10.12.2011 Яңы йылда… кәзәләр араһында
Мин «Яңы йылды нисек ҡаршыланым» конкурсы тураһында уҡып, ҡыҙыҡлы ваҡиға яҙырға булдым. Миңә ун дүрт йәш. 3-сө класта уҡығанда, матур тәбиғәтле, гүзәл Башҡортостанға Үзбәкстандан ғаиләбеҙ менән күсеп килдек. Хәҙер килеүебеҙгә биш йыл була. Башҡорт телен ныҡ яратам. Башҡорт әҙәби китаптарын яратып уҡыйым. Аллаға шөкөр, башҡорт теленән сиреккә гел «бишле» сыға.
Мин башҡортса шиғырҙар, әкиәттәр яҙыу менән дә шөғөлләнәм, был телдә яҙыуы оҡшай. Һеҙгә Үзбәкстанда нисек Яңы йыл ҡаршылағанымды яҙып китәм.
Яңы йылды өләсәйҙә үткәрә торғайныҡ. Бер йылы атай − ҡыш бабай, ә әсәй ҡарһылыу булып кейенгәйне. Беҙ, әлбиттә, тәүҙә белмәнек, шуға ла уларҙы таныманыҡ, шунан тауыштарынан белеп ҡалдыҡ. Ә уға тиклем атай менән әсәйҙе эй эҙләгәйнек. Бик ҡыҙыҡ булды.
Яңы йыл байрамы бөткәс, өйҙәргә тарала башланыҡ. Мин йүгереп тышҡа сыҡтым да, ағайымдың машинаһына ултырам тигәйнем, яңылыш икенсе машинаға ингәнмен. ҡараһам, уның артындағы ултырғысы юҡ, йәшник бүлендектәре генә ята. Сыҡҡайным, ҡапыл берәү ҡысҡырып ебәрҙе. Ул машинаның хужаһы икән. Беҙ бөтәбеҙ ҙә йыйылдыҡ та, ҡайтып киттек. Өйгә ҡайтҡанда һуң ине. Ятырға йөрөһәк, минән ике йәшкә бәләкәсерәк Азиза һылыуым юғалды ла ҡуйҙы. Ул бигерәк бәләкәй ине әле. Бер нәмә лә аңламай. Беҙ күрмәгәндә тышҡа сыға ла, кәзәләрҙе урам буйлап ҡыуа торған ғәҙәте бар ине. Беҙ Азизаны бар ерҙән эҙләнек, тик тапманыҡ. Бөтәбеҙ ҙә ҡурҡыуға төштөк, мин илай башланым. Байрам кәйефе китте. Атайым, аптырағас, һарайға йүнәлде. Азизаны һарайҙан, кәзәләр араһынан таптыҡ. ҡараһаҡ, ул кәзәләр араһында йоҡлап ята. Ярай, кәзәләр һылыуымды тапамаған. Һеңлем әле лә кәзәләрҙе ярата. Хәҙер ҙә шул көндө иҫләп көләбеҙ, ә һылыуым үҙе иҫләмәй инде. Шул Яңы йылды бер ҙә онотмайым.
Мәҙинә ИСОКОВА.
Ейәнсура районы,
Лукъяновка ауылы.