В. АРЫҪЛАНОВ.