03.12.2011 Донъя менән мөхәббәт идара итһен!
Барыһы ла мөхәббәттән башланды... Ике яҡты нур ҡауышты ла, йондоҙ булып, бар ғаләмде балҡытты. Уның яҡтылығы алыҫ-алыҫтарға таралып, тағы ла яңы-яңы йондоҙсоҡтарҙы ҡабыҙҙы.
ҡыштың тәүге көнөндә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ун дүртенсе тапҡыр «Йәш ғаилә – 2011» республика конкурсы үтте. Ул йыһан темаһына арналғайны. Билдәле булыуынса, 2011 йыл космонавтикаға бағышланған.
Был конкурсты БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Йәштәрҙең ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыу республика үҙәге ойошторған. Үҙ төбәктәрендә ошондай бәйгелә финалға сығып, һайлап алыу турын үткән алты йәш ғаилә гала-концерт-конкурста ҡатнашыу хоҡуғын алды.
Өфө ҡалаһынан ике ул тәрбиәләүсе Гөлсәсәк менән Ринат Ғатауллиндар, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан бер ҡыҙ үҫтереүсе Айгизә менән Рәмис Исламғоловтар, ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылынан өс бала ата-әсәһе Миләүшә менән Ғайса Ғәйфуллиндар, Күмертау ҡалаһынан ике малай үҫтереүсе Дилә менән Салауат Ғатауллиндар, Йәрмәкәй районының Спартак ауылынан бер ул һәм ике ҡыҙ үҫтереүсе Мария менән Евгений Аникиндар, Октябрьский ҡалаһынан бер ҡыҙ тәрбиәләүсе Татьяна менән Василий Галеталар ошо конкурста ҡатнашты. Театр фойеһында конкурсанттарҙың күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин ине. Унда һәр ғаиләнең йәшәйеше, йолалары асыҡ күренде.
– Был залда иң сағыу ғаиләләр йыйылған, – тине БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғиззәтуллин. – Һеҙ республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгәнһегеҙ, һәр берегеҙ ҡабатланмаҫлыҡ. Әммә бөтәгеҙҙә лә бәхетле ғаилә тормошона нигеҙ бар: ул мөхәббәт, балалар, бер-береңде аңлау. Һеҙ барығыҙ ҙа − еңеүселәр!
Ысынлап та, һәр ғаилә үҙенсә матур, һәләтле. Улар өс төрлө конкурста үҙ асылдарын, милли үҙенсәлектәрен тулыһынса сағылдыра алды.
Балаларҙың сығышын ҡарағас, бар ғаиләләрҙең тотҡаһы ошондай бәләкәс кенә ҡыҙ-малайҙарҙа икәнлеген яҡшы аңлайһың.
Гран-приға Исламғоловтар лайыҡ булды. Уларҙың сығышы Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналғайны. Дүрт йәшлек ҡыҙҙары Элина бер тамашасыны ла ғәмһеҙ ҡалдырманы. Ул бейергә бик ярата икән. Ата-әсәләре баланы рухлы, мәҙәниәтле итеп үҫтереүгә күп көс һала.
– Ныҡ тулҡынланһаҡ та, еңеүебеҙгә ышандыҡ, – тип шатлыҡтары менән бүлеште Рәмис Әнүәр улы менән Айгизә Вәлит ҡыҙы. − Беҙ студент саҡта, Өфөлә, Салауат Юлаев һәйкәле янында танышҡайныҡ. Бер аҙ осрашҡас, ғаилә ҡорҙоҡ.
Ғаилә башлығы «Геосервис» ойошмаһында эшләй. Ә Айгизә Вәлит ҡыҙы юридик белемле булһа ла, сәнғәткә ғашиҡ күңеле уны мәҙәниәт өлкәһенә алып килә. Ул – хореография уҡытыусыһы. Киләсәккә ышаныу, бер-береңде хөрмәт итеү, ишетә белеү, сабырлыҡ – ана шул уларҙың ғаиләһенең нигеҙе. «Ә кем йортта хужа?» – тигән һорауға Исламғоловтар бер тауыштан: «Икебеҙ ҙә», – тип яуапланы.
Беренсе урынды Күмертауҙан Ғатауллиндар алды, икенсене Өфө ҡалаһынан уларҙың фамилиялашы Ғатауллиндар һәм Галеталар бүлеште, ә өсөнсөгә Ғәйфуллиндар һәм Аникиндар лайыҡ булды.
Шулай уҡ Исламғоловтар менән Ғәйфуллиндарға «Милли традицияларҙы һаҡлағандары өсөн» махсус призы тапшырылды.
Республикала мөхәббәткә сорналған матур ғаиләләрҙең булыуы ҡыуандыра. Һәр ғаилә – ул ғаләмдәге йондоҙ. Улар ни тиклем күберәк булһа, тирә-яғыбыҙ яҡтыраҡ, нурлыраҡ булыр.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.