22.10.2011 Ҡар йылыһы
Юлға төшөп алғас, шофер ҡыҙ яғына күҙ һирпеп алды ла:
– Исемең Гөлбикә шикелле, һылыу. Исемең дә үҙең кеүек матур икән. ҡайһы яҡтанһың, әгәр сер булмаһа? – тине.
ҡыҙҙың йөҙөнә еңелсә генә алһыулыҡ шәүләһе һирпелде.
– Тыуған яғым бынан күренмәй. Исемем Гөлбикә кеүек матур ҙа түгел. Гөлбәҙәрмен.
– Ул исемдә лә гөл исеме бар бит. Барыбер матур. Үҙең кеүек.
– Рулдәге егеттең дә исеме барҙыр? – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы ҡыҙ.
Йөҙөндәге алһыулыҡ баҙыҡланды.
– Исемһеҙ кеше буламы? Бар, әлбиттә – Иртөбәк.
– Абау, колхозығыҙ исемен ҡушҡандар икән. Ә шулай ҙа матурға оҡшай. Аҙаштарың да күптер, моғайын.
– Колхоз исеменән түгел. Донъяла бер генә аҙашым да булмаһа ла, Иртөбәкте йыш ишетергә тура килер һиңә беҙҙең ауылда.
Иртәгәһен бригадир Ғәйепйән ағай ярҙамға килгән ҡыҙҙарҙың барыһын да ырҙындағы иген өйөмдәре янына теҙеп ҡуйҙы ла Иртөбәккә:
– Был һылыуҡайҙарҙың береһе уңыш йыйып бөткәнгә тиклем һинең янда үлсәүсе булып йөрөйәсәк. Һайлап ал да эшкә үҙең өйрәтерһең, – тине.
Егет, һайлап та тормай, уң яҡтағы иң беренсе ҡыҙ Гөлбәҙәрҙең исемен әйтте.
– Сос ҡына икән. Исемен дә белеп өлгөргән, – тип эләктереп алды ашлыҡ тейәргә килгән еңгәйҙәрҙең береһе, ҡыҙҙарҙың ҡашҡаһына күҙ һалып та өлгөргән.
Көнбағыш уңышын йыйып бөткәнгә тиклем кабинала терһәккә терһәк терәшеп ултырып йөрөгән йәштәр бер-береһенә эҫенешеп китте лә ул ялҡынлыҡ оло мөхәббәткә олғашты. Гөлбәҙәр ҙә, үкһеҙ етем ҡыҙ булып, балалар йортонда үҫкәнлектән, бата-фәлән уҡытып тормайынса ғына колхоз ашханаһында йәштәр туйы үткәрҙеләр. Гөлбәҙәр, йәш кәләш булып, иренең аласыҡ тупһаһын төклө аяҡтары менән аша атлап үтте. ҡышын ышығыраҡ булһын өсөн аласыҡҡа солан кеүегерәк ҡоролма әтмәләп тә ҡуйҙылар. ҡатын-ҡыҙ ҡулы тейгәс, шыҡһыҙ аласыҡ эсенә әҙәмсә йәшәрлек ҡот инеп ҡалды.
Һуңғараҡ өй ҡалҡып сыҡты. Тыуған төйәгенә мөкиббән ереккән ирҙең егәрлелегенә ҡатынынең тилберлеге лә ҡушылып, көндө төнгә ялғап, йәй буйына тырышлыҡтары бушҡа китмәне – көҙ ахырына мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрарлыҡ бәләкәй генә шифер түбәле кәртә-ҡура ла төҙөлдө.
Йәш ғаилә донъяһының күҙгә күренеп күркәмләнә барыуы ҡайһы бер көнсөлөрәктәрҙең эсен күптереп, ревком адресына ялыуҙар ҙа яуғыланы.
Ревком башлығы Кәлимулла, бер көн идараға инеп:
– Иртөбәктең шәхси эшен тикшереүҙе ултырышҡа ҡуйырға кәрәк ине, – тине Петр Амплеевичҡа.
– Сәбәбе?
– Әле ауылда һалам түбәле өйҙәр бөтмәгән ваҡытта уның хатта бәҙрәф ҡыйығы ла шиферҙан. Колхоз машинаһын үҙ файҙаһына ла егә.
– Үҙең дә донъяңды яңырттың түгелме һуң? Бүрәнәләрҙе йөкмәп ташыныңмы ни?
– Ат менән.
– Һин колхоз аты менән ташынып өй яңыртҡанда ул төпсөнөп йөрөмәне шикелле…
– Юҡ та ул.
– Колхоз милкенә теймәй, дөйөм эшкә зыян килтермәй. Хәләл көсө менән ҡорған донъяһы һинекенән артығыраҡ икән, насармы ни был? Иртөбәк һалып ингән йорт, бер ҡайҙа ла китмәй, колхоз ауылының йөҙө булып, урамды биҙәп тора. ҡыйыҡтары шиферҙан икән – хаҡы төшөрөлгән шифер табаҡтары бит улар. Списанные.
Ревком етәксеһенең хужаға башҡа әйтер һүҙе ҡалмағайны. Өс класс ҡына белемле Петр Амплеевичтан, иң алдынғы колхоз етәксеһе булараҡ абруйы сикһеҙ булһа ла, пенсия йәшенә еткәс, районда унан тиҙерәк ҡотолоу яғын ҡаранылар. Халыҡтың теләгенә ҡаршы килеп, уның урынына райком тәҡдим иткән яңы хужа Хөсәйен Илдарханов ҡуйылды.
Хөсәйен Хөснуллович, эште үҙенсә көйләп ебәрергә булып, тәртипте ҡырыҫыраҡ тоторға тырышып, төрлө яла яғыусылар, ошаҡсыларға ирек ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә уға ҡарата кешеләрҙең күңеле ҡатты. Әҙ генә мәғлүмәтле, әммә ғәҙел булған элекке хужаны оҙаҡ йылдар буйына һағынып иҫкә алдылар.
Иртөбәк элеваторҙан ҡайтып килешләй ауылға етәрәк машинаһын юл ситендә туҡтатты ла, көрәк-монтировкаһын алып, әллә ҡасандан бирле күҙ һалып йөрөгән, күптән инде ер менән күмелеп бөткән «ДТ» ҡарышлауығын әйләндергән эре тешле тәгәрмәсте соҡорға тотондо. Шул ваҡытта «Уаз»игында хужа килеп туҡтаны ла:
– Кем был? Иртөбәкме? ҡайҙан ҡайтып килеү? – тип төпсөнә башланы.
– Элеваторҙан.
– Ә бында ни юғалттың?
– Трактор тәгәрмәсе... Мунса ташына...
– Колхозға ла яҡшы эшләй, бармаҡ та үҙ яғына кәкре, тигәндәре дөрөҫтөр, ахыры. «Кулакка әйләнеп бара» тигәндәре лә буш һүҙ түгелдер. Тәгәрмәскә теймә.
– Хөсәйен Хөснуллович, ул бит ун йылдан ашыу, бер кемгә лә кәрәкмәй, ошонда ер менән күмелеп ята...
– Барыбер колхоз милке. Соҡоп сығар ҙа, тимер-томор һыныҡтарына ырғытып, машинаны гаражда ҡалдыр. Бынан ары ауылға машинала ҡайтып йөрөүҙе туҡтат.
Иртөбәк хужа бойорғандарҙың барыһын да үтәне лә эңер ҡуйырыуға ғына өйөнә ҡайтып инде.
Руль артындағы йылдарының барыһын да хәтеренән үткәреп, иртәгә үк ғариза яҙырға кәрәк, тигән ҡарарға килде лә әҙәм аяғы һил саҡта уҡ ауыл араһын йәйәүләп үтер өсөн ҡараңғынан ҡуҙғалырға булды. Иртөбәк идараға Хөсәйен Хөснулловичтың артынса уҡ килеп инде.
– Ни йомош йөрөтә иртә менән? Бында йоҡланыңмы әллә? – тине хужа ҡоро ғына.
– Һеҙҙең кисәге күрһәтмәләрегеҙҙең барыһын да үтәнем дә бөгөн ғариза тотоп килдем, – тип үтенесе яҙылған ҡағыҙҙы өҫтәлгә һалды.
– Һммм... – тип ҡуйҙы хужа, ҡағыҙҙы ҡулына алмай ғына күҙҙән үткәреп. – Себен теймәҫ сер итер, тигәндәре һиндер инде. Дөрөҫөн әйткән бер-ике һүҙ өсөнмө? Миңә үпкәләһәң дә, колхоздан күргән игелектәрҙе онотоп ебәрмә. Иң тәүге «Иж» да, «Жигули» ҙа һинеке булған. «Кулак йорто кеүек» тип йөрөтөлгән донъяңды үҙ елкәңдә ташып ҡорҙоңмо?
– «Иртөбәк»кә тырнаҡ ҡараһындай ҙа үпкәм юҡ. Уларҙың бөтәһе лә Петр Амплеевич заманында булды. Эшләгән кешенең ҡәҙерен белә ине мәрхүм. Төҙөлөш материалдарының да ҡағыҙҙары һаҡланған.
– Үлгән һыйыр һөтлө ине, тиҙәрме әле? Ни менән шөғөлләнмәксеһең? Рулгә күнеккән ҡулдарыңа сыбыртҡы килешмәҫ бит. Әллә берәй яҡҡа олағыуыңмы уйың? ҡырым сиреүеләй балаларың менән ҡайҙа барып һыйырһың икән?
– Балаларым, һеҙ әйткәнсә, ҡырым сиреүеләй түгел. Ни бары бишәү генә әлегә. Атай нигеҙен ҡоротоп, ата-бабаларыбыҙ төйәк иткән Иртөбәк буйҙарын ҡалдырып, бер ҡайҙа ла олаҡмаясаҡмын. Баш иҫән, аяҡ-ҡулдар һау булһа, тыуған-үҫкән ерҙә лә шөғөл табылыр. Үтенесте генә ризалатығыҙ ҙа...
– Мәйелең. Үтенес ҡағыҙы тотоп, тағы ошонда килеп тормаҫһыңмы? «Сыҡҡан ишегеңде ныҡ япма» тигәнде лә онотма.
– Ундай хәл булғанда ла, һеҙҙең ҡаршыға килеп тормам. «Газ»ға машина йәнле кешене ултыртығыҙ. Был – һуңғы үтенесем, – тип сығып китте хужаға бик ныҡ хәтере ҡалған шофер.
Идаранан сыҡҡас та Иртөбәк колхоз ерҙәренә терәлеп кенә ятҡан район үҙәгендәге урман хужалығы контораһына йүнәлде.
Директор уның йомошон тыңланы ла:
– Урман ҡараусыһынан башҡа эш юҡ штатта. Хәләф ағайҙы кисә генә хаҡлы ялға оҙаттыҡ. Урыны буш. Һеҙҙең яҡта эшләне. Ат егергә лә өйрәнеп алһаң.
Һайланып торорға ваҡыт та, мөмкинлек тә булмағанлыҡтан, уныһын-быныһын уйлап тормай, ризалашты ла ҡуйҙы Иртөбәк.
– Шуфир булғас, ат егә лә белмәйһеңдер әле, – тип, ат ҡараусы ҡараһыу көрән бейәне үҙе егеп бирҙе.
– Нисек иртә ҡайттың? Машинаң боҙолдомо әллә? – тип ҡаршыланы ирен Гөлбәҙәр.
– Мин хәҙер икенсе машинала. Ана, ҡапҡа янында тора, – тип эйәк атып ымланы тәҙрә яғына ире.
– Аһ, аһ, бригадир иттеләрме әллә? ҡайһылай яҡшы булған. Төн уртаһынан тороп, машина ҡыҙҙырыуҙар һағынып һөйләргә генә ҡалыр инде. Икебеҙгә лә туйғансы йоҡо тейә икән былай булғас...
Урман төпкөлдәрен ҡыҙырып, ике айға яҡын ваҡыт үтеп тә бара. Күңел биреп эшләгән бер генә көн дә юҡ.
ҡар билбауҙан булған саҡтарҙа тыуған яҡ урмандарын һунарсы саңғыһында көндәр буйы ҡыҙырып йөрөүҙәр йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт булһа ла, тәртә, сана табандары, көрәк-һәнәк һаптары кеүек хужалыҡ кәрәк-яраҡтарын әҙерләү, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар, хатта туған-ырыу менән һүҙгә килешеү теңкәһенә тейеп бөткәйне инде.
– Оҡшамай миңә был эш, – тине Иртөбәк, оҙаҡҡа һуҙылған ҡаты бурандарҙан һуң көн буйына бил тиңентен көрт йырып, арып-талып, урман ҡыҙырып кисләтеп кенә ҡайтып ингәс.
– Нишләмәк булаһың һуң? Әллә Хөсәйен Хөснуллович ҡаршыһына баш һалып торорға самалайһыңмы?
– Юҡ инде. Шыпа эшһеҙ ҡалғанда ла уныһы минән булмай. Был шөғөл дә миңә төҫ түгел, – тип, урман эшенә дәртен һүндергән сәбәптәрҙе теҙҙе. Улар ишәйгән һайын ҡатынының йөҙө яҡтыра барыуын абайлап: – Ниңә күңелең күтәрелеп китте? Минең хәлемдең көрсөккә терәлә барыуы һинең өсөн ҡыуанысмы әллә?
– ҡуҙғалайыҡ был урындан. Ул мөҙҙәттең ҡыңғырауы һуғыр мәлен тойомлағандай булам. ҡалған ғүмерҙе булһа ла әҙәмсә йәшәп үткәрәйек.
– ҡайҙа? Бынау тиклем бала менән ҡайҙа барып һыйынырға ҡыш өҫтөнән? Атай нигеҙен, атай-олатайҙар төйәген ташлап китеү еңел булыр тип уйлайһыңмы ни?
– Атай нигеҙен ҡоротмайыҡ тиһәң, донъяны туҙҙырмаҫбыҙ. Мәктәпкә йә колхоз ҡарамағына ҡалдырып торорға ла була.
– ҡайҙа барып һыйынырға? – Шуға төплө генә яуап юҡ бит әле һаман.
– Миңә сыбыҡ осолай ғына инәй тейеш кеше ғүмере буйы Урта Азияла йәшәй. Һуғыштан һуңғы ҡытлыҡ йылдарында шунда барып төпләнә алған. Балалары булмаған. Яңғыҙы ғына көн итә. Өйө иркен икән. Һыйырбыҙ нисек тә. Әллә ҡасандан бирле саҡыра. Балаларҙың да һәләттәре ҡалала һәйбәтерәк үҫер ине. Бында ни, уҡыуҙан буш ваҡыттарында телевизор, көрәк тә һәнәк...
– Ярай улайһа, уйлашып ҡарарға кәрәк булыр.
Ғаилә кәңәшендә Урта Азия яҡтарына Иртөбәк кенә барып йәшәп ҡарарға хәл ителде.
ҡалалағы Сәғүрә инәй фатирына кисләтеп кенә барып ингәндә өй тулы кеше ине. Инәй бик өлкәнәйгән. Үҙенә «боковушка» тип йөрөтөлгән бәләкәй генә ян бүлмәне ҡалдырған да ун ике балалы ҙур бер ғаиләне фатирға индергән. Сыбыҡ осолай ғына кейәү тейеш кешенең килеп сығыуына әллә ни ҡыуаныс кисермәне әбей. Тыуған яғын, ғаилә хәлдәрен һораштырғылап ултырғандан һуң: «Саҡ ҡына алданыраҡ килергә кәрәк ине. Ишле ғаиләне ҡалайтып ҡыуып сығараһың хәҙер. Яҡшы ла түләйҙәр. Әлегә ал бүлмәнең бер мөйөшөндә раскладушкала ятып йөрөрһөң. Эшкә урынлашып ҡара ла, уң ғына килеп сыҡһа, ҙур ғаиләң һыйырлыҡ фатир белешә торорһоң», – тине. Беренсе класлы тәжрибәле өлкән шоферға эш тиҙ табылды. Көнкүреш хужалығының етәксеһе: «Бик ваҡытлы килеп сыҡтың әле», – тип уны үҙбушатҡыслы «ЗИЛ»ға ултыртты.
Эш көйлө генә башланды. Тик ирҙең күңеле генә һүренке ине. Өлкәнәйеп барғанда тыуып үҫкән яҡтарынан, үҙ ҡулдары менән һалып ингән өйө йылыһынан, яратып ғүмер иткән Гөлбәҙәренән, һөйөп туймаҫ балаларынан, дыуаҙаҡ ҡаҙ һымаҡ, ете ят тупраҡта айырымланып йәшәүе бауырын өҙә. ҡыҫтау фатирҙың ишек төбөндә йоҡлап йөрөү ҙә бер-ике көндә екһендергәйне. Боҫрап торған өй ашы күрмәй, көнөнә өс тапҡыр ашханала туҡланып йөрөү ҙә тиҙ арала ялыҡтырҙы. Ишле өйҙәш ғаиләнең ҡорт күселәй ҡайнашҡандарынан биҙрәп, Иртөбәк көн һайын киноға йөрөр булып китте.
Был яҡтың ҡышы ла һис тә генә оҡшамай ине уға. Төнгө сатнама һыуыҡтарҙа бер аҙ ҡар төшөп ала ла көндөҙ йылытып ебәреп, аяҡ аҫтында лысҡылдап бысраҡ ята. Айҙан артыҡҡа һуҙылған «ҡыш»тың һәр көнө шулай. Иртөбәк буйҙарының ярты йылдан ашыу ҡышын да үлә яҙып һағынды: күпме сафлыҡ, күпме таҙалыҡ! Батҡаҡ – бысраҡ, себен-серәкәй, донъяның барлыҡ сүп-сары, әҙәм ерәндергес еҫ-меҫтәр – бөтәһе лә аҡ япма аҫтында! Тәңкә-тәңкә эре бөртөктәрҙе өйрөлтөп, ябалаҡлап ҡар яуыуын, ағас баштарының төн сыҡҡансы муйыл сәскәһеләй аҡтан да аҡ бәҫкә төрөнөүен, төкөрөк ергә төшкөһөҙ селләләрҙә табан аҫтындағы ҡаты ҡарҙың аҙым һайын шығырлап тороуын ниндәйҙер бер бығаса яҙылмаған моңға тиңләп һағынды...
Йылы яҡтарҙан күңеле һүрелеп, Иртөбәк ғаиләһен күсереп алырға йәтешле фатир ҙа йүнләмәне. Һуғыштан һуңғы ҡытлыҡ йылдарында тимерсе Фәхрулла олатайҙың, әҙәмсә тормош эҙләп, Азия яҡтарына сығып китеп, оҙаҡ тора алмай, кире әйләнеп ҡайтып:«Табында боҫрап торған үҙебеҙҙең йомро картуф барында үзбәктең өрөгө ары торһон», – тигән һүҙҙәрен дә иҫкә төшөрөп, Иртөбәгенә кире ҡайтырға ышаныслы ниәтләне. «Үҙ илендә сәпсек үлмәҫ» тигән боронғоларҙың һүҙе лә уҙамандың изге ниәтенә ҡушылып, хужа янына инде.
– Матур ғына эшләй башлағайның да, ниңә улай ҡапыл? Ә минең һине тора-бара завгар, унан механик итеп үрләтергә иҫәп бар ине. Беҙҙә фатир мәсьәләһе лә еңелерәк хәл ителә.
– Рәхмәт, ағай, ихлас һүҙегеҙ, изге ниәтегеҙ өсөн. Ата-бабаларымдың һөйәктәре ятҡан, рухтары һеңгән ғәзиз тыуған ер – Иртөбәк буйҙары көндән-көн нығыраҡ тарта үҙенә...
Гөлбәҙәр эшенә китер алдынан иртә менән күтәрмәгә сығып баҫҡайны. Ишек алдындағы әрҙәнәләй шыр яланғас ифрат ҙур йән эйәһе көрт өҫтөндә туҡтауһыҙ әйләнгеләп тулағандай, әле генә яуған йәш ҡарҙы ҡулдары менән тирә-яҡтан үҙенә өйрөп-көрәп йыйғандай итә. «Ах та ух» килеп, ҡалын тамаҡ тауыштары сығара ине.
– Әстәғин! Ни ғәләмәт был! – тип ишек тотҡаһына йәбешә һалды.
– ҡурҡма, сибәркәйем, Гөлбәҙәркәйем! Был мин – Иртөбәгең, – тине ғәләмәт йән эйәһе, таныш тауыш сығарып.
Артабан, бер ни ҙә әйтә алмай, тораташ кеүек ҡатты ҡатын. Бер аҙ шул хәлдә торғандан һуң:
– «Әллә күҙемә күренәһеңме? Нишләп инәнән тыума яланғасландың? Һалҡын тейҙерерһең бит, – тип ҡуйҙы.
– Ул тиклем дә түгел. Трусигым да ҡар төҫлө. Бер ниндәй ҙә һалҡын-малҡыны юҡ. Тыуған ерҙең ҡары ла йылы юрған бит ул. Ыуына торғас, бөтә тән, ана, ниндәй ҡыҙышып, алһыуланып китте. Минең кеүек һағынып-һарғайып ҡайтһаң, һин дә шулай һалҡын ҡарҙың да ҡәҙерен белеп, йылыһын тойоп ҡойонор инең әле, – тине лә Иртөбәк, «ух-ха!» тип күтәренке кинәнес менән ҡысҡырып, ҡар өйөмөнә сумды.
– Иҫәрләндеңме әллә, ысынлап та. Әйҙә тиҙерәк өйгә ин. Өҫтәлдә самауыр ҡайнап ултыра. Эсеңә йылы төшөрә һал, – тип өйҙән ҙур мунса таҫтамалы алып сығып, иренең яурынына һалды ла көрт өҫтөнә сисеп ырғытҡан кейемдәрен ҡаҡҡылай башланы Гөлбәҙәр.
Ғаилә башлығының оҙайлы алыҫ сәфәрҙән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуы ҡыуанысынан мәжлес табыны әҙерләнде. ҡунаҡтарҙың күбеһе Иртөбәковтар ине. Ашап-эсеп, кәзә ҡымыҙынан бер аҙ күңелләнеп алғас, туған-ырыуҙарҙың нәҫел тамырына төшөп китеп, мыҡты олонло, ялбыр сатырлы бик олпат шәжәрә ағасының иң осона килеп сыҡтылар. Иртөбәковтарҙың аҡһаҡалы, туғыҙынсы тиҫтәнең ҡап уртаһындағы Абдулла ҡарт ҡарлыҡҡаныраҡ, әммә бәҫе уңып бөтмәгән моңло тауышы менән йыр һуҙҙы:
– Иртөбәккәй буйы шау сәскәлек,
Уны бит беҙ сәсмәнек...
Ауыл халҡы яратып йырлаған был йырҙың ҡушымтаһын йәшерәктәр элеп алды:
Ризыҡ яҙып ситкә китһәк тә,
Мәңгелеккә китмәнек,
Мәңгелеккә китмәнек тә
Сит һыуҙарҙы эсмәнек.
Йыр туҡтағас, оҙаҡ итеп ҡул саптылар. Кемдер: «Һай, үҙебеҙҙең Иртөбәк буйҙары: һауаһы һулап, һыуы эсеп туйғыһыҙ яландарыбыҙ шау сәскәлек шул. Торғаны бер йәннәт мөйөшө инде!» – тип һоҡланып, матур йырға ҡеүәт өҫтәне.
– Иртөбәк улым, ситтә йөрөп ҡайтҡас, таң һарыһында инәнән тыума сисенеп, ихатаһындағы ҡарҙа аунап ҡойоноп илаған икән, тигән һүҙ таралған ауылда. Шул хаҡ һүҙ булдымы? – тине Абдулла ҡарт.
– Дөрөҫ, олатай, булды ундай хәл. Тик аҙыраҡ арттырыңҡырап ебәргәндәр. Бөтөнләй яланғас түгел инем.
– Хәҙер оҙон аҡса, еңелерәк тормош артынан, ата-бабалар төйәген ташлап, ер аяғы ер башына олаҡмаҫһыңдыр бит инде.
– Юҡ, олатай. Һин атаған ерҙәрҙе кәрәгенән артыҡ күрелде. Тик оҙон аҡса, еңел тормош артынан түгел. Бәлки, ейер ризыҡ йөрөткәндер. Әгәр ҙә афәт ҡубып, ауыл, болон юҡҡа сығып, кешеләре таралышып китеп бөткән хәлдә лә, ата-бабаларыбыҙҙың хәләл ҡаны, ҡара тире һеңгән, миңә исем биргән Иртөбәгемде ташлап, бер ҡайҙа ла китмәйәсәкмен, хатта ошо йортом көлгә әйләнеп (тәүбә, тәүбә), ҡыйыҡһыҙ тороп ҡалһам да. Бик боронғо кешеләр ише мәмерйәлә, йә булмаһа, тау итәген өңөп, ышыҡ табып, ғәзиз Иртөбәгебеҙ төйәгенә сат йәбешеп ятып ғүмер кисерермен, – тине Иртөбәк. Был мәжлестән һуң өс-дүрт көн үткәс, Иртөбәк колхоз идараһына килде. Идарала яңы хужа ине.
ҡул араһына инеп, үҫеп килгән балаларының ярҙамы тейә башлаған Гөлбәҙәр ҙә ауыл тормошоноң бөткөһөҙ мәшәҡәттәренән зарланмаҫ булды.
Аҡъюл ИСМӘҒИЛЕВ.
Күмертау ҡалаһы.
(Аҙағы).