«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Гүзәл Мәхийәнова: «Еребеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда»



06.12.2011 Гүзәл Мәхийәнова: «Еребеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда»

Гүзәл Мәхийәнова: «Еребеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда»
Мин 1992 йылдың йәмле йәйендә ғорур ҡарағай­ҙар иле Йылайыр райо­нында тыуғанмын.
Тыуған яғымдың бөтә гүзәллеген үҙемдә туплағанмын: ҡайындарым – зифа буй, алтын көҙҙәрем – йомартлыҡ, йәмле яҙҙарым – наҙ, саф Һаҡмар һыуҙарым күңел таҙалығы бүләк иткән.
Моғайын, ожмахҡа тиң тыуған еремдең тәбиғәтенә ғашиҡлығым буласаҡ һөнәремде лә билдәләгәндер: Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла эколог һөнәрен үҙләштерәм. Мәғрур тауҙар ауылымды һаҡлап торған шикелле, мин дә республикамдың һоҡланғыс тәбиғәтен ҡурсалаясаҡмын − уның киләсәге минең ҡулымда!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға