«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Аҡланда… Яңы йыл



10.12.2011 Аҡланда… Яңы йыл

Мин үҙем Әбйәлил районының Хәлил ауылында йәшәйем. Егерме йылға яҡын почта хеҙмәткәре булып эшләп, әлеге ваҡытта − пенсияла. Кинйә улым, киленем, дүрт ейәнем менән бергә торам, йыл да «Йәшлек»кә яҙылмайынса ҡалмайбыҙ, әле лә 2012 йылға яҙылып, «Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым» конкурсында ҡатнашып ҡарарға булдым.
Шулай итеп, 1962 йылда беҙ Шаҙағай тигән ауылда йәшәй инек. Районыбыҙҙың Комсомол ауылынан Зиннәтулла Аблаев тигән ағай беҙҙе Яңы 1963 йылды ҡаршыларға саҡырҙы, шулай уҡ Тоҡтағол ауылынан ҡыҙы Гөлнур менән кейәүе Рәүил дә юлланырға тейеш ине.
31 декабрь көнө ике ат менән төштән һуң ғына Комсомолға юл тоттоҡ, көн матур, һәр беребеҙ толоп кейгән, йылы. Минең ҡулда − һигеҙ айлыҡ Зөһрә ҡыҙым, алдағы йылда ҡыҙыма 50 йәш тула. Юл оҙон, Ирәндек тауына үрелгәнсе кис тә етә башланы. Белеүебеҙсә, Ирәндек тауҙары бейек, урмандары ҡуйы ағаслыҡ. Беҙҙән алда бер ат юлы үткән ине, беҙ шул сана юлынан барып аҙашҡаныбыҙҙы аңланыҡ. Бер ваҡыт, күпме ер үткәнбеҙҙер, аҡланға барып сыҡтыҡ. Аттарҙы туғарып, ял иттереп алырға булдыҡ. Тормош иптәшем Хәсән менән (мәрхүм инде) Рәүил ҡоҙа балта алып утын әҙерләргә тотондо. Күп тә үтмәй, кире боролоп килделәр.
Аҡландың теге яҡ осонда бер санала бер әбей ултыра, һүҙ ҡушһаҡ та, һөйләшмәй, һеҙ, ҡатындар, барып ҡарағыҙ, тигәс, ҡурҡһаҡ та, Гөлнур менән барҙыҡ янына. Ысынлап та, бер инәй ултыра ине. Һораша торғас, аңланыҡ, улар ҙа ҡунаҡҡа китеп барған ерҙән аҙашҡан. Әлегә бабайы юл ҡарарға киткән. Күп тә тормай, бабайы килде лә:
− Егеттәр, аттарҙы ыҙалатһаҡ та, өс-дүрт саҡрым көрт йырып «Һәмән түшкәһе»нә барып сыға алабыҙ, − тине. Ваҡыт төнгө ун икенсе китте, күпте уйлап торманыҡ, балҡытып ут тоҡандырҙыҡ. Һәр береһе күстәнәстәрен сығарҙы, сәй ҡайнаттыҡ. Сәғәт 12-лә көлөшә-көлөшә сәй эстек, тирә-яҡты уттың ялҡыны яҡтыртып, бейек мыҡты ҡарағайҙар, ҡайындар, уҫаҡ ағастары беҙгә ҡыуанып, бәхет теләп, әлдә килгәнһегеҙ, тигән кеүек ҡалдылар. Ә ҡунаҡҡа барып еттек − сәғәт ярымдан иҫке ваҡыт менән ҡабаттан Яңы йылды ҡаршы алдыҡ.

Нәзифә ЙЫҺАНШИНА.
Әбйәлил районы,
Хәлил ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға