«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Эт саба, эт артынан…



10.12.2011 Эт саба, эт артынан…

2006 йылда − Эт йылында булған мәрәкә тураһында яҙып ебәрергә булдым.
Яңы йыл һәр кемдең дә көтөп алған ҙур байрамылыр, моғайын. Ғаилә байрамы булараҡ, өйҙә генә ҡаршылайбыҙ. Иҫке йылды нисек оҙатаһың, яңыһы ла шулай уҡ килә, тиҙәр. Шуға күрә, йорт-ҡураны матурлап, тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп, Яңы йылға әҙерләнәбеҙ.
Шулай итеп, иптәшем менән аҙыҡ-түлек алырға магазинға киттек. Магазин алды тулы кеше. Кемелер нимәлер ала, кемелер байрамды нисек ҡаршылау тураһында һөйләшә.
Бына тәмлекәстәр тейәп, сумкаға һыймағас, йәшниккә тултырып, магазиндан сыҡтыҡ. Бәй, салат өсөн колбаса алғанбыҙ, ә йәшел борсаҡты онот­ҡанбыҙ ҙа баһа. Йәшникте ергә ултырттым да, иптәшемә күҙ-ҡолаҡ булырға ҡушып, тиҙ генә магазинға йүгерҙем. Магазин алды күңелле, байрамса йөҙҙәр, арала бер нисә эт тә йөрөп ята, йәнәһе, улар йылын − Эт йылын оҙатып, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ.
Бына борсағымды тотоп, магазиндан сыҡһам, бер матур ғына эт, ауыҙына ҙур колбаса ҡабып, ҡабаланмай ғына эргәмдән үтеп китте, хас та йәнһүрәттәге этме ни?! Бына ғәләмәт, мин әйтәм, эттәр ҙә байрам еҫен белә икән, тип аптырап, йәшнигемә йүнәлдем. Иптәшем, онотолоп китеп, ирҙәр менән һөйләшеп тора. Теге эт колбасаһын тешләп, бер нисә эт эйәртеп, миңә ҡарай-ҡарай атлауын белә. Шул саҡ, мин дә шундай колбаса алғайным, тип йәшниккә ҡара­һам… колбаса юҡ! Иптәшемдең дә башына барып етте, күрәһең.
Эй, теге эт саба, артынан башҡалары. Улар артынан иптәшем йән-фарман саба. Шуныһы ҡыҙыҡ, ул да бит Эт йылында тыуған. Халыҡ тамаша ҡылып, геү килешә. Эт хәтле этте ҡыуып тотоп буламы һуң инде?! Ярай, мин әйтәм, эткә лә байрам кәрәк бит. Төшөнкөлөккә бирелмәнек, байрам бит. Ризыҡҡа яҙғаны етер әле, тип, ҡабаттан колбаса алып, көлөшә-көлөшә ҡайтып киттек.
Шунан, ғаиләбеҙгә ырыҫ-бәрәкәт теләп, Яңы йылда өйҙәге барлыҡ хайуандарҙы ла һыйларға онотмайбыҙ.
Һеҙҙең дә өҫтәлегеҙ тулы ризыҡ, күңелдәрегеҙ тулы бәхет булһын. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!

Гөлфинә ЮЛМӨХӘМӘТОВА.
Ғафури районы,
Юлыҡ ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға